Волгоград дәүләт аграр университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Юғары белем биреү федераль дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы «Волгоград дәүләт аграр университеты» (ФГБОУ ВОДА «ВолГАУ») — Рәсәй аграр юғары уҡыу йорто, Волгоградтағы юғары уҡыу йорттарының береһе.

Волгоград дәүләт аграр университеты
Нигеҙләү датаһы 17 июль 1944 һәм 1944[1]
Рәсем
Рәсми атамаһы Волгоградская государственная сельскохозяйственная академия, Волгоградский сельскохозяйственный институт һәм Сталинградский сельскохозяйственный институт
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Волгоград
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалыһы министрлығы[d][2]
Рәсми сайт volgau.com
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Волгоградского аграрного университета[d]
Карта
 Волгоград дәүләт аграр университеты Викимилектә

1944 йылдың 17 июлендә СССР халыҡ комиссарҙары Советы Урюпинск ҡалаһында Сталинград ауыл хужалығы институты асырға ҡарар итә. Институт составында 4 факультет булыуы күҙаллана: агрономия, зоотехник, ветеринария һәм ауыл хужалығын механизациялау факультеты. Беренсе курсҡа 400 кешене ҡабул итеү ҡарала. 1944 йылдың 14 октябрендә институт асыла. 1967 йылда Волгоград ауыл хужалығы институтында хәрби кафедра асыла, 2008 йылдан ул Рәсәй территорияһында эшләүсе 68 хәрби кафедраның береһе, һәм Волгоградта ғына түгел, ә бөтә Төньяҡ-Кавказ хәрби округында берҙән-бер булып тора.

1994—2011 йылдарҙа уҡыу йорто Волгоград дәүләт ауыл хужалығы академияһы исемен йөрөтә.

2011 йылдың 19 октябрендә Волгоград дәүләт ауыл хужалығы академияһына университет статусы бирелә[3].

Структураһы

үҙгәртергә

2019 йылға ҡарата университетта 7 факультет[4]:

  • агротехнология (элек — агрономия)
  • инженер-технология (элек — ауыл хужалығын механизациялау)
  • товароведение һәм эшкәртеү технологияһы
  • экология-мелиорация
  • иҡтисад
  • электроэнергетика (элек — ауыл хужалығын электрлаштырыу)
  • туризм һәм сервис (элек — социаль-гуманитар һәм өҫтәмә белем биреү) 2018 йылда таратыла һәм иҡтисад факультеты составына индерелә.

Ике институты:

Агробизнес кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институты[5]

Өҙлөкһөҙ белем биреү институты[6]

Волгоград ҡалаһы, Университет проспекты, 26

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
Уҡытыусылары
  • Иванов Сергей Леонидович — 1944—1946 йылдарҙа агрономия факультеты деканы
  • Николай Кириллович Максюта — 1997—2010 йй. Волгоград өлкәһе хакимиәте башлығы; Волгоград дәүләт ауыл хужалығы университетының почетлы профессоры (2001).
  • Виктор Иванович Приписнов — 1998—2001 йй. Волгоград өлкә думаһы рәйесе; Волгоград дәүләт ауыл хужалығы университетының философия кафедраһы мөдире.
Тамамлаусылары
  • Людмила Николаевна Бондаренко — иҡтисад фәндәре докторы, Волгоград дәүләт университетының корпоратив финанстар һәм банк эшмәкәрлеге кафедраһы профессоры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.
  • Виталий Викторович Лихачев — Волгоград өлкә Думаһы рәйесе 2005—2009 йй.
  • Иван Петрович Рыбкин — дәүләт Думаһы рәйесе 1994—1996 йй.
  • Иван Петрович Шабунин — 1991—1997 йылдарҙа В олгоград өлкәһе хакимиәте башлығы

Рейтингы

үҙгәртергә

2020 йыл өсөн Рәсәйҙең медицина юғары уҡыу йорттары рейтингында (рейтинг медицина һөнәре ингән юғары уҡыу йорттарын да индерә) Волгоград дәүләт аграр университеты 54-сы урынды биләй ([1]).

Шулай уҡ ҡарағыҙ: Категория: Волгоград дәүләт аграр университетын тамамлаусылар

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
  2. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  3. Волгоградская ГСХА получила статус университета — Сайт ВолГАУ(недоступная ссылка)
  4. Факультеты ВолГАУ(недоступная ссылка)
  5. Институт повышения квалификации кадров агробизнеса(недоступная ссылка)
  6. Институт непрерывного образования (недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә