Википедия:Ҡатнашыусыларҙы эҙәрләмәгеҙ
Ҡатнашыусыны эҙәрләү — хуплау тапмай торған тәртип, эҙәрләнгән ҡатнашыусыла йә ҡатнашыусыларҙа кире хис-тойғолар уятыуға йүнәлтелгән ғәмәлдәр. Был тәртип эҙәрләнгән кешеләргә Википедияла эшләүҙе ҡыйынлаштырып, уларҙы кәмһетеп, ҡурҡытып, Википедияла эшләүҙән өркөтөргә, унан сығып китергә мәжбүрләргә тырышыу менән аңлатыла.
Ҡатнашыусыларҙы эҙәрлекләү төрҙәре
үҙгәртергәБыл ҡағиҙәләрҙә эҙәрләү тип ҡарала алған ғәмәлдәрҙең тулы исемлеге бирелмәй, сөнки бының менән шөғөлләнеүселәр ңҙәрләүҙең яңынан-яңы ысулдарын табып тора. Тәжрибә күрһәтеүенсә, түбәндәге ғәмәлдәр эҙәрләүгә инә:
- 1. Берәй ҡатнашыусының төҙәтеүҙәрен күҙәтеү һәм уларҙы мөхәррирләү, комментарийҙар яҙыу йәки кире ҡайтарыу (был тәртип викисталкинг тип тә атала).
- Эҙәрләүсенең мәҡәлен яҡшыртырға түгел, ә «этләшеп» маташыуы күренеп тора. Быға эҙәрләүгә дусар булған ҡатнашыусының төҙәтеүҙәрен нигеҙһеҙ кире ҡайтарыу; {{орисс}}, {{стиль}}, {{нейтраллек}}, {{дөрөҫлөк}} кеүек ҡалыптар ҡуйыу; ҡатнашыусының мәҡәләләрен йә берәй тематикаға ҡараған мәҡәләләрҙе, тарафһыҙ ҡатнашыусылар фекеренсә, нигеҙһеҙ юйҙырыуға ҡуйыу; абсурдҡа еткереү (мәҫәлән, һәр фразаға тиерлек сығанаҡ талап итеү); мәҡәләләргә, эҙәрләүсе күҙаллағанса, ҡорбанына оҡшамаҫтай объектив булмаған фекерҙәр индереү һ.б.
- Шул уҡ ваҡытта берәй ҡатнашыусының мәҡәләләрен Википедия ҡағиҙәләре күҙәтелеүгә тикшереү, ҡалыптар ҡуйыу (сығанаҡтар ҡуйыуҙы талап итеү, мәҡәләне тарафһыҙландырыу, стилен яҡшыртыу һ.б.), хаталар төҙәтеү, тарафһыҙландырыу, юйҙырыуға нигеҙле ҡуйыу һәм изге ниәт менән башҡарылған башҡа ғәмәлдәр эҙәрләү («викисталкинг») тип һаналмай (бигерәк тә ҡатнашыусы электән ҡағиҙә боҙоуҙар менән билдәле булһа). Шулай уҡ теге йәки был ҡатнашыусының индергән өлөшө менән ябай танышыу ҙа «викисталкингҡа» ҡарамай. Һәр ҡатнашыус индергән өлөштө теләгән бер ҡатнашыусы ҡарай һәм тикшерә (шик аҫтына ала) ала. «Викисталкинг»ҡа шулай уҡ емерткес ниәттәр, проектҡа йә берәй ҡатнашыусыға зыян килтереү теләге инә.
- 2. Маҡсатлы шәхси һөжүмдәр
- Шәхескә һөжүмдәр һәм кәмһетеүҙәр һәр береһе ҡатнашыусыны эҙәрләү тип баһалана алмай. Ләкин ҡатнашыусы бер үк ҡатнашыусы йә ҡатнашыусылар төркөмөнә даими һөжүм итеп һәм уны кәмһетеп торһа, уның тәртибе эҙәрләү тип ҡарала ала. Кәмһетеүҙәр ситләтеп йә йәшереп тә эшләнергә мөмкин, мәҫәлән, эҙәрләү ҡорбанына икенсе берәүҙең ташланыуын маҡтау һәм хуплау рәүешендә.
