Википедия:Үҙнәшерле эштәрҙе асыҡлау һәм ҡулланыу
Ҡалып:Эссе Үҙнәшерләп баҫылған әҫәр («үҙнәшер», «самиздат») — авторы ла, нәшерсеһе лә бер үк кеше булған баҫма. Үҙаллы баҫылған әҫәрҙәр Википедияла билдәле бер шарттарҙа ҡулланыла ала.
Үҙаллы баҫтырылған сығанаҡтарға миҫалдар
үҙгәртергә- Веб-сайттарҙың бөтәһе лә тиерлек, традицион нәшриәттәрҙекенән (мәҫәлән, мәғлүмәт агентлыҡтары нәшриәттәре) башҡалары, шул иҫәптән:
- блогтар,
- интернет-форумдар
- вики-сайттар
- социаль селтәрҙәр
- видеохостингтар
- коммерцияға ҡараған, хәйриә һәм шәхси веб-сайттар
- Автор иҫәбенә сығарылған китаптар
- Реклама, буклеттар, матбуғат релиздары
- Ойошмалар баҫтырып сығарған мәғлүмәт бюллетендәре
- Патенттар
Үҙ аллы баҫтырылған сығанаҡтарҙы асыҡлау
үҙгәртергәҮҙ аллы баҫтырылған сығанаҡты асыҡлау өсөн әҫәрҙең авторы кем булыуын, шунан уны ниндәй нәшриәт баҫҡанын асыҡларға кәрәк. Сығанаҡтың үҙ аллы нәшерләнгәнен асыҡлаған саҡта башҡа бер факторҙы ла — тематиканы ла, күләмде лә, ҡағыҙҙа баҫылғанмы һәм электрон төрҙәме икәнен дә, авторҙың (авторҙарҙың) был тема буйынса билдәле эксперт булыуын да иғтибарға алыу кәрәкмәй.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа авторҙар, үҙҙәренең хеҙмәтен йә әҫәрен ниндәйҙер ойошма баҫтырған кеүек булып күренһен өсөн, фирма атамаһы эшләй. Әгәр автор китаптарҙы баҫтырыу тураһында ҡарар ҡабул ителеүен туранан-тура үҙ контролендә тотһа, ул материалдарҙы үҙе баҫтырған тип һанарға кәрәк. Үҙ аллы нәшер ителгән эштәргә авторы иҫәбенә нәшерләнгән публикациялар һәм тик ошо авторҙы баҫыуға ғына махсуслашҡан нәшерсенең (әгәр замандаштар тураһында һүҙ барһа) публикациялары инә. Әгәр автор компанияла эшләһә һәм нәшерсе уның эш биреүсеһе булып торһа, ә авторҙың эше ниндәй ҙә булһа бер эстәлек (мәҫәлән, һата торған материалдар йә корпоратив өсөн веб-сайт) булдырыуҙан ғибәрәт булһа, автор һәм нәшерсе бер үк тип һанала.
Үҙ аллы нәшерләнгән сығанаҡтар беренсел, икенсел һәм өсөнсөл була ала. Бынан тыш, үҙ текстарыңды үҙең баҫтырыу әле уларҙың бойондороҡло сығанаҡ булыуын иҫбатламай, сөнки улар мәҡәлә авторына бер ниндәй бәйлелеге булмаған темаларға арналыуы мөмкин.
Үҙ аллы баҫтырылған сығанаҡтар проблемаһы
үҙгәртергәҺәр кем, тема буйынса хәбәрҙар булыу-булмауына ҡарамаҫтан, үҙ белдеге уның буйынса мәғлүмәт баҫтырып сығара ала. Ошо арҡала үҙ аллы баҫтырылған эштәр сығанаҡ сифатында файҙаланыуға яраҡһыҙ, ләкин иҫкәрмәләр ҙә була. Үҙ аллы баҫтырылған материалға шул хас: уның авторынан бойондороҡһоҙ һәм яҙған эстәлегенең дөрөҫлөгөн раҫлаған рецензенттар юҡ.
Берклиҙағы Калифорния университеты китапханаһы билдәләүенсә: «интернеттың ҡәҙимге эҙләү системаһында табып булған күп биттәр һеҙҙе нәмәнелер һатып алырға йә уларҙың ҡарашы менән ризалашырға мәжбүр иткән үҙ аллы йә эреле-ваҡлы компаниялар тарафынан баҫылған булып тора. Хатта университеттарҙың һәм китапханаларҙың веб-сайттарында ла учреждение контролдә тоторға уйлап та ҡарамаған биттәр күп булырға мөмкин»[1].
