Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге
Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге (эст. Võrumaa Kutsehariduskeskus, аббревиатураһы VKHK) Вяймела ҡаласығында урынлашҡан уҡыу йорто (Вырумаа, Эстония), уҡыу йорто юғары, урта һөнәри белем биреү һәм белгестәрҙе алдан әҙерләү программаларын тәҡдим итә[1].
Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге | |
Нигеҙләү датаһы | 1999 |
---|---|
Дәүләт | Эстония |
Административ-территориаль берәмек | Выру[d] |
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы | state authority administered by ministry[d] |
Рәсми сайт | vkhk.ee/ineng/ |
Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге Викимилектә |
Уҡыу йорто корпустарының майҙаны 6200 м² тәшкил итә.
Тарихы
үҙгәртергәМәғариф үҙәгенә 1999 йылдың сентябрендә ике техникумдың ― ауыл хужалығы һәм сәнәғәт техникумының — ҡушылыуы һөҙөмтәһендә нигеҙ һалына. Выруск сәнәғәт техникумы 1925 йылда нигеҙләнә һәм ағас һәм металл эшкәртеү күнекмәләренә өйрәтеүгә махсуслаша. 1920 йылда Выруск ауыл хужалығы мәктәбе базаһында нигеҙләнгән Вяймела ауыл хужалығы техникумы ауыл хужалығы һөнәрҙәре буйынса белем бирә.
1999 йылда мәғариф үҙәгенә 410 студент ҡабул ителә. Бөгөн уларҙың һаны 900-ҙән ашыу кеше тәшкил итә[2].
2008 йылдың 11 ғинуарында үҙәктә яңы техник лаборатория асыла[3].
Уҡыу-уҡытыу программалары
үҙгәртергәМәғариф үҙәге 16 уҡыу-уҡытыу программаһын тәҡдим итә. Был программаларҙың йүнәлештәре: металл эшкәртеү, мехатроника, ағас эшкәртеү, мәғлүмәт технологиялары, туризм менән идара итеү һәм бизнес менән идара итеү.
2007 йылда Вырумаа профессиональ белем биреү үҙәге халыҡ-ара Arch of Europe наградаһына лайыҡ була .
Вырумаа һөнәри белем биреү үҙәге халыҡ-ара «Эразмус» университет программаһына ҡушыла һәм VANKeR электрон белем биреү программаһында ҡатнаша[4].
Мәғариф үҙәге 2008 йылдың июненән — Эстония студенттар союзы (EÜL) , ә 2010 йылдың февраленән Балтик академияһы ағзаһы[5].
Галерея
үҙгәртергә-
Ашхана
-
Китапхана
-
Металды эшкәртеү буйынса оҫтахана
-
Мехатроника лабораторияһы
-
Ағас эшкәртеү буйынса оҫтахана
-
Төҙөлөш лабораторияһы
-
Компетенциялар үҙәге
-
Талиптар өсөн бүлмәләр
-
Хеҙмәтдәндереү класы
-
Металды эшкәртеү буйынса оҫтахана
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Võru County Vocational Training Centre . Дата обращения: 1 май 2022. Архивировано 20 август 2010 года. 2010 йыл 20 август архивланған.
- ↑ Rein Sikk, Eesti Päevaleht 2013 йыл 13 октябрь архивланған., 16.05.2007 «Väimela kool jäädvustab kõik direktorid taiestena»
- ↑ Triinu Raam, Võrumaa Teataja 2022 йыл 26 апрель архивланған., 12.01.2008 «Väimelas avati tehnomaja-laboratooriumi juurdeehitis» 2022 йыл 1 май архивланған.
- ↑ Karl Ruuda, Võrumaa Teataja 2022 йыл 26 апрель архивланған., 26.6.2008 «Võrumaa kutsehariduskeskus sai üliõpilaskondade liidu liikmeks» 2022 йыл 1 май архивланған.
- ↑ Karl Ruuda, Võrumaa Teataja 2022 йыл 26 апрель архивланған., 26.6.2008 «Võrumaa kutsehariduskeskus sai üliõpilaskondade liidu liikmeks» 2022 йыл 1 май архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Рәсми сайт(недоступная ссылка)