Воскресенск районы (БАССР)
Воскресенск районы БАССР-ҙың 1937 йылдың 20 мартында барлыҡҡа килә һәм 1956 йылдың июлендә бөтөрөлә. Район үҙәге — ауылы Воскресенск (Мәләүез районы). Район үҙәгенән Стәрлетамаҡҡа тиклем ара — 102 км, яҡындағы тимер юлы станцияһына тиклем (Мәләүез (станцияһы)) — 26 км, майҙаны 1483 кадрат километр, ауыл советтары — 10 (1952 йылғы мәғлүмәттәргә ҡарата[1]).
Ил | |
---|---|
Статус | |
Урынлашҡан урыны | |
Берләштерә | |
Административ үҙәк | |
Барлыҡҡа килеүе | |
Майҙаны |
1 483 км² |
Ваҡыт бүлкәте | |
ЦК КПСС һәм СССР-ҙың Министрҙар Советы ҡарары |Ҡарары менән ВЦИК|Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының «Башҡорт АССР-ында яңы райондарҙың төҙөлөүе тураһында» 1937 йылдың 20 мартындағы[2]Башҡортостанда 6 район ойошторола: Байҡыбаш районы, Воскресенск, Ишембай районы (1937—1940), Ҡандра районы, Матрай районы һәм Покров районы (БАССР)[3].
1952 йылдың 29 майынан Воскресенск районы Стәрлетамаҡ өлкәһенә инә, өлкәләргә бүлеү 1953 йылдың 30 апрелендә бөтөрөлә.
1956 йылдың июлендә райондар эреләтелгәндә 7 район бөтөрөлә: Абзан районы, Байҡыбаш, Боҙаяҙ районы, Воскресенск, Ҡандра, Матрай, Оло-Теләк.
1937 йылда район төҙөлөү менән Воскресенск райкомы ойошторола. 1956 йылдың 6 июлендәге КПСС-тың Башҡорт обком ултырышы ҡарарына ярашлы район бөтөрөлә.[4].
Майҙаны — 1483 км². Район үҙәге — Воскресенск (Мәләүез районы) ауылы. Районда 10 ауыл советы, 65 ауыл булған. Халҡы — 25,6 мең кеше. (1950), күпселеге рустар, башҡорттар.
Иҡтисад нигеҙен ауыл хужалығы тәшкил итә: һыйыр малы үрсетеү махсуслаша, ит-һөт етештерә һәм иген культуралары, мал аҙығы, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтерә. 9 колхоз, МТС, леспромхоз, 35 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 3-һе урта, үҙәк район дауаханаһы, Мәҙәниәт һарайы, 12 клуб учреждениеһы, район һәм 10 ауыл китапханаһы була. «Ленин юлы» гәзите нәшер ителә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ БАССР-ҙың административ-территориаль бүленеше.Өфө, 1953. С. 308.
- ↑ Melgrosh Politics(недоступная ссылка)
- ↑ История административно-территориального деления — Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан 2010 йыл 1 сентябрь архивланған.
- ↑ Центральный государственный архив общественных объединений Республики Башкортостан. Путеводитель. 2009(недоступная ссылка)