Венгрия энергетикаһында яңы сығанаҡтар

Венгрия, Европа Берлеге иле-ағзаһы булараҡ, энергетикала яңы сығанаҡтар эҙләүҙә үҙ өлөшөн арттырыу буйынса стратегияла ҡатнаша. 2009 йылда Европа Берлеге энергетикала яңы сығанаҡтар эҙләү тураһында Директива ҡабул итә, уның буйынса 2020 йылға Евроберлектә энергетикала яңы сығанаҡтар өлөшө 20 процентҡа етергә тейеш[1]. 2030 йылға ел көсөн файҙаланып эшләүсе электр станциялары Евроберлектә етештерелгән бөтә электр энергияһының 26 проценттан 35 процентҡа тиклемге өлөшөн етештерергә һәм 56 млрд евро аҡса экономияларға тейеш[2]. 2020 йылда Венгрияла был күрһәткес 14,7 процентҡа етәсәк, тип көтөлә. Әлеге ваҡытта Венгрияла энергетикала яңы сығанаҡтар буйынса күрһәткес Евроберлектә иң түбәне (11 процент). 2015 йылда был күрһәткес 10,5 % тәшкил иткән, шуның 52 проценты биомассанан, 22 проценты — елдән, 7 % — һыу ярҙамында, 3 % — ҡояштан энергия ҡулланып алынған[3].

Венгрия энергетикаһында яңы сығанаҡтар
Рәсем
Дәүләт  Венгрия
 Венгрия энергетикаһында яңы сығанаҡтар Викимилектә
Мошонсолнок янындағы ел электр станцияһы

Ел электр станциялары

үҙгәртергә

Күҙаллауҙар буйынса, 2010 йылдан алып 2020 йылға тиклем Венгрияла ел электр станцияларының ҡеүәте 400 МВт-ға тиклем артырға тейеш була. 2010 йылда ни бары 295 МВт ҡеүәтенә генә өлгәшәләр[4], һәм артабан бер ниндәй ҙә тендерҙар тәҡдим ителмәй. 2016 йылда Венгрия хөкүмәте яңы ел энергогенераторҙарын ҡороуҙы тыя[5]. Ел электр станцияларының ағымдағы ҡеүәте ил буйынса йәмғеһе 329 МВт тәшкил итә.

Венгрия ЕС һәм ҡеүәте ветроэнергетика.[6][7][8][9]
No Илдә 2012 2011 2010 2009 2008 2007 2006 2005 2004 2003 2002 2001 2000 1999 1998
- ЕС (илдә 27) 105,696 93,957 84,074 74,767 64,712 56,517 48,069 40,511 34,383 28,599 23,159 17,315 12,887 9,678 6,453
17 Венгрия 329 329 295 201 127 65 61 17 3 3 3 0 0 0 0

Ҡояш электр станциялары

үҙгәртергә

Венгрияла ҡояш энергетикаһы үҫеше йылдам бара. 2015 йылға 110 МВт ҡеүәтле ҡояш батареялары ҡорола, 2016 йылда был йәһәттән ҡеүәттәрҙе икеләтә арттырыу планлаштырыла[10].

Гидроэлектростанциялар

үҙгәртергә
 
Кишкёре ГЭС-ы

Венгрия Карпат тауҙары итәгендә урынлашҡан, шуға күрә һыу сығанаҡтары энергияһы бик сикле. Габчиково — Надьмарош дамбаһы проекты уңышһыҙлыҡҡа осрағандан һуң илдә ГЭС төҙөү актуаллеген юғалта һәм йәмғиәттә лә хуплау тапмай. Венгрия хөкүмәте Хорватияға Драва участкаһында дамба төҙөлөшө тураһында һүҙ алып барыуҙы тыя[11]. Илдә ике ғәйәт ҙур ГЭС — Тисалёк һәм Кишкёр дамбалары бар, уларҙың ҡеүәттәре ярашлы рәүештә 12,5 һәм 28 МВт-ға тигеҙ. Гидроэлектростанцияларға үҙгәртелгән элекке һыу тирмәндәре лә электр энергияһы эшләп сығара.

Геотермаль сығанаҡтар

үҙгәртергә

Венгрия республикаһында геотермаль сығанаҡтар йорттарҙы һәм сәнәғәт райондарын йылытыу өсөн файҙаланыла. Турала ҡеүәте 2,6 МВт-ға тигеҙ булған беренсе геотермаль электр станцияһы төҙөлә, һәм ул 2017 йылда сафҡа индерелә[12].

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Венгрияның ҡояш энергетикаһы
  • Венгрияның ел энергетикаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә