Википедия:Мәҡәләләрҙең күләме

Ҡыҫҡа эске йүнәлтеү һылтанмаһы ВП:МК
ВП:КҮЛӘМ

Был биттә мәҡәлә күләмен сикләү буйынса тәҡдимдәр бирелә.

Мәҡәлә күләмен сикләүҙең ихтимал сәбәптәре:

  1. уҡыусыларҙың ихтыяжы (мәҡәләнең уҡыу өсөн уңайлылығы, мәғлүмәтте дөрөҫ урынлаштырыу, иң мөһим аспекттарҙы айырыу һ. б.);
  2. мөхәррирҙәрҙең ихтыяждары (фекер алышыу биттәренең самаһыҙ үҫеп китеүе, әһәмиәтһеҙ төҙәтеүҙәр буйынса ла аяуһыҙ бәхәстәр барыуы һ. б.);
  3. мәғлүмәт менән тулыландырыуҙы дәртләндереү маҡсатында (билдәле бер күләмгә еткәс, өҫтәрлек факттар булһа ла, мәҡәләләр йыш ҡына үҫеүҙән туҡтай);
  4. техник сәбәптәр (браузерҙарҙың техник мөмкинлектәренең сиклелеге, түбән тиҙлекле Интернет, мобиль ҡоролмалар (мәҫәлән, кәрәҙле телефон) аша инеүселәргә мәғлүмәт ҡулланыу мөмкинлеген биреү һ. б.

Мәҡәлә ҡулай күләмдән артып китһә, уны әһәмиәтһеҙ деталдәрҙе юйҙырыу йә уның ҡайһы бер өлөштәрен тарыраҡ тематикалы мәҡәлә итеп күсереү юлы менән ҡыҫҡартырға тәҡдим ителә.

Мәҡәләне уҡыусының ҡабул итеүе

үҙгәртергә

Википедиялағы һәр мәҡәлә «эволюция» кисерә һәм ул артабан үҫергә мөмкин. Бер авторҙар мәҡәлә яҙыуҙы тамамлағас, икенселәр мәғлүмәт өҫтәүҙе дауам итә. Был проблема түгел, сөнки, ғәмәли күҙлектән ҡарағанда, Википедия төпһөҙ һауыт кеүек — шул уҡ ваҡытта артыҡ оҙон мәҡәләләрҙе уҡыу, мөхәррирләү, улар буйлап йөрөү уңайһыҙ булырға мөмкин. Мәҡәлә яҙғанда быларҙың бөтәһен дә иҫәпкә алырға кәрәк.

Уртаса уҡыусы ғәҙәттә 6—10 мең һүҙҙе уҡығас арый, был яҡынса 40—50 тамғалы күренеп торған тексты тәшкил итә.[1] Махсус йә башҡа төрлө ҡатмарлы мәғлүмәт менән тулы мәҡәлә күләме бынан да әҙерәк булырға мөмкин.

Ҡабул итеүҙе еңеләйтеү өсөн мәғлүмәттең бер өлөшөн айырым мәҡәләләр итеп айырырға, ә төп мәҡәләлә ҡыҫҡаса резюме ғына ҡалдырырға мөмкин. Әммә был бүлендек мәҡәләләр Википедия талаптарына һәм ҡағиҙәләренә тап килһә генә мөмкин. Башҡа осраҡтарҙа оҙон мәҡәләләрҙе әһәмиәтһеҙ өлөштәрен юйҙырыу иҫәбенә ҡыҫҡарталар. Шуның менән бергә мәҡәлә темаһын тулы асыу кәрәклеген оноторға ярамай.

Текст итеп иҫәпкә алынмаусы материалдар

үҙгәртергә
  • һалынмалар һәм «Йөкмәтке» бүлектәре;
  • таблицалар, һүрәттәр, галереялар һәм уларҙың аҫъяҙмаһы;
  • белешмә бүлектәре: «Иҫкәрмәләр», «Шулай уҡ ҡарағыҙ», «Һылтанмалар», «Әҙәбиәт» һәм башҡа шундайҙар;
  • категориялар һәм ярҙамсы билдәләр (һуңғы тапҡыр үҙгәртелеү ваҡыты, лицензия һ.б.).

Ихтимал булған мөмкинлектәр

үҙгәртергә

Мәҡәләләрҙең ике төрөнә был тәҡдимдәр яраҡһыҙ. Береһе — исемлектәр, икенсеһе — теге йәки был ғилем өлкәһе тасуирланған дөйөм мәҡәләләр. Был мәҡәләләр ниндәй ҙә булһа тема өсөн сығанаҡ нөктә булып тора. Уларҙа мәғлүмәтте нисек тә ҡыҫып, дөйөмләштереп, аҫтемаларҙы айырым мәҡәләләргә сығарып бирергә кәрәк. Мәҡәләне уҡыуҙың уңайлылығы төп принцип булып ҡала.

Ҡыҫҡа мәҡәләләр

үҙгәртергә

Әгәр мәҡәлә бик ҡыҫҡа (1000 тамғанан кәмерәк) булһа, айҙар буйы күләме үҙгәрмәһә, уны энциклопедик мәғлүмәт менән тулыландырыу мөмкин булмаһа, уның темаһын киңәйтеү йә яҡын темалы икенсе мәҡәлә менән берләштереү тураһында уйларға кәрәк. Бындай осраҡта мәҡәлә йүнәлдереүгә йәки күп мәғәнәлелектәр битенә әйләнергә мөмкин. Әгәр ҙә мәҡәләнең үҫеш перспективаһы томанлы булһа, уны Википедия: Яҡшыртылыуға исемлегенә индерергә була — был проект бәләкәй күләмле әһәмиәтле мәҡәләләрҙе камиллаштырыу өсөн кәрәк. Бәлки, ундай мәҡәләләрҙе тулыландыра алған ҡатнашыусылар табылыр. Әгәр ҙә был сара ла һөҙөмтәгә килтермәһә, мәҡәләне икенсе мәҡәлә менән берләштереү йә темаһын киңәйтеү мөмкинлегенә әйләнеп ҡайтырға кәрәк.

Техник сикләүҙәр

үҙгәртергә

Мәҡәләнең ҡулай күләме мәсьәләһен ҡарағанда уҡыусылар өсөн уңайлылыҡты ғына түгел, Интернетҡа инә торған техник ҡоролмаларҙың мөмкинлектәрен дә күҙҙә тоторға кәрәк.

Викитекстың тулы күләме 32 КБ-нан артҡас та уның тураһындағы хәбәр мөхәррирләү тәҙрәһен асҡан һайын күренә башлай.[2]

Бик оҙон мәҡәләләр

үҙгәртергә

Әлеге ваҡытта 2 МБ-лы күләм мәҡәлә өсөн ҡәтғи техник сикләү булып тора, был MediaWiki сикләүҙәренә бәйләнгән.

Шул уҡ ваҡытта 400 КБ-нан (???) артҡан мәҡәләләр браузер версияһына йә башҡа техник сәбәптән боҙолоп күренергә йә хатта күренмәҫкә мөмкин. Ҙур күләмле мәҡәләләр менән эшләгәндә түбән тиҙлекле Интернет һәм көсһөҙ мобиль ҡулайлама (хәтер күләме етмәй, көсһөҙ процессор) арҡаһында ҡыйынлыҡтар тыуыуы ихтимал. Был ике осраҡта ла файлдар оҙаҡ тейәлә. Хәҙерге мобиль браузерҙар һәм ҡайһы бер иҫке PC-браузерҙар оҙон биттәрҙе боҙоп күрһәтә (???).

Ашыҡмағыҙ

үҙгәртергә

Ҡайһы бер файҙаланыусыларға ҡағылған техник сикләүҙәр арҡаһында ғына мәҡәләне «ҡырҡырға» ашыҡмағыҙ. Уртаса техник ҡоралланғанлыҡ кимәленең үҫеүенә, яҡын киләсәктә бөгөнгө техник сикләүҙәрҙең юҡҡа сығыуына иҫәп тоторға кәрәк. Һеҙ мәҡәләнең структураһы тураһында башҡа мөхәррирҙәр менән фекер алыша алаһығыҙ, бәлки, уны бер нисә бәләкәйерәк мәҡәлә итеп төҙөү яҡшыраҡтыр. Ҡайһы берҙә теманы асыу өсөн тап ҙур күләмле мәҡәлә яҙырға кәрәк. Мәҡәлә күләме дөрөҫ һәм кәрәкле мәғлүмәтте юйҙырыу өсөн нигеҙ була алмай.

Оҙон мәҡәләләрҙе нисек табырға

үҙгәртергә
  • Мәҡәләнең һәр версияһының күләме төҙәтеүҙәр тарихында яҙылып бара (2007 йылдың апреленән башлап).
  • Оҙон мәҡәләләрҙе мөхәррирләгәндә өҫтә махсус иҫкәртеү күрһәтелә.
  • Үҙегеҙҙең көйләүҙәрҙә «Башҡа көйләүҙәр» секцияһында һеҙ «Болванканы билдәләү сиге» (байттарҙа) дәүмәлен ҡуя алаһығыҙ. Шул сағында ошо дәүмәлдән кәм күләмле мәҡәләләргә һылтанмалар ҡуйы ҡыҙыл төҫ менән күрһәтеләсәк.

Бәхәсле бүлекте айырым мәҡәлә итеү

үҙгәртергә

Мәҡәләне бүлектәргә ҡараштар һәм фекерҙәр буйынса түгел, ә тематик принциптан сығып бүләләр. Әйтәйек, сағыштырмаса ғәҙәти факт ҙур мәҡәлә контексында урынлы булырға, әммә айырым мәҡәлә өсөн яраҡһыҙ булырға мөмкин. Күп осраҡта бәхәсле бүлектәрҙе төплө нигеҙләү һәм дәлилләүһеҙ айырым мәҡәлә итеп сығарыу нейтраллек принцибын боҙоу тип ҡарала. Бындай мәҡәләләрҙе бүлеүҙең башҡа варианттарын ҡарап ҡарағыҙ. Айырыр алдынан мәҡәләнең башы ла, йөкмәткеһе лә нейтраль ҡарашты һаҡлауына инанығыҙ.

Бүлеү буйынса тәҡдимдәр

үҙгәртергә

Әгәр мәҡәләне өлөштәргә бүлергә кәрәк булһа, быны уйлап эшләргә кәрәк. Мәҡәләнән ныҡ үҫеп киткән йә еңел бүлеп алына алған бүлектәрҙе айырырға тәҡдим ителә, урынына айырылған мәғлүмәтте конспектлап ҡалдырырға һәм яңы мәҡәләгә һылтанма ҡуйырға кәрәк.

Бүлекте айырыу критерийҙары

үҙгәртергә

Мәҡәләнең өлөшөн айырым мәҡәлә итеп бүлеү өсөн уға түбәндәге сифаттар хас булырға тейеш:

  • етерлек күләм;
    • Үтә ҡыҫҡа тексты айырым мәҡәлә итеп айырырға ярамай.
  • йөкмәтке берҙәмлеге;
    • Бүлек төп мәҡәләнең бер темаһын йәки бер аспектын етерлек тулы яҡтыртырға тейеш.
  • мәғәнәнең айырымланғанлығы;
    • Мәҡәләгә исем биреү, уның үҙ аллылығы менән проблема тыуырға тейеш түгел.
    • Төрлөсә аңлауға урын ҡалырға тейеш түгел.
  • үҙ аллы (айырым) әһәмиәтлелек.

Әгәр был дүрт критерийҙың береһе генә булһа ла күҙәтелмәһә — бүлекте айырыу КӘРӘКМӘЙ.

Айырып сығарылған мәҡәләне биҙәү

үҙгәртергә

Яңы булдырылған мәҡәләгә инеш яҙыу, унда «инә мәҡәләнең» ҡыҫҡаса йөкмәткеһен һәм һылтанмаһын биреү зарур.

Әгәр мәҡәләнең бер генә «инә» мәҡәләһе булһа, уның башына {{main|"Инә мәҡәләнең исеме"}} ҡуйылһын.

Яңы мәҡәләгә айырылған өлөштә булған сығанаҡтарҙы ҡуйырға онотмағыҙ, әммә артыҡтарҙы ҡуйыу кәрәкмәй. Әгәр һылтанмалар төшөрмә түгел, ә мәҡәлә ахырында исемлек булып торһа һәм уларҙың ҡайһыһы айырып сығарылған өлөштәргә ҡарағанын белеү ҡыйынлыҡ килтерһә, башҡа мөхәррирҙәр менән кәңәшләшегеҙ.

Әгәр һеҙ яңы мәҡәлә өсөн өҫтәмә сығанаҡтар тапһағыҙ, уларҙы ла өҫтәргә кәрәк.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  1. Здесь и далее с учётом пробелов, причём число знаков чистого текста отличается от числа байт, которое этот текст занимает, и в связи с техническими особенностями кодирования символов разных алфавитов нет возможности точно пересчитать знаки в байты. Более подробно этот вопрос освещён в этом эссе.
  2. Дело в том, что ранее многие браузеры испытывали проблемы с редактированием статей, размер которых превышал 32 КБ — сейчас такая проблема может наблюдаться лишь при работе через некоторые мобильные устройства (???). Текст предупреждения находится на странице MediaWiki:Longpage-hint.