Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты (ГАС Воронеж) — Воронеж ҡалаһындағы 2016 йылдың йәйенә тиклем үҙ аллы булған юғары уҡыу йорто. Әлеге ваҡытта Воронеж дәүләт техник университеты менән берләштерелгән.

Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты
Нигеҙләү датаһы 1930
Рәсем
Рәсми атамаһы Воронежский инженерно-строительный институт, Воронежский авиационный институт, Воронежский инженерно-строительный институт, Воронежский ордена Трудового Красного Знамени инженерно-строительный институт, Воронежская государственная архитектурно-строительная академия, Воронежский государственный архитектурно-строительный университет һәм Варонежскі інжынерна-будаўнічы інстытут
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Воронеж
Алмаштырылған Воронеж дәүләт техник университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Рәсми сайт vgasu.vrn.ru[1]
Каналдың URL-ы cchgeu.ru/press/news/rss/
Вид в ночное время
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Воронежского архитектурно-строительного университета[d]
Карта
 Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

1930 — Воронежда Төҙөлөш юғары техник уҡыу йорто төҙөлә.

1932 — Юғары техник уҡыу йорто Воронеж инженер-төҙөлөш институты итеп үҙгәртелә.

1941 — Воронеж инженер-төҙөлөш институты Воронеж авиация институтытип үҙгәртеп ҡорола.

1944 — Элекке исеме кире ҡайтарыла (Воронеж инженер-төҙөлөш институты).

1981 — ВИСИ-ның исеме Воронеж Ҡыҙыл Байраҡ орденлы инженер-төҙөлөш институтына үҙгәртелә.

1986 — 13 майҙа Воронеж инженер-төҙөлөш институтының командаһы (капитаны — Олег Песков) яңынан тергеҙелгән телевизион КВН-дың беренсе уйынында ҡатнашып, Мәскәү дәүләт төҙөлөш университеты командаһын еңә. 1987 йылдың апрелелендә үткән ярым финал уйынында, сезондың буласаҡ чемпионынан — Одесса джентльмендары командаһынан еңелә.

1993 — институт Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш академияһы (ВГАСА) тип үҙгәртелә.

2000 — академия Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты (ВГАСУ) тип үҙгәртелә, ул 2003 йылдың 17 ғинуарында юридик шәхестәрҙең Берҙәм дәүләт реестрына Юғары профессиональ белем биреү дәүләт белем биреү учреждениеһы Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты булараҡ индерелә.

2011 — май айында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының бойороғо менән юғары уҡыу йорто Юғары профессиональ белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы "Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты' тип атала башлай.

2016 — март айында Рәсәй Федерацияһы Фән һәм мәғариф министрлығының бойороғо менән Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты Воронеж дәүләт техник университетына ҡушылыу формаһында, Воронеж өлкәһендә төбәк терәк университет ойошторолоу сиктәрендә, үҙгәртеп ҡорола[2].

Институттары үҙгәртергә

  • Архитектура институты
  • Юл-Транспорт институты (элекке Механика-автомобиль юлдары)
  • Төҙөлөш-технология институты
  • Төҙөлөштә инженер системалары институты
  • Төҙөлөш институты
  • Иҡтисад, менеджмент һәм мәғлүмәт технологиялары институты (иҡтисад һәм идара итеү факультеты ҡушылған)
  • Урта профессиональ белем биреү институты

Журналдары үҙгәртергә

Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университетының Фәнни хәбәрҙәре Төҙөлөш һәм архитектура үҙгәртергә

Журнал рецензиялаусы фәнни журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән; йылына 4 тапҡыр сыға, (март, июнь, сентябрь, декабрь)[3][4]

Журналдың инглиз телле версияһы бар «Scientific and Engineering of State University of the Herald Voronezh Architecture Civil. Construction and Architecture».

Баш мөхәррире — Суровцев Игорь Степанович, техник фәндәр докторы, профессор (Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты)!

Воронеж дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты халыҡ-ара сертификатҡа эйә, был уның тамамлаусыларына донъяның 140 илендә инженер вазифаһында эшләү мөмкинлеге бирә. Университет төҙөлөш факультеттарының Европа ассоциацияһы ағзаһы булып тора. 2004 йылда сифат өсөн халыҡ-ара приз менән бүләкләнә[5].

Университеты ғалимдары тарафынан тимер юлдар системаһын камиллаштырыу өсөн бер нисә инновацион сиселеш тәҡдим ителә, Воронеж һыуһаҡлағысына реновация проекты эшләнә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Открытый ISNI для организаций
  2. Приказ о реорганизации ВГТУ и ВГАСУ. Дата обращения: 2 сентябрь 2016. Архивировано 24 сентябрь 2016 года. 2016 йыл 24 сентябрь архивланған.
  3. Официальный сайт журнала
  4. Страница журнала на сайте Воронежского государственного архитектурно-строительного университета 2010 йыл 14 июль архивланған.
  5. Воронежский Государственный Архитектурно-Строительный Университет. Приглашение. 2005 год.

Һылтанмалар үҙгәртергә