Википедия:Бойондороҡло сығанаҡтар

  Ҡалып:Эссе

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:АФИ
  • ВИКИПЕДИЯ:АФИ

Бойондороҡло сығанаҡ (рус. аффилированный источник, ингл. affiliate — «ҡушыу, берләштереү») — мәҡәлә предметына, был предметты эшләүсегә йә етештереүсегә ҡыҫылышы булған сығанаҡ. Бындай сығанаҡтар мәҡәләнең энциклопедик әһәмиәтен нигеҙләү өсөн файҙаланыла алмай. Рәсми сайт, матбуғатрелизы, социаль селтәрҙәге битләү йәки мемуарҙар бойондороҡло сығанаҡтың иң йыш осрай торған миҫалдары тип һанала.

Википедияла «бойондороҡло сығанаҡ» төшөнсәһе, ҡағиҙә булараҡ, «бойондороҡһоҙ сығанаҡ» төшөнсәһенең антонимы булып тора. Әһәмиәтлелек критерийына ярашлы, «предмет йәки тема бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа ярайһы уҡ ентекле яҡтыртылһа, әһәмиәтле тип һанала». Ябайлаштырып әйткәндә, мәҡәлә темаһына бойондороҡһоҙ кешеләр яғынан ҡыҙыҡһыныу булыуы уның әһәмиәтлелеген дәлилләй. Бойондороҡло сығанаҡтар өсөн, исеменән күренгәненсә, бойондороҡһоҙлоҡ талаптары күҙәтелмәй. Йәғни бойондороҡло сығанаҡтар энциклопедик әһәмиәт бирмәй, һәм шулар менән генә нығытылған мәҡәлә юйылыуға тәҡдим ителә ала. Шуның менән бергә, бойондороҡло сығанаҡ мәҡәлә предметын эшләүсегә дан килтерергә мөмкин, әммә хатта был осраҡта ла эшләүсегә йә эшләүселәргә данды бойондороҡло сығанаҡ түгел, ә уның тураһында бойондороҡһоҙ абруйлы сығанаҡтарҙа баҫылған материалдар килтерә.

Бынан тыш, (ВП:АС ҡағиҙәһенең «сығанаҡтарҙы баһалау» бүлегендә яҙылғанынса) «Абруйлылыҡ сағыштырмаса, аныҡ һәм контексҡа бәйле» булған кеүек, сығанаҡтың бойондороҡлолоғо ла шулай уҡ сағыштырмаса, аныҡ һәм контексҡа бәйле. Бойондороҡһоҙ сығанаҡ уны булдырыусылар өсөн генә бойондорҡло һанала. Мәҫәлән, музей үҙендә һаҡланған картиналарҙың каталогын фәнни комментарийҙар менән баҫтырып сығарһа, был музейҙың үҙенә энциклопедик әһәмиәт өҫтәмәй, әммә был картиналарҙың авторҙары өсөн юғары абруйлы һәм бойондороҡһоҙ булып тора. Баҫылған мемуарҙар авторына әһәмиәт өҫтәмәй, әммә унда уға бәйле булмаған теге йәки был ваҡиға тураһында яҙылһа, уға ҡарата бойондороҡло сығанаҡ булыуҙан туҡтай.

Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: «сығанаҡтың абруйлылығы/абруйһыҙлығы» һәм «сығанаҡтың бойондороҡһоҙлоғо/бойондороҡлолоғо» — сығанаҡ тураһында бер-береһенән ныҡлы айырылып торған һыҙатламалар. Бойондороҡло сығанаҡтың абруйлы булыуы ла ихтимал. Бойондороҡло булмауы ла абруйлылыҡты гарантияламай, мәҫәлән, маргиналлек арҡаһында. Предметтың энциклопедиу әһәмиәтен иҫбатлау өсөн бер үк ваҡытта абруйлы ла һәм бойондороҡһоҙ ҙа булған сығанаҡтар кәрәк.

Википедияның ҡайһы бер ҡатнашыусылары бойондороҡло сығанаҡтарға ышанмауына ҡарамаҫтан, уларҙыҡулланыуҙы аҡларға мөмкин, сөнки уларҙа мәҡәлә предметы мөһим факттар булырға мөмкин. Йыш ҡына бойондороҡло сығанаҡ һүрәтләнгән шәхескә, хәл-ваҡиғаға йә раҫламаға ныҡ яҡын тора. Әммә ундағы баһа биреүсе фекерҙәргә тәнҡитле күҙлектән ҡарарға кәрәк; улар ниндәй ҙә булһа мәсьәләгә компанияның, дәүләт ведомствоһының, айырым кешенең ҡарашын күрһәтеү өсөн күрһәтеү өсөн алынырға мөмкин, әлбиттә, әгәр ул <a href="./%D0%92%D0%B8%D0%BA%D0%B8%D0%BF%D0%B5%D0%B4%D0%B8%D1%8F:%D0%9C%D3%99%D2%A1%D3%99%D0%BB%D3%99%20%D1%8D%D1%81%D1%82%D3%99%D0%BB%D0%B5%D0%B3%D0%B5%D0%BD%D0%B4%D3%99%20%D0%BD%D0%B8%D1%81%D0%B1%D3%99%D1%82%D0%BB%D0%B5%D0%BB%D0%B5%D0%BA" rel="mw:WikiLink">Википедия:Мәҡәлә эстәлегендә нисбәтлелек</a> ҡағиҙәһенә яраҡлы булһа. Ләкин мәҡәләлә бойондороҡло сығанаҡтарҙы ҡулланыу мөмкин тип табылһа ла, уларҙы тикшерергә, икенсел йәки өсөнсөл бойондороҡһоҙ сығанаҡтарҙы йәлеп итергә тырышырға кәрәк.

Һылтанмалар

үҙгәртергә