Ваҡ тауискүҙ
Ваҡ тауискүҙ
Ата күбәләк
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтыҡ аяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Чешуекрылые
Подотряд: Хоботковые
Ғаилә: Тауискүҙҙәр
Суб-ғаилә: Saturniinae
Ырыу: Saturnia
Төр: Ваҡ тауискүҙ
Латинса исеме
Saturnia pavonia
(Linnaeus, 1758)
Синонимы[1]

Saturnia pavonia (Linnaeus, 1758)
Eudia pavonia (Linnaeus, 1758)

NCBI 332931

Ваҡ тауискүҙ[2], йәки төнгө ваҡ тауискүҙ[2] (лат. Saturnia pavonia) — күбәләктәр отрядының тауискүҙҙәр ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Евразияла таралған.

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә
 
Инә күбәләк

Ҡанаттары йәйгәндә 6—8 см (ата күбәләктеке бәләкәйерәк), алғылары — һорғолт-аҡ, арҡыры таҫмалар менән, артҡылары — һарғылт‑ерән (инә күбәләктеке һорғолт-аҡ); һәр бер ҡанатта бер нисә тулҡынлы һыҙыҡ һәм ҡара ҡаймалы күҙ һымаҡ тап бар. Ҡанаттарының сите асыҡ-һоро.

Асыҡ-көрән, овал рәүешендәге йомортҡаһын мал аҙығы үҫемлектәренең һабағына һала. Ҡарышлауығы йәшел, эре, сағыу-һары йәки ҡыҙыл сөйәл менән ҡапланған. Үҫемлектәрҙә тығыҙ ҡорт йомғағында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы ҡара‑көрән. Башҡортостан шарттарында йылына 1 быуын үҫә. Ҡурсағы ҡышлай. Күбәләктең осоп сығыу ваҡыты апрель—июнь, инә күбәләк төндә оса, ата күбәләк — көндөҙ. Ҡарышлауығы ҡайын, имән, роза һымаҡтарҙың япрағы менән туҡлана, имаголары туҡланмай. Башҡортостандың таулы‑урманлы райондарында осрай. Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Сәнғәттә

үҙгәртергә

Ваҡ тауискүҙ Ван Гогтың 1889 йыл төшөргән бер картинаһында һүрәтләнгән. Тик уны рәссам яңғылыш икенсе төрлө атаған. «Бражник мёртвая голова». Бабочка изображена на цветах аронника.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. BioLib Taxon profile species Emperor Moth Saturnia pavonia (Linnaeus, 1758)
  2. 2,0 2,1 Стриганова Б. Р., Захаров А. А. Пятиязычный словарь названий животных: Насекомые (латинский-русский-английский-немецкий-французский) / Под ред. д-ра биол. наук, проф. Б. Р. Стригановой. — М.: РУССО, 2000. — С. 231. — 1060 экз. — ISBN 5-88721-162-8.

Ваҡ тауискүҙ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Chinery, Michael. Collins Guide to the Insects of Britain and Western Europe, 1986 (Reprinted 1991).
  • Skinner, Bernard. Colour Identification Guide to Moths of the British Isles, 1984.
  • Waring, Paul, Martin Townsend and Richard Lewington. Field Guide to the Moths of Great Britain and Ireland, 2003.

Һылтанмалар

үҙгәртергә