Волгодонск районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы

Муниципаль бюджет мәҙәниәт учреждениеһы[1] Волгодонск районының тыуған яҡты өйрәнеү музейыРостов өлкәһенең Романовская станицаһында тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Директоры Надежда Александровна Куфилова[2] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, Е.Л.. Сарнавская[1]). Музей 1998 йылда музей асыла. 1908 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан, дөйөм майҙаны 516 м² тәшкил итә. Музейға килеү төбәк туристик фирмаларҙың туристик маршрутына инә[3].

Волгодонск районының тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Нигеҙләү датаһы 1998
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Карта

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Музей эшенең төп йүнәлеше — боронғо әйберҙәрҙе, халыҡ күнкүреше әйберҙәрен һаҡлау һәм уларҙың күргәҙмәһе, Ростов өлкәһенең Вологдонск районы халҡы өсөн хас һөнәрҙәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү

Музей эпос, этнография, урындағы халыҡ фольклорын өйрәнеү менән шөғөлләнә; станицаларҙың, утарҙарҙың, ҡасабаларҙың килеп сығышы, уларҙың исемдәре тураһында тарихи материалдар йыя.

Йәштәргә һәм үҫеп килеүсе быуынға патриотик тәрбиә биреүгә айырым иғтибар бүленә. Ошо маҡсат менән осрашыуҙар, кисәләр, лекциялар, экскурсиялар, тематик күргәҙмә-экспозициялар, күргәҙмәләр уҙғарыла. Музей фәнни-ағартыу, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә.

Музей янында «Һалдат медальоны» патриотик секция эшләй, ул район территорияһында Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һәләк булған һалдаттарҙың ҡәберҙәрен һәм исемһеҙ ҡәберлектәрҙе табырға мөмкинлек бирә[4]

Экспозицияһы

үҙгәртергә

Музейҙа даими «Романов подпольеһы», «Еңеүселәр», «кДон казактарының өнкүреш әйберҙәре», «Аҡ өй» күргәҙмәләре эшләй.

Музейға килеүселәргә Романов подпольщиктарының документтары, хатлашыуҙары, фотоһүрәттәре, тарихи материалдары һәм уларҙың эшмәкәрлеге һәм һәләк булыуҙары тураһында материалдар тәҡдим ителә.

Музейҙа экскурсиялар залдар буйлап ҡына үтмәй, шулай уҡ Романовская станицаһы, райондың иҫтәлекле урындары буйлап, һәйкәлдәренә экскурсиялар үтә.

Музейҙың төп фондында — 1097 һаҡлау берәмеге, ғилми-ярҙамсы фондында — 608 берәмек һаҡлана[2]

Шулай уҡ музейҙа станицаның 1:5 масштабында макеты эшләнгән[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Муниципальное бюджетное учреждение культуры "Музей краеведения Волгодонского района". Официальный сайт РФ для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях. Дата обращения: 23 ноябрь 2013. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Муниципальное учреждение культуры "Музей краеведения Волгодонского района". Оф. портал Волгодонского района Ростовской области. Дата обращения: 23 ноябрь 2013. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  3. Музейное дело. Министерство Культуры Российской Федерации. Дата обращения: 23 ноябрь 2013. 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  4. 2
  5. Казачий быт воссоздали в краеведческом музее станицы Романовской. Телерадиокомпания «Дон-ТР» (15 октябрь 2013). Дата обращения: 23 ноябрь 2013.