Владимир Далдең әҙәби музейы

Владимир Далдең әҙәби музейы — күренекеле табип, яҙыусы, лексикограф һәм этнограф, Йәнле рус теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөгән Владимир Иванович Далдең тормошо һәм эшмәкәрлегенә арналған әҙәби-мемориаль музей. Луганск ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт музейынынң филиалы булып тора[1].

Владимир Далдең әҙәби музейы
Нигеҙләү датаһы 22 ноябрь 1986
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Луганск
Урынлашҡан урамы Улица Даля[d]
Урын Луганск
Бағышланған Даль Владимир Иванович
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d]
Адрес вул. Володимира Даля, 12 һәм ул. Владимира Даля, 12
Рәсми сайт dal.lg.ua
Карта
 Владимир Далдең әҙәби музейы Викимилектә

Экспозицияһы

үҙгәртергә

Музей 1986 йылдың 22 ноябрендә буласаҡ лексикограф тыуған урамда урынлашҡан. Оҙаҡ ваҡыт Владимир Даль тап ошо йортта тыуған тигән фараз йәшәгән, әммә был мәсьәлә буйынса аныҡ мәғлүмәт юҡ.

Музей экспозицияһы Владимир Далдең һәм уның ғаиләһенең көнкүреш һәм шәхси әйберҙәренән ғибәрәт. Музейҙа Далдең 18971898 йылдарҙағы 10 томлыҡ әҫәрҙәренең тулы йыйынтығы, һирәк литографиялары, Аңлатмалы һүҙлегенең баҫма коллекциялары һаҡлана[2]. Бынан тыш, музей фондында яҙыусының 1836—1855 йылдар дауамында нәшер ителгән әҙәби әҫәрҙәре, шулай уҡ ғилми хеҙмәттәре һаҡлана. Музейҙың ғилми хеҙмәткәрҙәренә Владимир Иванович Далдең үҙе иҫән сағындағы әҙәби әҫәрҙәрен туплап алыу мөмкин була. Ҙур булмаған бүлмә Далдең Украина менән бәйләнешенә арналған, ул унда 20 йыл тиерлек йәшәгән: 4 йыл — Луганскиҙа, һуңынан Николаевта.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Музей истории и культуры Луганска. Дата обращения: 20 ноябрь 2013. Архивировано 15 август 2013 года. 2013 йыл 15 август архивланған.
  2. Даль Музейы

Һылтанмалар

үҙгәртергә