Выжигина Маргарита Александровна
Выжигина Маргарита Александровна (1 ноябрь 1942 йыл) — СССР һәм Рәсәй табибы анестезиолог-реаниматологы, Рәсәй медицина фәндәре академияһы академик Б.В.Петровский исемендәге хирургия Рәсәй ғилми үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре[1], медицина фәндәре докторы (1996), И.М. Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү дәүләт медицина университетының анестезиология һәм реаниматология кафедраһы профессоры[2], Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2001), кеше ғүмерен ҡотҡарыу буйынса уникаль операция өсөн иң яҡшы табиптарҙың Рәсәй милли «Призвание» премияһы лауреаты (2008)[3].
Выжигина Маргарита Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 1 ноябрь 1942 (82 йәш) |
Һөнәр төрө | анестезиолог, реаниматолог |
Эшмәкәрлек төрө | анестезиология[d] |
Эш урыны | Российский научный центр хирургии имени академика Б. В. Петровского[d] |
Уҡыу йорто | Рижский университет имени Страдыня[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Выжигина Маргарита Александровна Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәМаргарита Александровна Выжигина 1942 йылдың 1 ноябрендә хәрбиҙәр ғаиләһендә тыуған. 1965 йылда Рига медицина институтын тамамлай һәм үҙ тормошон анестезиология-реаниматология менән бәйләй[4].
1967—1968 йылдарҙа Ригала Пауль Страдынь исемендәге республика клиника дауаханаһында врач анестезиолог-реаниматолог булып эшләй[5].
1968—1979 йылдарҙа — табип анестезиолог-реаниматолог, 1979—1996 йылдарҙа өлкән, һуңынан СССР һаулыҡ һаҡлау министрлығының клиник һәм эксперименталь хирургияһы Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында анестезиология бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре була.
1971 йылда медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай[6].
1991 йылдың 4 февраленән И.М.Сеченов исемендәге 1-се Мәскәү дәүләт медицина университетының анестезиология һәм реаниматология кафедраһы булдырылған мәленән алып М. А. Выжигина — доцент, артабан кафедра профессоры һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире[4].
1991, 1997 1994 йылдарҙа Швейцариялағы Берн ҡалаһының университет госпиталендә стажировка үтә[1]. 1996 йылда медицина фәндәре докторы дәрәжәһенә диссертация яҡлай[5].
1997 йылдан — Рәсәй Медицина фәндәре академияһының Б.В.Петровский исемендәге хирургияның Рәсәй ғилми үҙәге анестезиология 1-се бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре[5].
2006 йылда М. А.Выжигина шул ваҡытта Рәсәйҙә трахеяны күсереп ултыртыу буйынса беренсе операция ваҡытында анестезиологтар бригадаһын етәкләй[4].
Уйлап табыуҙар буйынса 5 патент ала, фундаменталь тикшеренеүҙәр Рәсәй фондының 4 грантына эйә була[2][7]. Анестезия һәм торакаль хирургия өлкәһендә күп кенә новаторлыҡ методикаларына нигеҙ һалыусы.
400-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән 9 китабы бар, улар араһында «Современные аспекты в хирургии легких» (1988) китабы, профессор Г.Н.Гимельфарб менән авторҙашлыҡта «Респираторная поддержка» (1997) — табиптар өсөн ҡулланма, профессор В.Л.Кассиль менән авторҙашлыҡта «Искусственная вентиляция легких» (2004)[2].
Етәксе сифатында 6 медицина фәндәре кандидаты әҙерләй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- «Мәскәүҙең 850-йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы[1],
- Рәсәйҙең иң яҡшы табиптары «Призвание» милли премияһы (2008)[4],
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы (2001),
- Хеҙмәт ветераны,
- Һаулыҡ һаҡлау отличнигы,
- И.М.Сеченов исемендәге ГБОУ ВПО 1-се Мәскәү дәүләт медицина университетының «Почёт китабына» индерелгән.
- Латвияның «Анестезиологтар ғилми йәмғиәтенең» почётлы ағзаһы[1],
- Латвия фәндәр академияһы Ғалимдар Советының тышҡы эксперты һәм ағзаһы,
- Анестезиологияла мәғариф Европа академияһының Мәскәү филиалында дирекция ағзаһы (СЕЕА),
- Анестезиологияның Европа академияһы һәм кардиоторакаль анестезиология ассоциацияһы ағзаһы,
- 1998 йылдан 2002 йылға тиклем Рәсәй Федерацияһы анестезиологтары-реаниматологтары Федерацияһының ғилми секретары һәм президиум ағзаһы,
- 2014 йылдан 2017 йылға тиклем ФАР мәғарифы буйынса комитет рәйесе,
- «Вестник анестезиологии и реаниматологии» журналының редколлегия ағзаһы.
Һайланма хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Выжигина М. А. Современные аспекты анестезии в хирургии легких / М. А. Выжигина, Г. Н. Гиммельфарб; Под ред. О. А. Долиной. Ташкент: Медицина УзССР, 1988.
- Кассиль В. Л., Лескин Г. С., Выжигина М. А. Респираторная поддержка: Руководство по искусственной и вспомогательной вентиляции лёгких в анестезиологии и интенсивной терапии.— М.: Медицина, 1997.
- Кассиль В. Л., Выжигина М. А., Еременко А. А. и др. Вентиляция легких в анестезиологии и реаниматологии. М.: ГЭОТАР-Медиа, 2016.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 ФГБНУ «РНЦХ ИМ. академика Б. В. Петровского»
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Выжигина Маргарита Александровна. Сайт Сеченовского Университета
- ↑ Премия лучшим врачам России 2019 йыл 3 апрель архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Юбилей Выжигиной Маргариты Александровны
- ↑ 5,0 5,1 5,2 Выжигина М. А. // http://www.rusperson.com
- ↑ Выжигина М. А. Нейролептаналгезия меторином и фентанилцитратом [Текст]: Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата медицинских наук / Науч.-исслед. ин-т клинич. и эксперим. хирургии. — Москва : [б. и.], 1971.
- ↑ Патенты автора Выжигина Маргарита Александровна