Венгрия Беренсе донъя һуғышында
Венгрия Беренсе донъя һуғышында — Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан 38 дәүләттең береһе булған, 1,5 млн. халыҡ йәшәгән Австро-Венгрияның өлөшө. Антанта илдәре һәм уларҙың союздаштарына ҡаршы һуғыша.
Һуғыштың башланыуы
үҙгәртергә1914 йылда Австро-Венгрия Европаның бөйөк державаларының береһе була, майҙаны 676,443 кв. км, халыҡ һаны 52 млн. кеше тәшкил итә. Австро-Венгрияның составына ингән Венгрияның майҙаны 325,400 кв. км., халҡы 21 млн. булған.
1914 йылдың 28 июнендә Gavrilo Princip эрцгерцог Франц Фердинандты үлтерә. Премьер-министр граф Иштван Тиса һуғышты башларғамы-юҡмы тип икеләнә. Германия Румыния Короллеген нейтрализацияларға вәғәҙә иткәс, һуғышҡа ҡушылырға хәл ителә.
1914 йылда Австро-Венгрияның армияһы
үҙгәртергәАвстро-Венгрияның армияһына түбәндәге ғәскәрҙәр ингән:
- «Уртаҡ» армия һәм «уртаҡ» хәрби-диңгеҙ флоты. Аралашыуҙа немец теле ҡулланылған.
- Ландвер — 2-се сират запасы һәм Австро-Венгрияның 2-се сират ғәскәри берекмәләре.
- Венгрия король ғәскәрҙәре, унда венгр һәм хорват телдәре ҡулланылған.
Илдә резервҡа мобилизация иғлан ителә, унда австрийҙарҙың «Ландштурм»ы һәм венгрҙарҙың «Népfelkelés» ополчениеһы ингән.
Мобилизациянан һуң хәрби көстәр 3,2 млн. һалдаттан торған алты армияға тупланған. 1914 йылдан алып 1918 йылға тиклем армияла 9 млн. кеше була, уларҙың 7,8 млн. хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Европаның башҡа армиялары менән сағыштырғанда, Австро-Венгрия армияһының техник тәьмин ителеше түбән кимәлдә була.
Хәрби кәрәк-яраҡтар менән етерлек кимәлдә тәьмин ителеш мәсьәләһе һуғыш аҙағына тиклем хәл ителмәй. Самолеттар етешмәй, илдә ни бары 42 хәрби, 40 спорт самолеты була.
Венгрияның ҡатнашыуы
үҙгәртергәАвстро-Венгрияның хәрби көстәре урыҫ һәм итальян фронттарында киң ҡулланыла, улар түбәндәге һуғыштарҙа ҡатнаша:
- 1914 йылдың 3-15 декабре – Лиманов һуғышында, Рәсәйҙең Ливнолағы 15-се дивизияһы юҡ ителә.
- Перемышлде ҡамауҙа тотоу. Ҡамау менән Герман Кусманек етәкселек итә. Хәрби кәрәк-яраҡ һәм аҙыҡ-түлек етешмәү сәбәпле, Перемышль бирелә. 120 000 хәрби әсир алына.
- Изонцо йылғаһында Австрия диңгеҙ буйына (Юлийская Крайна) эйә булыу өсөн 12 ҡан ҡойошло һуғыш була.
Австро-Венгрия ғәскәрҙәренең бер өлөшө үҙ иленән алыҫта, Төркиә, Синай ярымутрауы һәм Фәләстанда һуғыша.
Ғәскәр башлыҡтары
үҙгәртергәМария-Терезия хәрби орденының командор тәреһен алған ғәскәр башлыҡтарынан түбәндәгеләр иң киң билдәле:
Генерал-полковник Артур Арц фон Штрассенбург (Arthur Arz von Straussenburg) – 1914 йылда Лиманов һуғышы, 1915 йылда Горлице-Тарновта һөжүм, Трансильванияны румын ғәскәрҙәренән һаҡлау.
Эрцгерцог Иосиф Август Австрийский – 1915 йылда Изонцо янында һуғыш, 1916 йылда урыҫ фронтында уңышлы һөжүм.
Генерал-фельдмаршал Герман фон Ковес Ковессаза (Hermann Kövess von Kövessháza) – 1915 йылда Ивангородты, Сербия Короллеген, 1916 йылда Черногорияны һәм Төньяҡ Албанияны баҫып алыу.
Юғалтыуҙар
үҙгәртергәАвстро-Венгрияла армия сафына саҡыртылған 8 млн. ирҙең бер миллиондан артығы Беренсе донъя һуғышы фронттарындағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк була.
Һуғыш һөҙөмтәләре
үҙгәртергә1918 йылдың 11 ноябрендә Австро-Венгрия өсөн һуғыш армияның тарҡалыуы менән тамамлана. Һөҙөмтәлә Австро-Венгрия ла тарҡала.