Володя (хикәйә)
Володя — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылда «Петербург гәзитенең» 147-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
Володя | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Атамаһы | Володя |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | Volôdia[d] |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 1 (13) июнь 1887 |
Баҫылған | Петербургская газета[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәА. П. Чеховтың «Володя» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылда «Петербург гәзитенең» 147-се һанында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1890 йылда хикәйә «Хмурые люди» йыйынтығында баҫыла, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.
Чехов тере саҡта венгр, немец, серб-хорват һәм швед телдәренә тәржемәләнә.
Тарих
үҙгәртергәСюжетты яҙыусыға Мәскәү император театрҙары идарасыһы (1881—1882) В. П. Бегичев[1] бирә.
Хикәйәнең беренсе редакцияһы Володяның әсәһе менән дачанан ҡайтыуы менән тамамлана. «Хмурые люди» йыйынтығына яҙыусы үҙгәрештәр индерә, унда төнгө осрашыу һәм егеттең үҙен-үҙе үлтереү картинаһы өҫтәлә. Володяның атаһы образы менән осрашыуы ла яңы әйбер була. Был үҙгәреш шул ваҡыттағы йәштәрҙең үҙен-үҙе үлтереүе менән бәйле булғандыр, моғайын. Шулай 1887 йылда нәшерсе А. С. Сувориндың студент улы атылып үлә. 1887 йылда Д. В. Григорович Чеховҡа йәш үҙ-үҙенә ҡул һалыусы тураһында роман яҙырға кәңәш бирә: «Әгәр үҙем йәшерәк һәм яҙыу оҫталығым юғарыраҡ булһа, мин мотлаҡ сарҙаҡҡа менеп аҫылынған 17 йәшлек егетте һәм уның ғаиләһен яҙған булыр инем. Бындай сюжет көнүҙәк һорау булып тора; яҙығыҙ, ошо барыһын да борсоған йәмғиәт яраһын һүрәтләгеҙ ; бындай китаптың иң тәү сыҡҡан көнөнән үк Һеҙҙе ҙур уңыш көтә».
Тәнҡит
үҙгәртергәН. К. Михайловский «Хмурые люди» йыйынтығына ингән «Володя» хикәйәһе ысынбарлыҡты «үгеҙҙәр һәм үҙ-үҙҙәрен үлтереүселәр, ҡыңғырауҙар һәм шөңгөрҙәр яҙыусы тарафынан берҙәй үк һалҡын ҡанлылыҡ менән яҙылған», - тип билдәләй[2].
«Хмурые люди» йыйынтығына рецензия яҙыусы былай тип әйтә: «Володя» хикәйәһейөкмәткеһе буйынса һытыҡ сырайлы гимназия уҡыусыһының бер нимә лә уйлап тормайынса, бер ниндәй маҡсатһыҙ рәүештә күңелһеҙлектән, үҙенең камил булмауынан һәм уны уратып алғандарҙың битарафһыҙлығынан үҙ-үҙенә ҡул һалған осраҡты һүрәтләй»[3].
И. И. П—ский Чеховтың 1990-се йылдарҙағы әҫәрҙәрен ҡарап, уларҙа, бигерәк тә «Володя» хикәйәһендә, «өмөтһөҙ пессимизм» таба».
Тәнҡитсе Е. Ляцкий «Чехов кем һәм нимә тураһында ғына яҙмаһын — иң тәүҙә ул тормоштоң күңелһеҙлеген һәм бер төрлөлөгөн һүрәтләй», — тип яҙа[4].
Персонаждар
үҙгәртергә- Володя, 17 йәшлек уҡыусы.
- Анна Федоровна, 30 йәштәр тирәһендә, Володяның алыҫ туғаны.
Сюжет
үҙгәртергәВолодя - ун ете йәшлек йәш кеше, бик насар уҡый, алгебранан икеле билдәһенән саҡ ҡына юғарыраҡ йыллыҡ билдә ала. Иртәгә уның имтиханы. Ул йәмһеҙ, сибек һәм ҡыйыуһыҙ. Володя Шумихиндар дачаһындағы беседкала күңелһеҙләнеп ултыра. Аҙнаға ике тапҡыр ул әсәһен дачаға оҙатып ҡуя. Уның әсәһе үҙенең дә, иренең дә байлығын юҡҡа сығара һәм үҙе юғары йәмғиәткә тартыла. Дачала Володя утыҙ йәшлек алыҫ туғаны Анна Федоровнаны осрата, тегеһе егетте оҡшатып йөрөй.
Егет беседкала күңелһеҙләнеп ултырған саҡта, уның янына Анна килеп инә лә, егетте ҡыйыуһыҙлыҡта ғәйепләй. Володя оҙаҡ ултырғандан һуң, Аннаны яратыуы хаҡында ҡыҙға әйтә. Ул хатта Аннаны биленән ҡосаҡлай. Кискеһен вист уйнаған саҡта Анна был турала Володяның әсәһенә һөйләй һәм көлә. Был кистә Володя, иртәнсәк имтиханға барып өлгөрөр өсөн, өйөнә ҡайтмай, дачала ҡала. Төнгө сәғәт өсөнсөлә Анна Володянан үҙенә морфий килтереп биреүен һорай. Шунан һуң Володя ғүмерендә «быға тиклем күрмәгән бәхет кисерә, уның өсөн хатта тормошон ҡорбан итергә лә һәм мәңгелек ғазапҡа инергә лә әҙер була». Тик барыһы ла бик насар тамамлана. Кискеһен Володя әсәһе менән өйөнә ҡайтып китә һәм юлда барғанда әсәһен бик ныҡ мыҫҡыл итә. Бынан әсәһенең ҡото алына. Өйҙә егеттең ҡулына күршеһе Августин Михайлычтың револьверы ташлана һәм Володя револьверҙан үҙенә ата.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Володя // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Володя, Заметки страница 1001, перевод Эдуар Парайр, библиотека галактики, издание Галлимара, 1970, ISBN 2-07-010550-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Володя 2017 йыл 11 май архивланған.. Оригинальный русский текст.