Волохов Федор Сергеевич
Волохов Федор Сергеевич (20 июль 1912 йыл — 1986 йыл, Оло Троицк ауылы Курск губернаһы, хәҙер Белгород өлкәһе Губкин районы) — рус совет яҙыусыһы, драматург.
Волохов Федор Сергеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 20 июль 1912 |
Вафат булған көнө | 1986 |
Һөнәр төрө | яҙыусы, драматург |
Уҡыу йорто | Воронеж |
Биографияһы
үҙгәртергәФедор Сергеевич Волохов 1912 йылдың 20 июлендә Курск губернаһы (хәҙер Белгород өлкәһе Губкин районы) Оло Троицк ауылында фельдшер ғаиләһендә тыуа. Тыуған ауылында крәҫтиән йәштәре мәктәбен тамамлай. 1935 йылдан алып Воронеж ауыл хужалығы институтын тамамлай. Себерҙә агроном булып эшләй. Тәүге әҫәрҙәре 1938 йылдан алып баҫыла. Ә 1941 йылда Воронежда «Саған япраҡтары» хикәйәләр йыйынтығы баҫып сығарыла. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1940 йылдан алып Коммунистар партияһы ағзаһы. Күп йылдар ул «Подъём» журналының баш мөхәррире була.
Әҫәрҙәре
үҙгәртергә«Шаулама һин, арыш» (1954)
«Күренекһеҙ кеше» (1957)
«Воронежда» повесы, тарихи повесть (1956) В. К. Карпов менән берлектә). Петр I тарафынан урыҫ флотын төҙөүгә арнала
«Сал сәсле егет» тарихи-революцион романы (1966)
«Беҙ артабан барабыҙ», пьесаһы (1951)
«Йәш сағыбыҙҙа», пьесаһы, (1958)
«Һандуғастар, һандуғастар …» пьесаһы (1961)
«Һәр ерҙә тормош» йыйынтығы. Повесть һәм хикәйәләр, Воронеж, 1964
«Балта һәм тәре» пьесаһы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чепурин Ю., Конфликты подлинные и мнимые, «Сов. иск-во», 1953, 18 февр.; Слинько А., Рассказы о современниках, «Подъем», 1957, № 6; Зубриская О., О положительном герое рассказа, там же, 1959, № 4; Писатели Воронежа. Биобиблиографич. указатель, Воронеж, 1969.
- Волохов Ф. С. Всю жизнь. Повести и рассказы. Воронеж, 1964; Краткая литературная энциклопедия Т9 М., 1978.Осыков Б. И.