Принстон университеты бындай фекерҙе үҙенең «Принстонда академик намыҫлылыҡ» (ингл. Academic Integrity at Princeton, 2011) тигән мәҡәләһендә тәҡдим итә: «Баҫылыр алдынан ныҡлы редакцион тикшереүгә дусар булған күп китаптарҙан һәм журнал мәҡәләләренән айырмалы, Интернетта мәғлүмәттең күбеһе үҙ аллы баҫыла. Ышаныслы веб-сайттар күп: төп гәзиттәр, рецензиялана торған электрон журналдар, шулай уҡ университеттар, китапханалар һәм хөкүмәттәрҙең мәғлүмәт тупланмалары. Ләкин бик-бик күп веб-мәғлүмәттең теүәллеген йә дөрөҫлөгөн, уны бөтә донъя күреп өлгөргәнсегә тиклем, бер бойондороҡһоҙ рецензент та баһаламаған».
Чикагоның стиль буйынса ҡулланмаһының 16-сы баҫмаһында әйтелеүенсә, «аныҡ нәшерсеһе йә бағыусыһы күрһәтелмәгән теләһә ҡайһы интернет-сайт баҫылмаған йә үҙ аллы баҫылған эш тип ҡаралырға тейеш».
Үҙ аллы баҫтырылған сығанаҡтарҙы ҡулланыу
үҙгәртергәҮҙ аллы баҫылған сығанаҡтарҙың күбеһе ышанысһыҙ булһа ла, уларҙың үҙ аллы баҫтырылыу факты ғына уларҙың ышанысһыҙлығына иҫбатлама була алмай. Үҙ аллы баҫылған сығанаҡ бойондороҡһоҙ,абруйлы, юғары сифатлы, теүәл, эксперттар тарафынан тикшерелгән һәм хупланған булыуы ла мөмкин. Шуға үҙ аллы баҫтырылыу факты ғына сығанаҡты кире ҡағырға нигеҙ була алмай.
Үҙ аллы нәшерләнгән сығанаҡтар ҡулланыла ала, әлбиттә (тере кешеләргә ҡағылғандарынан тыш). Ҡайһы саҡта үҙнәшерле сығанаҡ хатта иң яҡшы сығанаҡ булып тора, мәҫәлән, яҙғанығыҙҙы туранан-тура цитата менән нығытҡанда, сөнки, сығанаҡ документтан алынғас, цитата боҙолмаған, зыянланмаған, төшөп ҡалған урындары, ҡыҫҡартыуҙары юҡ.
Әммә киреһе лә дөрөҫ булғылай: тейешенсә баҫтырылған сығанаҡтар ҙа һәр ваҡыт «яҡшы», «ышаныслы» йәки «файҙалы» булып тормай. Дөрөҫ нәшерләнеү сығанаҡтың бойондороҡһоҙ, абруйлы, юғары сифатлы, теүәл булғанына, сифатлы мөхәррирләнгәненә һәм эксперт берләшмәһе тарафынан хупланғанлығына гарантия була алмай.
Үҙнәшерле сығанаҡтар күп осраҡта Википедия сығанағы була алмай, әммә иҫкәрмәләр ҙә осрай. Үҙ аллы нәшерләнгән эштәрҙең сығанаҡ сифатында ҡулланыла алыу осраҡтары:
- Авторҙың үҙе тураһында яҙғандары (беренсел сығанаҡ сифатында)
- Үҙ аллы нәшер ителгән сығанаҡ тейешле өлкәләге эштәре ышаныслы баҫмаларҙа сыҡҡан, мәҡәлә темаһы буйынса танылған эксперт тарафынан әҙерләнһә, ул ышаныслы тип һанала ала. Шулай ҙа был сығанаҡтарҙы һаҡ ҡулланығыҙ, бигерәк тә унда башҡа сығанаҡтарҙа яҡтыртылмаған ниндәйҙер факттар хәбәр ителһә (ҡарағыҙ: ВП:АС).
- Үҙнәшерле эш сығанаҡтың үҙе тураһындағы мәҡәлә өсөн сығанаҡ булып хеҙмәт итә ала.
Үҙнәшерле сығанаҡтар тере кешеләр тураһында һөйләгәндә сығанаҡ итеп ҡулланыла алмай, әммә үҙнәшерсе автор тураһында һүҙ барһа, ҡулланыла ала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Evaluating Web Pages: Techniques to Apply & Questions to Ask (8 май 2012). Дата обращения: 2 июнь 2016.