Веста ҡорамы
Веста ҡорамы (лат. Vestae Aedes) — йорт усағының рим алиһәһе Вестаға арналған боронғо ҡорам харабалары. Римдә Цезарь ҡорамынан алыҫ түгел рим форумында Изге юлдың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан.
Веста ҡорамы | |
Дәүләт | Италия[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Рим[1] |
Урын | Римский форум[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | Б. э. т. VII быуат |
Веста ҡорамы Викимилектә |
Ҡорам весталкалар йорто менән бергә берҙәм комплекс тәшкил итә (лат. Atrium Vestae) ул Бөйөк понтификтың резиденцияһы, Регия менән тоташҡан.
Ҡорамда даими Изге ут булдырылған. Башта уны батша ҡыҙҙары һаҡлаған, аҙаҡ уларҙы жрица-весталкалар алмаштырған. Улар алтаулап утты даими һаҡларға һәм Вестаға арнап йолалар үткәрергә тейеш булған.
Ҡорам егерме коринф колонналары менән уратып алынған түңәрәк ҡоролманан ғибәрәт булған[2]. Сиркәү эсендә һәр ваҡыт ут янып торған, төтөнө ҡыйыҡтағы махсус тишектән сыҡҡан.
Ҡорам эсендә йәшерен урын (Vestae penus) булған, унда, легенда буйынса, Энейҙың Троянан алып ҡайтҡан империя символдары, шул иҫәптән Палладиум, Минерваның боронғо һүрәте һаҡланған. Фараздар буйынса[3],йәшерен урын 2,40×2,40 м тәрәнлектә урынлашҡан, уға тик сиркәүҙең үҙенән эләгергә мөмкин булған.
Ҡорамда йыш ҡына янғындар булып торған. Беҙҙең эраның 64 йылында бөйөк янғын ваҡытында бина яна. Тергеҙелгәндән һуң уны тәңкәләр серияһында төшөрәләр[4]. Беҙҙең эраның 191 йылғы янғынынан һуң Септимий Северҙың ҡатыны Юлия Домна етәкселегендә реконструкция уҙғарыла.
394 йылда император Феодосий бойороғо буйынса ҡорам ябыла һәм бөлгөнлөккә төшә.
Символикаһы
үҙгәртергәРегия менән йәнәш торған Веста ҡорамы төп йорт усағын — батша йорто усағын, «дәүләт усағын».символлаштырған
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дом весталок
- Храм Весты (Тиволи)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- The Roman Imperial Coinage / edited by C. H. V. Sutherland and R. A. G. Carson. — London—Oxford: Spink & Son LTD, 1984. — Vol. I. — ISBN 0-907605-09-5.
- ↑ 1,0 1,1 archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Б. Б. топографик һүҙлектә боронғо рим Платнер
- ↑ Рим Коарелли. Ф. Археологик белешмә
- ↑ RIC I, 1984, p. 146