- 3. Янауҙар
- Бер ҡатнашыусының икенсеһенә янауы һәр осраҡта ла уны эҙәрләү тип баһалана. Ҡатнашыусыға тормошонда зыян килтереү менән янау ҙа, уның Википедиялағы эшенә ҡамасаулау ҙа, уның хеҙмәт емештәрен юҡ итергә йә башҡа төрлө зыян килтерергә маташыу ҙа эҙәрләүгә инә. Янауҙар ҙа йәшерен дә, ситләтеп тә яһалырға мөмкин, әммә улар самалатып танылып тора.
- Ҡатнашыусыға, ҡатнашыусылар төркөмөнә йә Википедия проектына суд дәғүәһе менән янау махсус осраҡ булып тора һәм уға ҡағылышлы айырым ҡағиҙә бар. Уға ярашлы, бындай ҡатнашыусыға мөҙҙәтһеҙ бикләү янай.
- 4. Шәхси мәғлүмәтте асыу
- Башҡа ҡатнашыусының шәхси мәғлүмәтен (ысын исеме, өй йә эш адресы, телефон номеры, E-mail-адресы йә башҡа бәйләнешкә инеү мәғлүмәте) асыу, уларҙы ҡатнашыусы үҙ ихтыяры менән Википедия битенә урынлаштырмаған йә башҡа асыҡ сығанаҡтарға ҡуйған шәхси мәғлүмәте менән бәйләмәгән булһа, уны эҙәрләү тип баһалана. Шәхси мәғлүмәтте асыу ҡатнашыусыны тормошта насар эҙемтәләргә килтереүе ихтимал булыуын аңларға кәрәк. Шәхси мәғлүмәт тураһында ябыҡ сығанаҡтарға һылтанмаған имеш-мимеш, даими һәм бәйләнсек төҫ алмаһа, шәхси мәғлүмәтте асыу тип һаналмай.
- 5. Яла яғыу/ троллинг
- Ҡатнашыусыны яманатлы итергә тырышып, ялған хәбәрҙәр таратыу яла яғыу булып тора һәм шулай уҡ ҡатнашыусыны эҙәрләү тип һанала. Әммә факттарға нигеҙләнеп әйтелгән һығымталар һәм фекерҙәр яла яғыу булмай.
- 6. Ҡатнашыусыны уның шәхси биттәрендә (ҡатнашыусының фекер алыгыу битендә, ҡатнашыусының ярҙамсы битендә, шәхси битендә) эҙәрләү
- Ҡатнашыусының фекер алышыу битендә нигеҙһеҙ йә йомшаҡ нигеҙләнгән (тарафһыҙ ҡатнашыусылар фекеренсә) «иҫкәртеүҙәр» урынлаштырыу, мәғәнәһеҙ текстар өҫтәү, шундай текстарҙы ҡатнашыусы кире алғандан йә архивлағандан һуңтергеҙеү, ҡатнашыусы битенә уны кәмһеткән йә уға оҡшамаған ҡалыптар ҡуйыу һ.б. эҙәрләүҙең йыш осраған төрҙәре булып тора.
- Ҡатнашыусының бите — уның үҙе тураһында күпмелер мәғлүмәт ҡуя торған урыны. Ҡатнашыусының фекер алышыу бите проект өҫтөндә берлектәге эшлекле аралашыу өсөн тәғәйенләнә. Уларҙың береһе лә ҡатнашыусының «хурлыҡ таҡтаһы» түгел һәм ҡатнашыусыға ҡағылышлы ғәмәлдәге йә уйҙырма проблемаларҙы элеп ҡуйыуға тәғәйенләмәгән, унда ҡатнашыусының Википедия ҡағиҙәләрен боҙғаны өсөн тарафһыҙ хакимдарҙың уны биклеүе тураһындағы хәбәрҙәре генә ҡуйыла ала. Әгәр ҡатнашыусының шәхси битендә йә фекер алышыу битендә һеҙҙең ҡарамаҡҡа ысынлап та булырға тейешле йә, киреһенсә, юйҙырылырға тейешле мәғлүмәт бар тип һанаһағыҙ, һуғыш асҡансы, был турала тарафһыҙ (низағта ҡатнашмаған) хакимдарға еткерегеҙ.
- 7. Өсөнсө кешеләр тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашыусыны эҙәрләү
- Википедияла һәр ҡатнашыусы башҡа ҡатнашыусыларҙың фекер алышыу биттәрендә һәр бәхәстә ҡатнаша ала. Ләкин бер ҡатнашыусы менән низағта торған икенсе ҡатнашыусы беренсеһенең өсөнсө кешеләр менән фекер алышыуҙарына даими ҡыҫылһа (шәхси кәмһетеүҙәрҙең тыйылыуы тураһындағы ҡағиҙәне боҙоуы мотлаҡ шарт түгел), был тәртип эҙәрләү тип һанала ала.
- 8. Коллектив фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыусыны эҙәрләү
- Әгәр икенсе ҡатнашыусы йә ҡатнашыусылар менән низағта торған бер ҡатнашыусы төрлө ситуацияларҙа был ҡатнашыусының йә ҡатнашыусыларҙың тәртибенә берлшмә йәки хакимдар иғтибарын тартһа (вандализмдан башҡа осраҡтарҙа), ҡағиҙәләрҙе боҙоуҙа бигүк нигеҙһеҙ ғәйептәр таҡһа, уның ғәмәлдәре эҙәрләү тип табыла ала. Хатта ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтары булған хәлдә лә, ҡатнашыусының хаталарына үтә ныҡышмалы, кәрәгенән артыҡ ҙур иғтибар биреү эҙәрләүгә индерелергә мөмкин.
- 9. Ҡатнашыусыны уға арналған мәҡәләлә эҙәрләү
- Википедияла шулай уҡ унда ҡатнашыусылар тураһында персоналийҙарҙың әһәмиәтлелеге критерийҙарына яуап биргән мәҡәләләр ҙә булырға мөмкин. Мәҡәләгә кәмһеткес, дөрөҫлөккә тап килмәгән, тарафлы, абруйлы сығанаҡтарға һылтанмаһыҙ, нисбәтһеҙ мәғлүмәт ҡуйыу, шулай уҡ аерсоналийҙарҙың әһәмиәтлелеге критерийҙарына тап килмәгән мәҡәлә булдырыу йә юйылғанды тергеҙеү ҙә ҡатнашыусыны эҙәрләүгә индерелә. Әммә был кешенең эшмәкәрлеге тураһында кәмһетеүгә юл ҡуймау тураһындағы ҡағиҙәгә тап килгән, абруйлы сығанаҡтар менән раҫланған һәм ВП:НҠ талаптарына ярашлы булған тәнҡитле мәғлүмәт өҫтәү ҡатнашыусыны үҙәрләү була алмай.
- 10. Хаким йәки тикшереүсе (чекъюзер) вәкәләттәрен ҡулланып ҡатнашыусыны эҙәрләү
- Википедия хакимдары Википедия ҡағиҙәләренең үтәлеүен күҙәтергә тейеш. Хаким үҙ вазифаларын башҡарғанда шәхси симпатиялары һәм антипатияларынан, проектҡа ҡағылышы булмаған сәйәси ҡараштарынан сығып эш итә алмай. Атап әйткәндә, ҡатнашыусы менән низағта торған хаким яғынан Википедия ҡағиҙәләре менән нигеҙләнмәгән йә йомшаҡ нигеҙләнгән, йә үтә оҙайлы мөҙҙәткә бикләнгән йә бикләргә янау алған ҡатнашыусы ла эҙәрләнеүсе тип һанала. «Низағтың» нимә икәнен теүәлерәк формалаштырырға кәрәк: юғиһә ике яҡтан да уҫал ниәттә файҙаланыуҙар убулыр. Бындай осраҡтарҙа бикләүҙең нигеҙле йә нигеҙһеҙ булыуын Юғары шура билдәләй. Хаким вәкәләттәрен ҡулланып, ҡатнашыусыны эҙәрләү хакимды «хаким» (sysop) тигән техник флагтан мәхрүм итергә мөмкин.
- Ҡатнашыусы менән низағта тормаған хакимдың үҙ вәкәләттәрен Википедия ҡағиҙәләрен һәм Юғары шура ҡарарҙарын үтәүҙе тәьмин итеү өсөн ҡулланыуы эҙәрләү тип ҡарала алмай.
- Википедия чекъюзерҙары үҙ вәкәләттәрен үтәгәндә Викимедиа фондының конфиденциаллек сәйәсәтенә таянырға тейеш. Чекъюзерҙың теге йәки был ҡатнашыусыны нигеҙһеҙ тикшереүе (ҡағиҙәләрҙе боҙоуына шикләнерлек нигеҙ булмағанда), тикшереү ҡағиҙәләрен боҙоуы, ҡатнашыусыны тикшереү кәрәклеге тураһындағы үтенес булмаған көйө («ҡыҙыҡ күреп») тикшереү, конфиденциаллек сәйәсәтен боҙоу (тикшереү барышында алынған шәхси мәғлүмәтте нигеҙһеҙ таратыу) ҡатнашыусыны чекъюзер вәкәләттәрен файҙаланып эҙәрләүгә инә.
- Чекъюзер вәкәләттәрен нигеҙле үтенес буйынса һәм тикшереү ҡағиҙәләрен теүәл үтәп тикшереү өсөн файҙаланыу эҙәрләү булмай.
- 11. Хакимдарҙы, бейәрҙе, шура ағзаларыни чекъюзерҙарҙы уларҙың вәкәләттәрен үтәенә бәйле эҙәрләү
- Хакимды (бейҙе, шура ағзаһын, тикшереүсене) эҙәрләү
- Ҡатнашыусының теге йәки был хакимдың (бейҙең, шура ағзаһының, тикшереүсенең) ниндәйҙер ғәмәлдәре менән риза булмағанға төрлө форумдарҙа, фекер алышыу биттәрендә даими ялыуҙар яҙыуы хакимды (бейҙе, шура ағзаһын, тикшереүсене) эҙәрләү тип баһалана.
- Ошо ҡағиҙәгә ярашлы, хакимдың (бейҙең, шура ағзаһының, тикшереүсенең) бәхәсле ғәмәленә (ҡарашына) («Вниманию участников» (ВП:ВУ), «Запросы к администраторам» (ВП:ЗКА)) форумдарының береһендә йә — тар мәсьәләгә ҡағылһа — ҡатнашыусының фекер алышыу битендә башҡа ҡатнашыусыларҙың иғтибарын тартыу өсөн бер тапҡыр булдырыла торған тема асыла ала.
- Шул уҡ ваҡытта хакимдың (бейҙең, шура ағзаһының, тикшереүсенең) бер үк ғәмәлен ҡат-ҡат тикшереүгә сығарыу, шулай уҡ уның башҡа фекер алышыуҙарҙағы элекке ғәмәлдәренә һылтаныу тыйыла.
Хакимдарҙың ғәмәлдәре
үҙгәртергәБыл ҡағиҙәне боҙған ҡатнашыусыларға хакимдар иҫкәртеү, бикләү, топик-бан һәм башҡа саралар ҡуллана ала.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Википедия:Яңы килгәндәргә бәйләнмәгеҙ
- Википедия:Тролдәрҙе ашатмағыҙ
- Википедия:Вандалдар менән әрләшмәгеҙ