Волкан Демирел
Волкан Демирел (төрөк. Volkan Demirel; 27 октябрь 1981 йыл) — Төркиә футболсыһы, ҡапҡасы. Төркиәнең футбол буйынса йыйылма командаһы өсөн сығыш яһай. Футбол буйынса 2008 йылда үткәрелгән Европа чемпионатында ҡатнаша. Йөҙөү һәм сәйәхәт менән мауыға, спорт автомобилдәре йыя.
Волкан Демирел | |
төр. Volkan Demirel | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Төркиә |
Спортта ил өсөн сығыш яһай | Төркиә |
Тыуған көнө | 27 октябрь 1981[1][2][3][…] (43 йәш) |
Тыуған урыны | Истанбул, Төркиә |
Хәләл ефете | Зәйнәп Сеүәр[d][4][5] |
Туған тел | Төрөк теле |
Һөнәр төрө | футболсы |
Командалағы уйын позицияһы | ҡапҡасы[d][6] |
Спорт командаһы ағзаһы | Фенербахче[d], Карталспор[d], Turkey national under-20 football team[d], молодёжная сборная Турции по футболу[d] һәм Сборная Турции по футболу[d] |
Масса | 92 килограмм |
Спорт төрө | футбол |
Номер игрока | 1 |
Ҡатнашыусы | Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионаты[d] |
Бейеклеге/буйы | 191 сантиметр |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 853 628 |
Волкан Демирел Викимилектә |
Карьераһы
үҙгәртергәВолкан Демирел «Карталспор» үҫмерҙәр футбол клубында шөғөлләнә, команда составында 51 уйын уйнағандан һуң бер нисә төрөк футбол командаларының спорт эҙәрмендәре йәш ҡапҡасыға иғтибар итә. 2002 йылдың июлендә Төркиәнең «Фенербахче» клубына күсә, әммә клубтың төп командаһында тәүге уйынын 2003 йылдың 26 апрелендә «Самсунспор» клубы менән уйнай. Уйынды барышын тойомлау, яҡшы реакция һәләттәре уға бер йыл эсендә «Фенербахче» командаһының төп составында нығынырға ярҙам итә. 2004 йылдан Төркиәнең футбол буйынса йыйылма командаһына даими саҡырыла, ил флагы аҫтында 62 уйында ҡатнаша.
УЕФА чемпиондар лигаһы ярышында «Фенербахче» командаһының уңышлы сығыш яһауы, ярыс финалға барып етеүенә Волкан Демирел тос өлөш индерә. «Севилья» клубы менән уйында 3 пеналтины кире ҡаға һәм уйын батыры булып таныла.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- «Фенербахче» составында
- Биш тапҡыр Төркиә Чемпионы: 2003/04, 2004/05, 2006/07, 2010/11, 2013/14
- Дүрт тапҡыр Төркиә чемпионатының көмөш призеры: 2005/06, 2007/08, 2011/12, 2012/13
- Өс тапҡыр Төркия Суперкубогы ала: 2007, 2009, 2014
- Ике тапҡыр Төркиә Кубогы ала: 2011/12, 2012/13
- Ике тапҡыр Төркиә Кубогы финалына сыға: 2004/05, 2005/06
- Төркиәнең йыйылма командаһы составында
- Футбол буйынса 2008 йылғы Европа чемпионатында өсөнсө урын, Ҡула (Бронза) призеры.
