Врангель Ольга Михайловна

Ольга Михайловна Врангель (ҡыҙ фамилияһы Иваненко; 15 август 1883 йыл[1][2], Рәсәй империяһы, Санкт-Петербург — 8 сентябрь 1968 йыл, АҠШ, Нью-Йорк) — йәмәғәт эшмәкәре, табип. Аҡ генерал, Рәсәйҙең Көньяҡ Ҡораллы Көстәре, ә һуңынан — Рус армияһы командующийы барон П. Н. Врангелдың ҡатыны.

Врангель Ольга Михайловна
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Бельгия
 Америка Ҡушма Штаттары
Тыуған көнө 15 август 1883({{padleft:1883|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 8 сентябрь 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (85 йәш)
Вафат булған урыны Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Ерләнгән урыны Русское кладбище в Ново-Дивееве[d]
Хәләл ефете Врангель Пётр Николаевич
Нәҫеле Врангелдәр[d]
 Врангель Ольга Михайловна Викимилектә

Никахҡа тиклемге тормошо

үҙгәртергә

Сығышы менән данлыҡлы ғаиләнән. Уның атаһы — Иң Юғары Һарай камергеры — Малороссияның бай алпауыты, Валахия гетманы Иван Ионенок, шулай уҡ Төньяҡ һуғышы осоронда Карл XII яғына сыҡҡан гетман Иван Мазепаның тоҡомонан. Үҙ сиратында, Ольганың әсәһе билдәле рәсәй нәшриәтсеһе, әҙәби тәнҡитсе һәм Александр II батшаның дуҫы Михаил Катковтың ҡыҙы була.

Камергер ҡыҙы булғанлыҡтан, ҡыҙ фрейлиналар ҡыҙы Император Ғали йәнәптәренең фрейлинаһы булған, император ҡатыны Александра Фёдоровнаға яҡын торған. Ул медицина менән мауыҡҡан һәм уны, шәфҡәт туташтары курстарында шөғөлләнеп, өйрәнгән.

Бер нисә тапҡыр ул кейәүгә сығыу хаҡындағы тәҡдимдәрҙән баш тарта (замандаштары хәтирәләре буйынса, Ольга ғәҙәти булмаған, ир-аттың иғтибарын йәлеп итерлек, ҡиәфәткә эйә булған). Ул 1908 йылдың 1 авгусында — йәш поручик, барон Пётр Врангелға кейәүгә сыға.

Ғаилә тормошо

үҙгәртергә

Ғәҙәтенә ингән гвардия даирәһендәге күңел асыуҙарға өйрәнгән Врангель бик ҡыйынлыҡ менән ғаилә тормошона күнгән. Әммә Ольга, ирнсафлы һәм түҙемле ҡатын-ҡыҙ, ғаилә тормошон нигеҙле һәм ныҡлы ағымға бора ала. Уның йөклөлөгө лә ҙур роль уйнаған, сөнки киләһе йылда уҡ уларҙың беренсе ҡыҙҙары Елена донъяға тыуған.

Риүәйәттәргә ярашлы, нәҡ баронесса 1918 йылда ирен большевиктарҙан аттырмай һаҡлап алып ҡала. Врангелды алып китергә килгән кешеләргә ҡатын, мин дә ирем менән бергә үлергә әҙер ти, большевиктар шуның өсөн баронды тере ҡалдырған.

Беренсе бөтә донъя һуғышында медицина белеме булған Ольга Михайловна үҙ теләге менән хәрби госпиталдә эшләгән, ә бер нисә йыл үткәс, Екатеринодарҙа Ирекле армия һалдаттары госпиталының мөдире булған.

Эмиграцияла

үҙгәртергә
 
Рус эмигранттары төркөмө Югославияла. Ултыралар: һулдан икенсе — Пётр Врангель, һулдан өсөнсө — митрополит Антоний Храповицкий, уңдан өсөнсө — Ольга Врангель

1920 йылда Ҡырымды ҡалдырғандан һуң, Ольга Михайловна үҙен тулыһынса ҡасаҡтарҙы хәстәрләүгә арнай. Һуңынан да, Сергей Палеолог хәтерләгәнсә, Константинополда ла ҡасаҡтар араһында барыһы ла «Ольга Михайловнаны күрмәнегеҙме?..», «Ольга Михайловна… ярҙем итер… яҙыр… әйтер… эшләр…». тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә мөмкин булған. «Унан башҡа бер кем дә имгәнгән ябай казак, һалдат, офицер менән, ҡара ҡайғылы әсәләр һәм тол ҡатындар менән шул тиклем ихлас һөйләшмәҫтер».

Врангелдың ҡатынының тырышлығы менән, Америкаға сәфәре барышында үҙаллы юллап тапҡан аҡсаһына, Болгарияла һәм Югославияла рус эмигранттары өсөн туберкулёз шифаханаһы булдырыла. Баронессаға был сәфәре өсөн аҡсаны Григорий Распутинды үлтереүҙә ҡатнашҡаны менән билдәлелек алған кенәз Феликс Йосопов биргән. Ольга Михайловна, хәйриә ҡабул итеүҙәре ойошторолған урындарҙа телмәр тотоп, ҡайғыртыусан граждандарҙан матди ярҙам, иғәнә, йыйып, бөтә америка континентын арҡырыға буй йөрөп сыға.

Иренең 1928 йылда бик серле вафатынан һуң, йәшәүсе Ольга Михайловна өлкән ҡыҙы,Еленаның ғаиләһе менән даими йәшәү урынына — АҠШ-ҡа күсеп килә.

1968 йылдың 8 сентябрендә вафат булған. Ново-Дивеево рус православие зыяратында ерләнгән[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Stackelberg, Otto Magnus von Genealogisches Handbuch der estländischen Ritterschaft. — Гёрлиц, 1931. — С. 580.
  2. На сайте «Белая Россия» — Врангель Ольга Михайловна —ошибочно указана дата 5 августа.
  3. Удел Преподобного Серафима Саровского в Северной Америке // «Церковный вестник». — № 13—14 (266—267), июль 2003.

Һылтанмалар

үҙгәртергә