Вологда (аэропорт)
Вологда — шул исемдәге ҡаланың аэропорты. Ҡала үҙәгенән Архангельск шоссеһынан 10 км төньяҡтараҡ урынлнашҡа. Федераль әһәмиәттәге аэропорттар статусына эйә[2].
Вологда | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Вологда өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 118 метр |
Хеҙмәтләндереүсе | Вологодское авиапредприятие[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1931 |
Пассажирҙар ағышы | 5315[1] |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
ИАТА аэропорты коды | VGD |
ИКАО аэропорты коды | ULWW |
Вологда Викимилектә |
Аэродромға Ан-2, Ан-24, Ан-26, Ан-28, Ан-30, Ан-74, Як-40 самолеттарын һәм уларҙан еңелерәктәрен, шулай уҡ бөтә төр вертолеттарҙы ҡабул итә. Аэродромдың өп соп күтәрелеү һәм ултырыу юлы максималь ауырлығы 50 тонналы һауа суднолары өсөн тәғәйенләнгән.
Тарих
үҙгәртергәАвиация башында
үҙгәртергәБеренсе Вологда эродромы тип Котельниково (Можайский ҡасабаһы) ауылы убаһын (Вологданан Пошехонский шоссеһендағы10 км алыҫлыҡта). 1862 йылда Александр Федорович Можайский үҙенең ҡатыны имениеһында беренсе осоу аппараттары конструкцияларын уйлап таюа. Бында уҡ һынауҙар үткәрә.
1918-1953
үҙгәртергәГраждандар һуғышы йылдарында аэродром Ковырино эргәһендә була. Хәҙер был биләмә ВРЗ, 2 -се Вологда станцияһына терәлеп тора. 1918-1919 йылдарҙа бында «Фарман» тибындағы самолеттар сығарыла.
1931 йылда беренсе Вологда пассажир самолеттары барлыҡҡа килә. «Ҡыҙыл Төньяҡ» гәзите: «Беренсе сентябрҙә һауа линиялары асыу Мәскәү — Ярославль — Вологда — Архангельск һауа линиялары асыла»- тип яҙа. 01.09.1931 йылда Мәскәү — Ярославль — Вологда — Архангельск һауа линиялары булдырыла. Вологданан даими авиация бәйләнеше 1932 йылда ойошторола.
По-2 самолеты (Череповецтан килтерелә) Вологданы өлкәнең көнсығыш райондары менән бәйләй.
1941 йылдың март айында Вологдаға Череповецтан авиаподразделение күсерелә. Савин Петр Петрович отрядтың командиры итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башында подразделениела 25 самолет иҫәпләнә: По-2, С-1, Як-6.
1948 йылда подразделениела 20 По-2 самолеты иҫәптә тора. Авиаотрядҡа 1953 йылда Ан-2, 1955 й. — Як-12, 1958 й. — вертолет Ми-1 эксплуатацияға тапшырыла.
1953-1978
үҙгәртергә1991 йылда — «Вологда авиация предприятиеһы» булдырыла.
Пассажирҙар һәм йөк ағымы бик ҙур була. Иҫке вокзал бинаһы пассажирҙар менән тулы була.
Вологда өлкәһеннән самолеттар өлкәнең иң төпкөл ауылдарына, район үҙтәкәренә оса. Мәскәү, Ленинград, Рига, Мурманск, Архангельск, Курск, Симферополь, Киров, Сыктывкар ҡалаларына самолеттар оса.
1978 йылдың 21 июленә тиклем иҫке аэропорт ғәмәлдә була.
Яңы аэропорт
үҙгәртергәВологданың (рәсми булмаған исеме — Заречье) аэропорты 21 июль, 1978 йыл асыла.Аэровокзал бинаһы 1981 йылда асыла. Вологда авиапредприятиеһында Як-40, Ми-8 вертолеттары файҙаланыла.
-
Аэровокзал бинаһы
-
Самолет Як-40
-
Һәйкәл Ил-18
Иҫкәрмә
үҙгәртергәБашҡа ҡалаларҙағы яҡын аэропорттар
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Череповец (117 км)
- Староселье (Рыбинск) (144 км)
- Кострома (177 км)
- Туношна (Ярославль) (192 км)
- Кинешма (241 км)
- ↑ https://www.favt.ru/public/materials//4/3/a/9/7/43a97dc7930186c6dcb90c17e799a247.pdf
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 20 апреля 2016 года № 726-р «Об утверждении перечня аэропортов федерального значения»
- Аэропорт Вологда в справочнике Aviapages.ru
- Вологодское авиапредприятие (неопр.) (недоступная ссылка — история ).