Ващенко Вячеслав Андреевич

Ващенко Вячеслав Андреевич (укр. В’ячеслав Андрійович Ващенко; 13 август 1947 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, техник фәндәре докторы (1996), профессор (1997).

Ващенко Вячеслав Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина Совет Социалистик Республикаһы
Тыуған көнө 13 август 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:13|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Тверь, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Мәскәү физика-техник институты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

450-нән ашыу фәнни-методик хеҙмәт авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән 9 монография һәм уҡыу әсбаптарын яҙған 4[1], шулай уҡ 10 авторлыҡ танытмаһы һәм 3 патент эйәһе[2].

Биографияһы

үҙгәртергә

Тверь ҡалаһында 1947 йылдың 13 авгусында тыуған.

1965 йылда Черкассы ҡалаһының урта мәктәбен алтын миҙал менән тамамлай Мәскәү физика-техник институты (МФТИ) институтының аэромеханика һәм һәм осоу техникаһы факультетына уҡырға инә. 1969—1970 йылдарҙа Жуковский исемендәге Үҙәк аэрогидродинамика институтында (Мәскәү өлкәһе Жуковский ҡалаһы) һәм М. П. Баранов исемендәге Авиация двигателдәре төҙөү үҙәк институтында (Мәскәү) диплом алды практикаһы үтә. 1971 йылда МФТИ-ҙы тамамлай[3], инженер-физик квалификацияһын «Осоу динамикаһы һәм идара итеү» һөнәре буйынса ала[4].

1979 йылда Ленсовет исемендәге Ленинград технология институтында (хәҙер Санкт-Петербург дәүләт технология институты) «Махсус продукттар технологияһы» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1996 йылда Киев политехник институтындағы Махсуслаштырылған ғиллми совет алдында «Физик-техник эшкәртеү процестары» һөнәре буйынса «Махсус оптик материалдарҙан торған изделиеларҙы электрон-нур оптикаһы менән идара итеп эшкәртеүҙең фәнни нигеҙҙәре» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[5].

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1971—1979 йылдарҙа СССР Машиналар төҙөү министрлығының Ғәмәли химия ғилми-тикшеренеү институтында (Сергиев-Посад ҡалаһы,Мәскәү өлкәһе) инженер һәм кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1980—1984 йылдарҙа Украина ССР-ының Черкассы ҡалаһында СССР Химия сәнәғәте министрлығының Техник-иҡтисади ғилми-тикшеренеү институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1984—1988 йылдарҙа Черкассыҙа «Аккорд» ғилми-тикшеренеү институтының сектор начальнигы, бүлек начальнигы урынбаҫары була. 1988—1990 йылдарҙа Киев политехник институтының Черкассы филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр, юғары математика кафедраһында өлкән уҡытыусы һәм доцент булып эшләй. Бында 1989 йылда ғалим һөнәре буйынса өлкән ғилми хеҙмәткәр дәрәжәһе ала «Ғилми тикшеренеүҙәрҙә иҫәпләү техникаһы, математик моделләштереү, математик ысулдар ҡулланыу» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

1990—1994 йылдарҙа Вячеслав Андреевич Черкассы инженер-техник институтында (хәҙер Черкасск дәүләт технология университеты) доцент һәм профессор булып эшләй, ә 1995—1998 йылдарҙа — ошо уҡ университеттың физика кафедраһы профессоры. 1997 йылда профессор дәрәжәһен ала һәм 1998 йылдан алып элеге ваҡытҡа тиклем ошо уҡ университеттың физика кафедраһы мөдире булып эшләй[4] Ғәмәли физика фәнни мәктәп етәксеһе булып тора.[6].

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • 2013 йылда В. А. Ващенкоға «Украинаның Атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре» (украина президенты указы № 278/2013 2013 йылдың 16 майы) маҡтаулы исеме бирелә[7].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә