Башкиров Владимир Леонидович
Башкиров Владимир Леонидович (28 ғинуар 1952 йыл — 27 май 1997 йыл) — СССР һәм Рәсәй альпинисы. СССР-ҙың спорт мастеры, халыҡ-ара класлы спорт мастеры, «Ҡар барыҫы» титулы эйәһе, 50-нән ашыу юғары категориялы ҡатмарлы диуар менеүҙәр, шулай уҡ Гималай һигеҙ меңлектәренә менеүҙәр (шул иҫәптән бишәүһе бер календар йыл дауамында (1996—1997). Беренсе дәрәжә «Эдельвейс» ордены кавалеры[2]. «Энергия» РКК-ның төп белгесе[3].
Башкиров Владимир Леонидович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй СССР |
Тыуған көнө | 28 ғинуар 1952[1] |
Тыуған урыны | Чебоксар, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 27 май 1997[1] (45 йәш) |
Вафат булған урыны | Лхоцзе[d], Сагарматха[d], Восточный[d], Непал |
Һөнәр төрө | спортсы, альпинист, инженер |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәБала-үҫмер сағы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Владимир Башкиров Мәскәү янындағы Королёв[4] ҡалаһында (А. Рождественский мәғлүмәттәре буйынса Ҡарағанды тирәһендәге махсус һөргөнсөләр ауылда[5]) тыуған. Уның атаһы, Леонид Филиппович Башкиров (1929—1992)[6], сыуаш яҙыусыһы Алексей Талвирҙың егерме йәшкә кесе ҡустыһы) (1909]]—1979)[7]; һуңынан «Сыуашкабель» һәм электр үлсәгес ҡоролмалар (1978 йылдан — «Электроприбор») Чебоксар заводтары директоры. Бала саҡта Владимир Башкиров Чебоксарҙағы 10-сы мәктәптә уҡый. 1969 йылда Мәскәү физик-техник институтына уҡырға инә, уны тамамлағас, Мәскәү «Энергия» ғилми-производство берекмәһендә эшләй. Студент йылдарында альпинистар секцияһына йөрөй башлай һәм спорттың ошо төрөнә бөтә ҡалған ғүмерен бәйләй. Үҙенең беренсе менеүен 1970 йылда Лядвал исемле бигүк ҡатмарлы булмаған бейеклеккә (2А маршруты буйынса) Кавказда башҡара.
Тәүге альпинист разрядына (3-сө) 1973 йылда, ә инде 1977 йылда — СССР спорт мастеры дәрәжәһенә лайыҡ була. Биш тапҡыр ил чемпионы титулын яулай. 1970—1980 йылдарҙа элекке СССР-ҙың тауҙарында ул бик ҡатмарлы диуар менеүҙәрен, шулай уҡ ете меңлектәрҙе башҡара. Башкировтың Коммунизм пигына Көньяҡ диуарынан менеүен айырып билдәләйҙәр. Күренекле альпинист, Эверестҡа беренсе совет экспедицияһында ҡатнашыусы Казбек Валиев Башкировтың Коммунизм пигына маршруты Эверестҡа күпкә ҡатмарлыраҡ тип әйткән.
1990 йылдар башында, «тимер шаршау» ҡолатылғандан һуң, Башкиров Гималаяларға менеүҙәргә күсә. Уның карьераһында тәүге һигеҙ меңлек 1991 йылдағы Аннапурна була (8091 м). Альпинистарҙың Мәскәү командаһы яңы маршрутты көньяҡ диуарҙың уртаһынан һалырға тырыша, әммә бер ҡатнашыусының йәрәхәтләнеүе арҡаһында (таш төшөү) 7850 метрлыҡ бейеклектән төшөргә мәжбүр була. Шулай булыуға ҡарамаҫтан Башкиров, В. Обиход, Н. Петров һәм С. Исаев бейеклеккә Бонингтон маршруты менән менә (көньяҡ диуарҙан)[8].
1993 йылдың 16 майында Владимир Башкиров Эверестҡа менә (өҫтәмә кислородһыҙ)[9][10]. 1994 йылда көньяҡ диуарҙан Ама-Дабламға менә (Сергей Богомолов, Дмитрий Ботов һәм Сергей Голубцов менән берлектә[11]), ә киләһе йылдың 14 майында Дхаулагириҙы яулай (8167 м).
РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры Владимир Кавуненко фекеренә ярашлы, 1996 йылдың май айынан 1997 йылдың майына тиклем Башкиров тарихта булмаған тиңһеҙ менеүҙәр башҡара[12]. 1996 йылдың 23 майында ул Макалаға менә (төньяҡ-көнбайыш тырпа һырты буйлап, 8463 м), 23 сентябрҙә Чо-Ойюға (8201 м) төньяҡ-көнбайыш тау битенән, 10 октябрҙә Шиша-Пангмуға (8013 м)[13]. 1997 йылдың 26 апрелендә Индонезияла Гималай экспедицияһы гиды булараҡ Башкиров Эверестҡа икенсе тапҡыр менеүҙе башҡара[14], ә 26 майҙа Лхоцзеның түбәһенә күтәрелә.
Владимир Башкиров ошо тауҙан төшкән саҡта 1997 йылдың 27 майында йөрәге туҡтауҙан вафат була.
Владимир Башкиров Рәсәй командаһының Урта Лхоцзеның түбәһенә менеүҙең идеологы була, 2001 йылдың майында был хыялы тормошҡа аша[15]. Башкировтың исеме Чебоксар ҡалаһында студенттарҙың спорт-туристик клубына бирелгән[16].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ) — Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
- ↑ Кавалеры ордена Эдельвейс 1-й степени . Лёд и пламень. Дата обращения: 12 апрель 2016.
- ↑ Захаров П.П., Мартынов А.И., Жемчужников Ю. А. Альпинизм. Энциклопедический словарь.. — Москва: ТВТ Дивизион, 2006. — С. 468—469. — 744 с. — ISBN 5-98724-030-1.
- ↑ Башкиров Владимир Леонидович . Филиал СПбГЭУ в г. Чебоксары (8 декабрь 2011). Дата обращения: 12 апрель 2016. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
- ↑ Рождественский, 2004
- ↑ Бойко И. И. БАШКИРОВ Леонид Филиппович. — Статья в электронной чувашской энциклопедии.
- ↑ Мефодьев А. И. Талвир Алексей Филиппович. — Статья в электронной чувашской энциклопедии
- ↑ Пресс – служба федерации альпинизма Саратовской области. Международная Гималайская экспедиция «Аннапурна (8091) – весна 2008 – В.гр.» Mountain.RU. Дата обращения: 25 апрель 2016.
- ↑ Елена Лалетина. ЭВЕРЕСТ: РОССИЙСКАЯ СТАТИСТИКА. КТО. КОГДА, КАК, ГДЕ, с КЕМ. 1982-2012 . Russianclimb. Дата обращения: 25 апрель 2016.
- ↑ Александр Чумиков. Башкиров. Интервью 24.06.1993г о восхождении на Эверест . Комсомольская правда. Risk.ru (24 июнь 1993). Дата обращения: 25 апрель 2016.
- ↑ Сергей Богомолов. Ама - Даблам (6856 м). Первопрохождение по Южному контрфорсу Восточного гребня с 21 по 28 апреля 1994 года . Mountain.RU. Дата обращения: 25 апрель 2016.
- ↑ Анатолий Букреев,Г. ДеУолт. Приложение 6. Владимир Башкиров // Эверест. Смертельное восхождение. — Litres, 2015. — ISBN 9785457883246.
- ↑ Сергей Шибаев Три вершины одного года // Вокруг света. — 1997. — № 03.
- ↑ Е. Виноградский и Индонезия . Клуб альпинистов и скалолазов Екатеринбурга. Дата обращения: 25 апрель 2016. 2016 йыл 11 июнь архивланған.
- ↑ Юрий Кошеленко. Загадка Лхоцзе Средней. Статья для книги. Русский восьмитысячник . Mountain.RU. Дата обращения: 25 апрель 2016.
- ↑ Туристский клуб им.В.Башкирова . Филиал СПбГЭУ в г.Чебоксары. Дата обращения: 25 апрель 2016.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Памяти Владимира Башкирова. Последнее завещание. Русский восьмитысячник. climbing.ru (2 сентябрь 2012).
- Александр Рождественский. Башкиров Владимир Леонидович: Берсерк Башкиров. Дата обращения: 23 сентябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.
- Башкиров Владимир Леонидович . ИНЖЭКОН в Чебоксарах. (8 декабрь 2011). Дата обращения: 23 сентябрь 2012. Архивировано 28 октябрь 2012 года.