Вольфарт себене
Вольфарт себене | ||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||
Wohlfahrtia magnifica (Schiner, 1862) |
||||||||||||||
| ||||||||||||||
|
Вольфарт себене — ит себендәре ғаиләһендәне ике ҡанатлы себен.
Ҡорһағында өс рәт ҡара табы булған асыҡ һоро төҫтәге ҙур себен (оҙонлоғо 9—15 мм). Күбеһенсә Рәсәйҙең далалы зонаһында йәшәй, һирәк кенә урман-дала зонаһында осорай. Зур бөжәк сатыр сәскәлеләр нектары менән туйына. Тереләй тыуҙырыусы себен, йәрәхәтле тире ҡапламына, кеше һәм хайуандарҙың ҡолаҡ, ауыҙ, танау һәм күҙҙәренә 120—160 личинка һала. Личинкалары сәламәт туҡымаларҙы ашай һәм миаз («ҡортло ауырыу») тип аталған ауырыу китереп сығара. Вольфарт себене личинкаларының зыяны бик ҙур булғанда, хәлһеҙләнгән өлкәндәр һәм балалар өсөн үлем ҡурҡынысы тыуа. Личинкаларҙың тулы үҫеш дәүере — 3—5 тәүлек.
Ерҙә ҡурсаҡҡаа әүерелә. Кеше һәм хайуандарҙа вольфарт себене личинкалары тыуҙырған миаз осраҡтары күҙәтелә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергәПавловский Е. Н. Руководство по паразитологии человека. М.-Л., 1948. Т. 2; Степанов К. Д., Бойко В. А. Два случая паразитирования личинок Вольфартовой мухи в ТАССР // Казанский медицинский журнал. 1959. Вып. 3.
Сығанаҡ
үҙгәртергә- Татар энциклопедияһы 2013 йыл 7 декабрь архивланған. (тат.)
Был энтомология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |