Ведява
Ведява[1][2][3], Ведь-ава[4] (мокш. Ведява, эрз. — баҫым ирекле ; ведь — «һыу», ава — «ҡатын-ҡыҙ, әсә»)[5] — мордва мифологияһында алиһә/һыу рухы, оҙон һары сәстәрен[6] тарарға яратҡан йәш ҡыҙ образында һыу һиптереү[7]. Уның образы дуалистик: ул ыңғай сифаттарға ла, кире сифаттарға ла эйә[8], был бөтә мордва мифологияһына хас һәм һинд-иран мифологик концепциялар менән оҡшаш[9].
Ведява | |
эрз. Ве́дява | |
рух, һыу эйәһе. | |
Мифология | |
---|---|
Даирәһә |
водоёмы |
Исеменең аңлатмаһы |
һыу инәһе |
Заты |
женский |
Функция |
покровительствует любви и деторождению |
Бәйле ваҡиғалар |
ведьозкс |
Мариҙарҙың оҡшаш персонажы: вуд-ава (мар. вӱд, «һыу»)[10].
Мифология
үҙгәртергәВедява төрлө сығанаҡтарҙа шулай уҡ Ведьазора́ва (мок.), Ведьпаз, Лисьмань кирди / Лисьмань гирди (эрз.) тип атала.
Ведяға ҡараштарҙа анимастик һәм антропоморфик күҙаллауҙар һаҡланған, уларҙа һыуҙың кәүҙәләнеше лә һәм бер үк ваҡытта һыу үҙе булараҡ та һүрәтләнгән.
Һыу стихияһы ҡурҡынысын кәүҙәләндереп, Ведява образы кешеләрҙә ҡурҡыу хисе уята. Һәр сығанаҡтың үз Ведяваһы бар. Ҡайһы бер инаныуҙар буйынса мордва мифологияһында ир енесе рухы йәки уның ире булып һыу ҡарты Ведятя (ведь-атя — мордва теленән атя «ир-ат, ҡарт» тора[11][12]. Ведяваның улы Пурьгане Пас — ғаләм тураһында эпик йырҙарҙа хайуандарҙы, ҡурсаулыҡ балығын һаҡлаусы сәләмәтлек, күк күкрәү аллаһы[13].
Риүәйәттәргә ярашлы, боронғо ваҡыттарҙа Ведява йылға ярына йыш килгән һәм ҡысҡырып илаған. Егеттәр тауышҡа йүгереп килә һәм яланғас Ведяваны күрә, Ведява кемдер уның кейемен урлауына һәм иң тәрән ергә ташлауына зарлана. Кем дә кем уның күлдәген сығарып ала, шул уның ире була. Уның һүҙҙәренә ышанған эрзә егеттәре табыла, улар уның кейеме артынан Сураға сумалар һәм шунда ҡалалар[14].
Табыныу
үҙгәртергәКешеләр Ведяваның һәм Ведятяның һыу инеүселәрҙе батырыуына йәки сир (нарфотть)[15] ебәреүҙәренә ышаналар, уны тик мифик зат ҡына дауалай алған. Унан һыуға аҡса, тары ташлап ҡына ҡотолорға мөмкин булған. Шифалы ведь-пря (морд, пря, «баш», «йөҙлөк») һыуы тураһында күҙаллау, был осраҡта Ведяға ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр, һыуҙы һоҫоп алып ауырыуҙы йыуындыралар[16].
Ведява бала тыуыуҙы һәм мөхәббәтте ҡурсалай, тип уйлағандар: кәләшкә ярҙамды унан һорайҙар, балаһыҙлыҡтан ҡотолоуҙы үтенәләр[17]. Һыуға көлсәләр, йомортҡалар ташлайҙар һәм урынына бала һорайҙар[18]. Балаһыҙ ҡатындар айырым намаҙҙар (ведьозкс) уҡый.
Мордваларҙың борондан шундай ышаныуы булған, йәнәһе ярым ҡараңғы мунсала (ҡурсалаусы Банява) бала табыу ваҡытында йыш ҡына яңы тыуған сабыйҙы алмаштыралар: Вирява, Ведява йәки ҡара көстәр уның урынына үҙ балаһын һала[19].
Ул шулай уҡ ямғыр ебәрә (ямғырҙы саҡырыр өсөн сығанаҡ янында ғибәҙәт табыны ойошторалар һәм туйындырыусы әсә-Ведяваны саҡырып, һыу һибешәләр[20]. Шуға күрә халыҡ тел ижады әҫәрҙәрендә Ведява образына кире һыҙаттар ғына түгел, шулай уҡ ыңғай һыҙаттар хас.
Халыҡтар мифологияһында һыу рухтары
үҙгәртергәКүп халыҡтар мифологияһында ер һәм һыу илаһтары, эйәләре йәки рухтары бар.
Герман-скандинав мифологияһында, боронғо грек мифологияһындағы сирена кеүек, алтын сәстәрен тарап ултырыусы һәм йыры менән караптарҙы ҡаяларға татҡан нимфа — Лорелея булһа, Норвегияла нёкки (Nøkken) иблистәр менән бәйле ҡурҡыныс һәм яуыз заттар тип һынландырыла. Никстар һыу менән бәйле рухтар араһында үҙенсәлекле урын биләй. Улар һәр ваҡыт һыу янында тора, һәм кешеләрҙе, хайуандарҙы һыуға йәлеп итергә тырыша[21]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Т. П. Девяткина. Мифология мордвы: энциклопедия. — Мордовское книжное изд-во, 2006. — С. 116. — 340 с.
- ↑ А. М. Шаронов. Мордовский героический эпос — сюжеты и герои. — Мордовское книжное изд-во, 2001. — С. 65. — 212 с.
- ↑ Л. Б. Бояркина. Хоровая культура Мордовии: фольклор, традиции, современность: энциклопедический справочник / Мордовский государственный университет имени Н. П. Огарёва. — Мордовское книжное издательство, 2006. — С. 177. — 280 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия / Гл. ред. Токарев С. А.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — С. 187. — 1147 с.
- ↑ А. М. Шаронов. Мордовский героический эпос - сюжеты и герои. — Мордовское книжное изд-во, 2001. — С. 65. — 212 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия / Гл. ред. Токарев С. А.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — С. 187. — 1147 с.
- ↑ Т. П. Девяткина. Мифология мордвы: энциклопедия. — Мордовское книжное изд-во, 2006. — С. 116. — 340 с.
- ↑ И. К. Инжеватов, Э. В. Померанцева. Устно-поэтическое творчество мордовского народа: ч. 1. Мокшанские сказки. ч. 2. Эрзянские сказки / Чувашская А. С. С. Р. (Р С. Ф. С. Р.) Научно-исследовательский институт языка, литературы, истории и экономики. — Мордовское книжное издательство, 1966. — С. 373. — 388 с.
- ↑ Л. Б. Бояркина. Хоровая культура Мордовии: фольклор, традиции, современность: энциклопедический справочник / Мордовский государственный университет имени Н. П. Огарёва. — Мордовское книжное издательство, 2006. — С. 177. — 280 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия / Гл. ред. Токарев С. А.. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — С. 187. — 1147 с.
- ↑ И. К. Инжеватов, Э. В. Померанцева. Устно-поэтическое творчество мордовского народа: ч. 1. Мокшанские сказки. ч. 2. Эрзянские сказки. Чувашская А. С. С. Р. (Р С. Ф. С. Р.) Научно-исследовательский институт языка, литературы, истории и экономики.— Мордовское книжное издательство, 1966.— С. 373.— 388 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия / Гл. ред. Токарев С. А.— М.: Советская энциклопедия, 1980.— С.187.— 1147 с.
- ↑ С. П. Толстов.Труды VIИ Международного конгресса антропологических и этнографических наук: Секця 6. Теория и методология. Секция 7. общественный строй.— Наука, 1967. — С. 250.— 524 с.
- ↑ Е. А. Федосеева.Книжные формы мордовского героического эпоса: возникновение и эволюция.p;— Издательство Мордовского университета, 2007. — С.25.— 216 с.
- ↑ Т. П. Девяткина. Мифология мордвы: энциклопедия. — Мордовское книжное изд-во, 2006. — С. 116. — 340 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия Гл. ред. Токарев С. А.— М.: Советская энциклопедия, 1980.— С. 187.— 1147 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия / Гл. ред. Токарев С. А. — М.: Советская энциклопедия, 1980. — С. 187. — 1147 с.
- ↑ А. К. Сальмин, С. А. Арутюнов. Народная обрядность чувашей — Чувашский гуманитарный ин-т, 1994. — С. 110. — 348 с.
- ↑ А. В. Алëшкин. Мордовское устное народное творчество: учебное пособие — Университет им. Н. П. Огарева, 1987 — С. 153—154 — 292 с.
- ↑ Мифы народов мира. Энциклопедия. Гл. ред. Токарев С. А. — М.: Советская энциклопедия, 1980 — С. 187—1147 с.
- ↑ Никсы
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Ҡалып:Книга:Энциклопедия Мордовия
- Современное песенное искусство мордвы / Мордовская А.С.С.Р. (Р.С.Ф.С.Р.). Научно-исследовательский институт языка, литературы, истории и экономики. — Мордовское книжное издательство, 1984. — Т. 74—75.
- Мифы народов мира. Энциклопедия Гл. ред. Токарев С. А.— М.: Советская энциклопедия, 1980
- А. В. Алëшкин. Мордовское устное народное творчество: учебное пособие — Университет им. Н. П. Огарева, 1987