Вестволл Хансен Гюда
Гюда Вестволл Хансен (норв. Gyda Westvold Hansen; тыу. 20 апрель 2002 20 апрель 2002[2][1][3] (20 йәш)) — Норвегияның саңғысыһы, саңғы буйынса икебәйгелә сығыш яһай. 2021 йылда донъя чемпионы, Үҫмерҙәр Олимпия уйындары-2020 чемпионы. IL Nansen клубы өсөн сығыш яһай.
Вестволл Хансен Гюда | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Спортта ил өсөн сығыш яһай |
![]() |
Тыуған көнө | 20 апрель 2002[2][1][3] (20 йәш) |
Һөнәр төрө | участник лыжного двоеборья, прыгун с трамплина |
Спорт төрө | саңғы ике алышы[d][1] |
Ҡатнашыусы | Зимние юношеские Олимпийские игры 2020[d][1] һәм Nordic combined at the 2020 Winter Youth Olympics[d][1] |
![]() |
2021 йылда тарихта беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы икебәйгеһе буйынса донъя чемпионы була[4]. Ул шулай уҡ шәхси ярышта 2021 йылда юниорҙар араһында донъя чемпионы, 2019 һәм 2020 йылдарҙа ошо турнирҙа көмөш призер. Вестволл Хансен шулай уҡ норвегия йыйылма командаһы составына инә , ҡатнаш командаһы алтын миҙал яулаһа, ярыштарҙы 2020 йылда Ҡышҡы үҫмерҙәр Олимпия уйындарында ҡатнаш команда ярыштарында алтын миҙал яулаған Норвегия командаһы составында була.
Ул — саңғысы Йохауг Терезаның ике туған һеңлеһе[5].
КарьераһыҮҙгәртергә
Вестволл Хансен Рамзауҙа 2020 йылдың 18 декабрендә беренсе һәм әлегә берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар араһында саңғы икебәйгеһе буйынса донъя кубогы ярыштарында ҡатнаша. Ул HS98 трамплинынан һикергәндән һуң алға сыға[6], ләкин Тара Герати-Моутс 5 километрға йүгереүҙә уны уҙып китә. Һөҙөмтәлә Гюда финишҡа икенсе булып килә[7].
Вестволл Хансен иҫәбендә тағы ла 5 шәхси еңеү һәм саңғы икебәйгеһе буйынса Континенталь кубокта 15 подиум[8]. Ул шулай уҡ трамплиндан һикереү буйынса махсус ярыштарҙа ҡатнаша һәм 2 Контененталь кубок ярыштарында еңә[9].
ҺөҙөмтәләреҮҙгәртергә
Һөҙөмтәләрҙең сығанағы булып Саңғы спортының Халыҡ-ара федерацияһы (FIS)[10] тора.
Донъя чемпионатыҮҙгәртергә
- 1 миҙал (1 алтын)
Йыл | Йәше | NH-ТӨРКӨМДӘРЕ |
---|---|---|
2021 | 18 | Алтын |
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 https://www.lausanne2020.sport/results/nh/en/Participant/List
- ↑ 2,0 2,1 https://www.the-sports.org/gyda-westvold-hansen-ski-jumping-spf526791.html
- ↑ 3,0 3,1 https://www.skiforbundet.no/contentassets/f7f90f67e0a1475f8f4c621e352ca2dc/20191220-norgescup-hopp-20192020---rankingliste-kvinner.pdf
- ↑ Her blir Gyda (18) historisk – tok tidenes første VM-gull i kombinert for kvinner (Norwegian). NRK.
- ↑ Kombi-Gyda (18) tok historisk 2. plass: Har lært av Johaug (Norwegian). Aftenposten.
- ↑ Ramsau am Dachstein Women Individual Gundersen NH/5km – Intermediate Results Ski Jumping. International Ski Federation.
- ↑ Dette er en historisk seierspall.
- ↑ Gyda Westvold Hansen Nordic Combined Continental Cup Podiums. International Ski Federation.
- ↑ Gyda Westvold Hansen Ski Jumping Continental Cup Results. International Ski Federation.
- ↑ Gyda Westvold Hansen. International Ski Federation.