Википедия буйынса фекерләшеү:Вики-саралар/Вики-Йәйләү 2016
Шүлгәнташ янындағы Ғәлиәкбәр ауылына ла барып етһәк яҡшы булыр ине. Унда ерле халыҡ күп легенда белә. Яҙып алып Вики-ға ҡуйыр инек. Тағы ла Шүлгән тауы янында әллә күпме кескәй мәмерйә, тарихи тауҙар бар. "Вики любит землю" ға шәп булыр ине улар тураһында яҙһаҡ. Музейҙа координаталары бар. Уларҙы Мәскәү һәм башҡа яҡтан килеп өйрәнеп йөрөйҙәр, ә беҙ күбебеҙ белмәйбеҙ. Проект сараларына килгәндә, мин, мәҫәлән, нисек итеп Вики-китапханаға әҙәби әҫәрҙе ҡуйырға һәм лицензия хатын ебәрергә өйрәтә алам. Интернет эшләһә инде. --Лилиә Ҡәйепова (әңгәмә) 06:12, 27 май 2016 (UTC)
- Лилиә Ҡәйепова, унда дәрес үткәрергә ваҡыт булмаҫ, автобусда ғына өйрәтмәһәгеҙ. Лилиә викикитапханалағы әҫәрҙәрҙе һәр кем үҙенеке итеп баҫтыра ала тигән фекерҙә. Аҡҡашҡа ебәргән хатҡа яуап булманы. Әлегә интернет аша өйрәтергә була.
- Легендаларҙы яҙып алырға ла ваҡыт тар, был эште урындағы волентерға ҡушырға була. Берәй баҫмалы баҫылғас вики-китапханаға ҡуйырға булы. --Саган (әңгәмә) 06:46, 27 май 2016 (UTC)
Ярай, Китапхананы өйрәнергә теләүселәр булһа миңә хәбәр итерһегеҙ. Шүлгән тураһында: ниндәй шарттарҙа йәшәү ҡаралған — палаткаламы, әллә йорттарҙамы? Ойоштороу мәсъәләләрен үҙ-ара бүлешеп алырға кәңәш итәм. Мәҫәлән: Экскурсиялар, тамаҡ ялғау, ашау, йәшәү урынын хәстәрләү, юлдағы тәртип, күмәкләп фотоға төшөүҙө ойоштороу (юғиһә Янғантауҙа ҡасан күмәкләп фотоға төшөүҙе белмәгәс, барыһы ла була алманы), кемдәр ВИКИ өсөн фотоға төшөрә, кемдәр — любительский, тағы ла кемдәр ниндәй матбуғат сараһына информашка бирә, уныһын да алдан һорашып, йөкләп ҡуйырға кәңәш итәм. Был сара — поход шарттарында булғас, бүләкләү маҙар ойоштороп тормайыҡ. Уларын Өфөлә осрашҡанда эшләрбеҙ. --Лилиә Ҡәйепова (әңгәмә) 09:25, 28 май 2016 (UTC)
- Шүлгәнташҡа экскурсияны бик күп туроператорҙар тәҡдим итә. Мин үҙем ошо маршрут (Через три заповедника Урала) буйынса йөрөп ҡайттым. Бындай ойошҡан турҙарҙың күпкә отошло икәнен аңланым. Хаҡын 6500 һ тип ҡуйғандар. Мин шул турҙы (йәки башҡа операторҙы) һайлайыҡ тип тәҡдим итәм. Теләгән кешегә сығып палаткаһында ла йоҡларға мөмкин.
Машина менән дә палаткалар менән сығып киткән бар. Был осраҡта кемдер маршрутты бик яҡшы белергә тейеш. Палатка ҡороу/йыйыу, ашарға әҙерләү, посуда йыуыу төп ваҡытты ала.
Автобус менән түгел, машинала йөрөгөгөҙ килһә, мин Мәжти Ғафири музейы, Башҡортостандың географик үҙәге, Уҡлыҡая, Киндерле мәмерйәһе, хәлегеҙ ҡалһа Сәйетбаба ауылы «Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге», Усолка тоҙло һыуы маршруты буйынса алып сыға алам. Иртән китәбеҙ, кис әйләнеп ҡайтабыҙ. Ваҡыт бик тығыҙ, термос менән сәй, ашарға үҙебеҙ менән алабыҙ. --Саган (әңгәмә) 04:45, 21 май 2016 (UTC)
- бындай турҙар ойоштороу тураһында ла кисә һөйләштек. Мотлаҡ барыбыҙға ла түгел, ә бер нисә кеше йылып сығырға була, тип. Тик бер шарт, турҙар маҡсатлы булырға тейеш, йә кешеләр менән осрашыу, йә фотоға төшөрөү, һәм башҡа төрлө вики-һөҙөмтәһе булырға тейеш. Кемдер тур тураһында тәҡдим әйтә, сығымдары күпме булыуын иҫәпләй, бергәләп грант яҙабыҙ һәм хыялды тормошҡа ашырабыҙ. Грантты Dina1965 исемнә алырға, тип кисә килештек. бр кеше генә отчет эшләр һуңынан. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:31, 21 май 2016 (UTC)
Ни өсөн ойошҡан рәүештә автобус менән бармаҫҡа? Кемдер автобуста йөрөргә яратмаймы? --Саган (әңгәмә) 05:17, 23 май 2016 (UTC)
- Була, шулай уйлашабыҙ. Кемгә нисек уңайлы. Мин үҙем машина менән барырмындыр. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 05:47, 23 май 2016 (UTC) -->
== Аҡбуҙат турбазаһы яуабы ==
|
- А насчет гранта. Успеем получить? --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 10:01, 23 май 2016 (UTC)
- Бөгөн яҙып бөтөрөргә тырышырмын. Быларҙан яуап көткәйнем. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 11:32, 23 май 2016 (UTC)
переезжаем в Башҡорт иле, т.к. в Акбузате нет связи вообще. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 08:58, 17 июнь 2016 (UTC)
Киләһе сара
үҙгәртергә- Әгәр ҙә киләһе семинар октябрь айында Сибайҙа планлаштырылған икән, киләһе сараны ниндәй ваҡыттан һуң ойошторорға мѳмкин була?--Мухамадеева (әңгәмә) 16:34, 17 июль 2016 (UTC)
- Эльза, Әле үткән форматта ҡышҡы каникул ваҡытында, ғинуар башында эшләргә була. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 16:49, 17 июль 2016 (UTC)