Войдокилья (грек. Παραλία Βοϊδοκοιλιά) ― Месинияла, Урта диңгеҙ яры буйындағы пляж. Формаһы менән омега (Ω) грек хәрефен хәтерләтә, өс яҡтан дюндарҙың ярым түңәрәк һыҙаттары менән уратып алынған. Ҡоро ер яғынан Войдокилье менән йәнәш Гиалова лагунаһы урынлашҡан, унда бик күп ҡоштар йәшәй. Пляж һаҡланған биләмә булып тора һәм «Натура 2000» европа программаһының һаҡланған участка селтәренә инә[1][2].

Войдокилья
Рәсем
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Пилос-Нестор
Урын Месиния[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Ион диңгеҙе
Урынлашыу картаһы
Панорамный вид
Вид с воздуха
Карта
 Войдокилья Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

Пляждан өҫтә батша Нестор мәмерйәһе урынлашҡан. Тағы ла юғарыраҡ XIII быуатта төҙөлгән франк Боронғо Наварин ҡәлғәһе (йәки Палеокастро) емереклектәре ята[3]. Пляждың төньяҡ-көнсығыш осонда Несторҙың улы Фрасимедтың ҡәбере урынлашҡан. Туранан-тура яҡынлыҡта археологтар тарафынан неолит дәүере артефактары табылып, был урында б.э. тиклем 4000 йылда күсеп ултырыуҙары тураһында фактҡа күрһәтһә лә, ҡәберлек микен осорона (беҙҙең эраға тиклем 1680―1060) ҡарай[4].

Гомер «ҡомло Пилос» тураһында әйтеп, был пляжды күҙ уңында тотҡан тип һанала. . Бында Телемах үҙенең атаһы Одиссейҙы эҙләгәндә, батша Несторҙы сәләмләгән. Шулай уҡ мифҡа ярашлы, нәҡ ошо Нестор мәмерйәһендә Гермес Аполлондан урлап алған малды йәшергән[5].

Урынлашыуы үҙгәртергә

Йәйәүлеләр маршруты Воидокильянан башлана. Нестор мәмерйәһенә күтәрелеү пляждың көньяҡ-көнбайыш осонда урынлашҡан, ә мәмерйәнән һуң һуҡмаҡ Палайокастро яғына дауам итә. Воидокилья Мессиниялағы Петрохори ауылы эргәһендә ята[6]. Урындағы емереклектәр кәртәләнеп алынмаһа ла, бында территория ябыҡ тип хәбәр итеүсе билдәләр тора. Туристар һарай һәм уның стеналары тирәләй ҡурҡмайынса йөрөй.

Гиалова лагунаһы төрлө күсер ҡоштар өсөн мөһим туҡталыш булып тора. Бында уларҙың 258 төрө тереклек итә, шуларҙың 79-ына юғалыу хәүефе янай.

Пляж нудистарҙың һәм гейҙарҙың яратҡан ял урыны булып тора[7].

Галереяһы үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GR 2550004(недоступная ссылка), 2000 natura
  2. Bostock, Andrew (2010), «Greece: The Peloponnese», Bradt Travel Guides, с. 158, ISBN 978-1-84162-307-8 
  3. Culture Ministry of on-notice site.
  4. Willett, David; Bain, Carolyn; Clark, Michael & Hannigan, Des (2004), «Greece» (6 ed.), Lonely Planet, с. 189, ISBN 978-1-74059-470-7 
  5. Pylos M. / Excursion from Voidokiliabay to Palaiokastro hill. En.agrotravel.gr (14 июль 2008). Дата обращения: 20 сентябрь 2010. 2011 йыл 21 июль архивланған.
  6. "«»", Deon Guide: 22, 2010, <http://issuu.com/deonguide/docs/deoguide?mode=window&pageNumber=53>  2012 йыл 12 июль архивланған.

Һылтанмалар үҙгәртергә