Висенс йорто
Висенс йорто (кат.Casa Vicens) — шәхси торлаҡ йорт, Барселонала 1883 —1885 йылда архитектор Антони Гауди Мануэль Висенс ғаиләһе өсөн төҙөгән, каталон баш ҡалаһының иҫтәлекле урындарының береһе. Йорт Каролинас урамы (кат.Carrer Carolines de les), 22-24 буйынса урынлашҡан, Барселона районында Грасия ла Гаудиның беренсе ҙур закаы булып тора.
Висенс йорто | |
кат. Casa Vicens | |
Кем хөрмәтенә аталған | Manuel Vicens i Montaner[d] |
---|---|
Дәүләт | Испания[1] |
Административ-территориаль берәмек | Vila de Gràcia[d][1] |
Ойошма ағзаһы | Iconic Houses Network[d][2] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | кирбес һәм глазурь[d] |
Архитектор | Антони Гауди |
Архитектура стиле | неомавританский стиль[d], каталонский модернизм[d] һәм архитектура модерна[d] |
Ҡат һаны | 5 |
Число подземных этажей | 1 |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d][3], объект культурного наследия Испании[d][4] һәм культурное достояние Каталонии национального уровня[d][5] |
Майҙан | 1200 квадрат метр[6] |
Адрес | Carrer de les Carolines, 18-24 |
Рәсми сайт |
casavicens.org/es/ casavicens.org casavicens.org/ca/ casavicens.org/fr/ casavicens.org/it/ |
Категория Викисклада для интерьера элемента | Category:Interior of Casa Vicens[d] |
Висенс йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЙорт проектын 1878 йылда Гауди архитектор дипломын алыу менән бер үк ваҡытта эшләй. Йортҡа йәйге резиденция булараҡ кирбес һәм плитка фабриканты М. Висенс заказ бирә, йорт үҫемлек орнаменттары менән шахмат тәртибендә эшкәртелмәгән таштарҙан һәм төҫлө керамик плиткаларҙан төҙөлә. Керамик плитка хужаның эшмәкәрлегенең тейешле баһаһы булып тора.
1925 йылға тиклем йорт хужалары йортҡа реконструкция үткәргәс, Каролинас урамын киңәйтәләр, йортто баҡса менән уратып алалар. Был үҙгәртеүҙәр барышында, шулай уҡ 1946 һәм 1962 йылдарҙа ер участкаһының өлөшө һатылғандан һуң баҡсаның ҙур өлөшө юҡҡа сыға, уның менән бергә ҡойма өлөшө, ротонда һәм каскад менән фонтан да юҡҡа сыға.
2005 йылда Висенс йорто Антони Гаудиның башҡа ижади емештәре менән ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
2017 йылда йортта музей асыла[7]
Билет хаҡы 16 евро тора, 14 йәшкә тиклемге балаларға инеү бушлай[8].
Архитектураһы
үҙгәртергәЙорт төҙөгәндә Гауди эркер, балкон, фасадының сығып торғпн өлөштәре кеүек төрлө декоратив элементтар ҡуллана. Төп төҙөлөш материалы булып эшкәртелмәгән таш була, уларҙы йәш архитектор шахмат йәки сәскә биҙәктәре барлыҡҡа килтергән кирбес һәм кафель менән бергә ҡуллана.
Конструктив биҙәлеше лә, декоратив биҙәлеше лә испан-ғәрәп стиле мудехар йоғонтоһо аҫтында башҡарылған, ул бигерәк тә бинаның өҫкө өлөшөндә һиҙелә, әммә биҙәлештә һуңғы Гаудиға хас булған яңы формалар һәм декоратив элементтар эҙләүендә ынтылыш бар.
Гаудиның был эше, асылда, модернизм стилендә беренсе архитектура эше булып тора, ул шул ваҡытта өҫтөнлөк алған тарихилыҡ менән ҡапма-ҡаршы килеп тора. Тәүге эштәрендә үк Гаудиның архитектура ансамблен төҙөүгә ынтылышы күренеп тора. Шуға күрә ҡапҡаларҙың үҙенсәлекле рәшәткәләрен, тәҙрәләрҙе, балкондарҙы ул үҙе проектлай, аш бүлмәһе, тартыу бүлмәһе интерьерҙарының эскизын башҡара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ https://www.iconichouses.org/houses
- ↑ https://whc.unesco.org/en/list/320-004
- ↑ https://heritage.toolforge.org/api/api.php?action=search&srcountry=es&format=html&srid=RI-51-0003823
- ↑ http://invarquit.cultura.gencat.cat/Cerca/Fitxa?index=0&consulta=&codi=56 (кат.) — Generalitat de Catalunya.
- ↑ https://casavicens.org/wp-content/uploads/2017/11/Pla-Impact-Turist-Casa-Vicens.pdf?dl=1
- ↑ Codrea-Rado, Anna. Gaudí’s First Completed House Opens to the Public (en-US), The New York Times (16 ноябрь 2017). 4 ғинуар 2019 тикшерелгән.
- ↑ Prepare your visit to the museum house (билдәһеҙ). Casa Vicens. Дата обращения: 4 ғинуар 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Весь Гауди. Издательство Editorial Escudo de Oro, S.A. Barcelona. ISBN 84-378-2269-6
Һылтанмалар
үҙгәртергә- casavicens.org — Висенс йорто рәсми сайты (инг.)