Википедия:Мәҡәлә оҫтаһы/Предмет

2. Тема
3. Әһәмиәт
4. Сығанаҡтар
5. Эстәлек
6. Тамамлау

Һеҙ яҙырға теләгән нәмә тураһында мәҡәлә бармы?

Башҡорт Википедияһында хәҙерге ваҡытта 63 751 мәҡәлә бар. Һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған нәмә тураһында башҡа мәҡәләлә яҙылған булыуы мөмкин. Ҡабаттан мәҡәлә төҙөмәҫ өсөн төрлө һүҙҙәр ҡулланып ундай мәҡәләнең бармы-юҡмы икәнен эҙләп ҡарағыҙ. Әгәр мәҡәлә табылһа, йүнәлтеү яһарға кәрәк.

Мәҡәлә барлығын тикшермәгән булһағыҙ, төрлө һүҙҙәр ҡулланып эҙләп ҡарағыҙ. Әгәр табылмаһа, был биткә кире ҡайтығыҙ.

Буласаҡ мәҡәләнең эстәлеге әһәмиәтлеме?

Иғтибар итегеҙ

Талаптарға яуап бирмәгән мәҡәләләр «юйылыуы мөмкин». Әгәр үҙ мәҡәләгеҙҙең юйылыуын теләмәһәгеҙ, был кәңәштәргә ҡолаҡ һалығыҙ һәм сифатлы мәҡәләләр яҙығыҙ.

Нисек кенә булһмаһын, һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған нәмә тураһында мәҡәләнең булмауы, ул мәҡәләнең Википедияға тап киләсәген аңлатмай. Проект берләшмәһе мәҡәләнең Википедия маҡсаттарына тап килеп-килмәүен билдәләгән аныҡ әһәмиәт критерийҙарын ҡуйған. Дөйөм фекер ошондай: мәҡәлә яһар алдынан үҙегеҙгә ошо һорауҙы бирегеҙ һәм тикшерегеҙ, ундай мәҡәлә башҡа ҙур ҡағыҙ энциклопедияла (мәҫ. БСЭ, Башҡорт энциклопедияһы, Британника һ.б.) бармы йәки унда була алыр инеме? Әгәр яуабығыҙ шикһеҙ «эйе» булһа, күп осраҡтарҙа был мәҡәлә Википедия өсөн дә ярай. Әгәр яуабығыҙ «юҡ» булһа, Википедияла ҡабул ителгән әһәмиәт критейҙарын ҡарағыҙ.

Зинһар, киләһе темалар буйынса мәҡәлә яҙмағыҙ:

  • үҙегеҙ тураһында;
  • дуҫтарығыҙ тураһында;
  • үҙ музыка төркөмөгөҙ тураһында;
  • сайтығыҙ тураһында;
  • компанияғыҙ тураһында;
  • үҙ эштәрегеҙ тураһында.

Күп осраҡта улар юйыласаҡ.


Нимә тураһында яҙырға теләйһегеҙ?

Был оҫта эшләнеп бөтмәгән әле.
Үҙ фекерҙәрегеҙҙе белдерегеҙ.
—Рәхмәт.