Уйын статистикаһы
үҙгәртергәКлуб командалары өсөн уйын статистикаһы
үҙгәртергәКлуб | Сезон | Лига | Kupa | Европа | Дөйөм | |||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Maтч | Гол | Матч | Гол | Матч | Гол | Матч | Гол | |||
Капталспор | 2000-01 | 26 | 0 | - | - | 26 | 0 | |||
2001-02 | 25 | 0 | - | - | 25 | 0 | ||||
Дөйөм | 51 | 0 | - | - | 51 | 0 | ||||
Фенербаһҫе | ||||||||||
2002-03 | 1 | 0 | - | - | 1 | 0 | ||||
2003-04 | 19 | 0 | 3 | 0 | - | 22 | 0 | |||
2004-05 | 6 | 0 | 1 | 0 | 1 | 0 | 8 | 0 | ||
2005-06 | 18 | 0 | 7 | 0 | 6 | 0 | 31 | 0 | ||
2006-07 | 16 | 0 | 2 | 0 | 5 | 0 | 23 | 0 | ||
2007-08 | 24 | 0 | 4 | 0 | 12 | 0 | 40 | 0 | ||
2008-09 | 29 | 0 | 0 | 0 | 10 | 0 | 39 | 0 | ||
2009-10 | 32 | 0 | 7 | 0 | 12 | 0 | 51 | 0 | ||
2010-11 | 32 | 0 | 2 | 0 | 2 | 0 | 36 | 0 | ||
2011-12 | 38 | 0 | 0 | 0 | - | 38 | 0 | |||
2012-13 | 28 | 0 | 1 | 0 | 15 | 0 | 44 | 0 | ||
2013-14 | 29 | 0 | 0 | 0 | 4 | 0 | 33 | 0 | ||
2014-15 | 26 | 0 | 2 | 0 | - | 28 | 0 | |||
2015-16 | 32 | 0 | 1 | 0 | 7 | 0 | 40 | 0 | ||
2016-17 | 28 | 0 | 4 | 0 | 10 | 0 | 42 | 0 | ||
2017-18 | 25 | 0 | 3 | 0 | 2 | 0 | 30 | 0 | ||
2018-19 | 12 | 0 | 2 | 0 | 2 | 0 | 16 | 0 | ||
Дөйөм | 396 | 0 | 39 | 0 | 88 | 0 | 523 | 0 | ||
Барлығы | 447 | 0 | 39 | 0 | 88 | 0 | 574 | 0 |
Йыйылма команда өсөн уйын статистикаһы
үҙгәртергәNo. | Йыл | Милли команда | Матч | Гол | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
1. | 2001 | Төркиә U-20 | |||||||||
2. | 2006 | Төркиә U-21 | |||||||||
3. | 2004 | Төркиә | |||||||||
2005 | |||||||||||
2006 | |||||||||||
2007 | |||||||||||
2008 | |||||||||||
2009 | |||||||||||
2010 | |||||||||||
2011 | |||||||||||
2012 | |||||||||||
2013 | |||||||||||
2014 | |||||||||||
Дөйөм | |||||||||||
Һуңғы тапҡыр 2015 йылдың 28 ғинуарында яңыртылған |
Шәхси тормошы
үҙгәртергәҠатыны Зәйнәп 2009 йылда Белгия һылыуы титулын ала, туйҙары 2010 йылдың сентябрендә була[7]. Зәйнәп шулай уҡ Fenerbahçe Acıbadem[8] клубы волейболсыһы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ http://www.tff.org/Default.aspx?pageId=30&kisiId=463760
- ↑ Volkan Demirel // Transfermarkt.com (билдәһеҙ) — 2000.
- ↑ DEMIREL VOLKAN // https://bdfa.com.ar/jugadores-47598.html (исп.)
- ↑ https://www.hurriyet.com.tr/galeri-zeynep-sever-demirel-esi-volkan-demirel-ile-tanisma-hikayesini-anlatti-41642850
- ↑ https://www.haberturk.com/zeynep-sever-demirel-bir-baskadir-magazin-haberleri-2900762-magazin
- ↑ https://www.transfermarkt.com.tr/volkan-demirel/profil/spieler/7079
- ↑ Волкан и Зейнеп сыграли свадьбу . Дата обращения: 30 апрель 2013. Архивировано 24 сентябрь 2010 года. 2010 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Miss België Zeynep Sever, mevrouw Volkan Demirel