Венгрияның һалым системаһы

Венгрияның һалым системаһы федераль хөкүмәт һәм урындағы властарҙың һалым түләтеүен күҙҙә тота. Венгрия ҡаҙнаһына һалым керемдәре Эске тулайым продукттыңП[1] 39,3 процентын тәшкил итә. Иң мөһим килем сығанатары — федераль кимәлдә йыйылған килем һалымы, социаль яҡлау, табыштан һалым һәм өҫтәмә хаҡҡа һалым. Төбәк һалымдары өлөшө 5 % тәшкил итә, ә Европа Берлеге буйынса уртаса күрһәткес 30 %[2].

Венгрияның һалым системаһы
Дәүләт  Венгрия

Һәр тарихи осорҙа Венгрияла һалым һалыу үҙгәреп тора. Ғосман империяһы хакимлыҡ иткәндә урындағы властар Венгрияның уртаһында мосолман булмаған халыҡтан — зимми — мосолмандар азат ителгән айырым һалым йыя. Австрия-Венгрия хакимлығы ваҡытында Австрия властары һалым йыя, аҙаҡ 1867 йылда Габсбургтар[3] менән төҙөлгән килешеү йомғаҡтары буйынса Венгрия үҙе һалым йыйыу хоҡуғын ала. 1988 йылда Янош Кадар реформалары ваҡытында Венгр Республикаһында бөтөнөһөн эсенә алған һалым һалыу системаһы индерелә. Ул үҙәк һәм төбәк һалымдарын, шәхси килем һалымын, табыштан һалымды һәм өҫтәмә хаҡҡа һалымды[4]. айырып йыйыуҙы күҙҙә тота.

Ағымдағы структураһы

үҙгәртергә

Венгрияла килем һалымы нормаһы 15 %тәшкил итә[5]. Һалым пособиеһы ғаиләлә тәрбиәләнгән балалар һанына ҡабатланған пособиеға тиң булған ғаилә пособиеһына ҡушыла. Беренсе бала өсөн пособие 66670форинт, икенсе балаға — 100 мең форинт, өс һәм унан да күберәк балаһы булғандарға — һәр бала өсөн 220 мең форинт тәшкил итә[6]. Һалым пособиеһы күләме ир менән ҡатын араһында бүленеүе ихтимал.

Венгрияла өҫтөмө хаҡҡа һалым 27 % тәшкил итә һәм 2012 йылдың 1 ғинуарынан Европала иң юғары булып ҡала[7]. Дарыуҙар һәм ҡайһы бер аҙыҡ-түлекте һатҡан предприятиелар өсөн5 процентҡа түбәнәйтелгән. Өҫтәмә хаҡҡа18 процентлы һалым нормаһы интернет-провайдерҙар, ресторандар, кейтеринг хеҙмәттәре, һөт консерва һәм икмәк- ҡалас магазиндары, ҡунаҡханалар һәм ҡыҫҡа ваҡытҡа асыҡ һауала саралар ойоштороусыларға ҡарата ҡулланыла[8].

2017 йылдың ғинуарынан яңы закондар сығарылыуға бәйле табыштан һалым нормаһы 9 процент тәшкил итә, был — Европа Берлегендәге иң түбән күрһәткес[9]. Контролдә тотолған сит ил компанияһынан алынмаһа дивидендтарға һалым һалынмай. Капиталдың үҫеүе ҡайһы бер иҫкәрмәләр менән табышҡа һалымға индерелә[10].

Хеҙмәт килем-төшөмө социаль страховка иғәнәләре менән бәйле, эш биреүсегә — билдәләнгән 22 процент[11]. Шулай уҡ эш биреүселәр уҡытыу фондына 1,5 % түләй[12]. Капиталдың артыуына һалым 15 процент ставкаһы менән түләнә[13].


Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. EU tax GDP (ингл.).
  2. Adózás (венг.). Дата обращения: 18 ғинуар 2010.
  3. Nationalism in Hungary (ингл.).
  4. Mihály Hőgye. Reflection on the Hungarian Tax System and Reform Steps (ингл.) (PDF). Дата обращения: 18 ғинуар 2010. Архивировано 17 июнь 2010 года.
  5. TMF Group Income tax Hungary.
  6. Family Allowance 2014 (ингл.).
  7. Deloitte Tax News » Hungary: Corporate Income Tax and VAT changes 2012 (ингл.). Deloittetax.at (1 ғинуар 2012). Дата обращения: 2 апрель 2012.
  8. VAT 2014 KPMG (ингл.).
  9. VAT 2014 KPMG (ингл.).
  10. Residency and Incorporation in Hungary - Flag Theory (ингл.). flagtheory.com. Дата обращения: 20 апрель 2017.
  11. CHANGES OF TAXATION — HUNGARY, JANUARY 2017 (ингл.).
  12. Training fund levy (ингл.). Архивировано из оригинала 3 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.
  13. Capital gains tax (ингл.). 2014 йыл 3 сентябрь архивланған.