Вентиляторҙан үлем

Вентиляторҙан үлем (ингл. fan death, кор. 선풍기 사망설) – Көньяҡ Корея халҡына хас, хаталы фекергә нигеҙләнгән мәҙәни концепт. Кореяла йәшәүселәр ышаныуынса, ябыҡ бүлмәлә торған вентилятор төн ваҡытына һүндерелмәһә, ул бүлмә эсендә йоҡлаған кешеләр үлеп китергә мөмкин . Ошо сәбәпле Көньяҡ Кореяла һатылған барлыҡ вентиляторҙарҙың уларҙы төнгә эштән туҡтатҡан махсус релелары йә һүндергестәре бар.

Кореяла һатылған вентиляторҙар