Ваҡыт машинаһы (һәйкәл)

«Ваҡыт машинаһы» скульптура композицияһы  — Су-25 самолеты өсөн Р-95Ш двигателенә һәйкәлдән ғибәрәт, Өфө ҡалаһының мотор эшләүселәр скверында, Өфө моторҙар эшләү заводының легендар директоры Михаил Фериндың 100 йыллығы хөрмәтенә ҡуйылған.

Ваҡыт машинаһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө
Карта

Скульптура композицияһының нигеҙен ҙур кубтан ғибәрәт булған металл каркастағы постаментҡа урынлаштырылған ысын Р-95Ш двигателе тәшкил итә. Двигателде, уны бөтә яҡтан яҡшылап ҡарарға мөмкин булһын өсөн, быяла менән ябып тормайҙар. Постаментта таблица урынлаштырылған, унда ике телдә — урыҫ һәм башҡорт телендә, двигателдең техник характеристикалары яҙылған[1].

Был һәйкәл Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең бөтә хеҙмәткәрҙәренә арнала[2].

«Ваҡыт машинаһы» скульптура композицияһын асыу тантанаһы 2007 йылдың 15 декабрендә уҙғарыла[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә