Волнин Александр Константинович
Волнин Александр Константинович (25 август 1872 йыл — 1942 йыл) — яҙыусы, педагог һәм тарихсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1940); Полтава уҡытыусылар институтының ойоштороусыһы һәм беренсе директоры[1] (хәҙер В. Г. Короленко исемендәге Полтава милли педагогия университетының Г. Короленко).
Волнин Александр Константинович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 25 август 1872 |
Тыуған урыны | Ростов Великий[d], Ярославль губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1942 |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы |
Уҡыу йорто | В. Г. Короленко исемендәге Полтава милли педагогия университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | кандидат богословия[d] |
Гражданский чин | статский советник[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Константинович Волнин1872 йылдың 25 авгусында Ярослав губернаһының Ростов ҡалаһында Борисоглеб сиркәүенең руханийы ғаиләһендә тыуған[2][3]
Белеме
үҙгәртергә1887 йылда Ростов дини училищеһын, 1893 йылда Ярославль дини семинарияны, 1897 йылда Мәскәү дини академияһын (дини тәғлимәт кандидаты һәм хоҡуҡ магистранты дәрәжәһе менән) тамамлай. «Мессия по изображению пророка Исаии» (Киев, 1908) темаһына магистр диссертацияһын (кандидатлыҡ әҫәренә өҫтәмәһен) 1911 йылдың ғинуарында яҡлай.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1897—1898 йылдарҙа Александр Волнин Ростов-Дмитриев дин училищеһында уҡытыусы булып эшләй, 1898—1900 йылдарҙа Псков дини семинарияһында догматик һәм әхлаҡи дини тәғлимәтте уҡыта, 1900 йылдан Киев дини семинарияла уҡыта. 1910 йылда ул Н. В. Гоголь исемендәге Бөйөк Сорочинцы (Полтава губернаһы Миргород өйәҙе) уҡытыусылар семинарияһының директоры була. 1914—1917 йылдарҙа Александр Константинович Волнин был Полтава уҡытыусылар институтының директоры була, унда статский советник дәрәжәһендә педагогика һәм логиканы уҡыта. Был институтта Антон Семенович Макаренко уҡыған, ул һуңынан А. К. Волнин тураһында былай тип әйтә:[4]
«… Ул һәр ваҡытта ысын кеше булды һәм … беҙҙә иң яҡшы кешелекле ынтылыштар тәрбиәләне»
1917 йылдың июлендә Халыҡ мәғарифы Министрлығы Новониколаевский уҡытыусылар институтын (Томск губернаһы Новониколаевск ҡалаһы, Нофо-Николаевский өйәҙе) ойоштороу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Александр Волнин етәкселегендә 1917 йылдың октябрендә ул асыла.[2] . Бында ул күпмелер ваҡыт Октябрь революцияһынан һуң 1920 йылда институтты бөтөргәнгә тиклем логика, психология һәм педагогика уҡытыусыһы булып эшләп өлгөрә
1921—1925 йылдарҙа В. И. Ленин исемендәге Вятка педагогия институтында (хәҙер Вятка дәүләт гуманитар университеты) уҡытыусы булып эшләй, шунда педагогика һәм психология кафедраһына нигеҙ һала. 1925 йылда Вяткала сыҡҡан «Путь просвещения» журналының мөхәрририәт секретары була (мөхәррире Н. А. Дернов).
1925 йылда Мәскәүгә күсеп килә һәм Н. К. Крупская исемендәге Коммунистик тәрбиә академияһының эшселәр факультетында уҡыта. Төньяҡ тимер юлдар идаралығының мәғариф бүлеге менән етәкселек итә. 1927 йылдан Ярослав тимер юлының 1-се мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы була[2].
1942 йылда Мәскәүҙә вафат була. Дон монастыры зыяратында ерләнгән.
Лидия Дамиановнға өйләнә (ҡыҙ фамилияһы Макаровская). Ғаиләлә улдары Борис (1906) һәм Алексей (1909), шулай уҡ ҡыҙҙары Наталья (1912) тыуа.
Рәсәй империяһы наградалары бар: II һәм III дәрәжәлә Изге Анна һәм Изге Станислав ордендары 1940 йылдың 6 сентябрь уға беренсе 25 иҫәбендә РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеме бирелә.
Мәскәүҙең Үҙәк тарихи архивында студент А. К. Волниндың шәхси эше бар (Ф. 229. Оп. 4. Док. 771).[3]
Александр Константинович Волнин бер нисә эш авторы, улар араһында:
- Народные воззрения на святых и на церковные праздники с точки зрения христианского учения о почитании святых и праздников. 1904.
- Об отношении русского народа к войне. 1905.
- Христианское учение о благотворительности и современные стремления к равномерному распределению благ земных. 1907.
- Мессия по изображению пророка Исаии. 1908.
- Святитель Димитрий, митрополит Ростовский. 1909.
- Учащие и учащиеся на торжестве открытия памятника Н. В. Гоголю в м. Сорочинцах 28 августа 1911. 1912.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Год Б., Єрмак О., Киридон П. Полтавський державний педагогічний університет імені В. Г. Короленка: Історія і сучасність. — Полтава, 2009. — С. 6
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Волнин Александр Константинович
- ↑ 3,0 3,1 Во́лнин Александр Константинович
- ↑ Киридон А. М., Киридон П. В. Волнін Олександр Костянтинович // Історія Полтавського педагогічного інституту в особах. Матеріали конференції, присвяченої 80-річному ювілею інституту. — Полтава: Кларисса, 1995. — С.10-12.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Волнин Александр Константинович 2019 йыл 28 декабрь архивланған.
- А. К. Волнин — основатель кафедры педагогики Вятского института народного образования 2020 йыл 4 март архивланған.
- Волнин Александр Константинович (укр.) (рус.)
- ВО́ЛНІН Олександр Костянтинович (укр.)