Васька ҡарағай урманы (тәбиғәт ҡомартҡыһы)
Васька ҡарағай урманы — ландшафттағы төбәк әһмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы, Вологда өлкәһе Белозерский районындағы Азатский күленең көньяҡ өлөшөндәге ярымутрауҙа урынлашҡан. Ҡомартҡының тәбиғи ҡиммәте камовый рельефының ҡомло, көлгә оҡшаш тупраҡта үҫкән ҡарағай урманы, пейзажының иҫ киткес матурлығы, регламентланған рекреацион мөмкинлектәре менән бәйле. Был территорияла төрлө тарихи осор кешеләренең ултраҡтары эҙҙәре табылған.
Төҙөлөү тарихы
үҙгәртергә«Васька ҡарағай урманы» тәбиғәт ҡомартҡыһының дөйөм майҙаны 76 гектар, халыҡ депутаттарының Вологда өлкә Советының «Ҡиммәтле тәбиғәт объекттарын һаҡлауҙы көсәйтеү саралары тураһында» (16.08.1978 № 498) тигән ҡарарына ярашлы бүленгән[1].
Вологда өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышының "Өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт закзниктарын һәм тәбиғәт һәәйкәлдәрен ойоштороу тураһында" ҡарары нигеҙендә (14.09.1994 № 187) ҡомартҡы территорияһы ике тапҡырҙан ашыуға киңәйтелә — 175 гектар була.
Урынлашыуы һәм геологияһы
үҙгәртергәВаська ҡарағай урманы Төньяҡ-көнбайыш физик-географик өлкәһендә, тайға подзонаһында, Белозерский- Кирилловский территорияһының күлле-таулы ландшафтында урынлашҡан.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы урыны камовый убанан ғибәрәт, ундағы тупраҡ тау тоҡомдарынан,ҡомдан һәм ҡырсынташтан тора. Территорияның төп өлөшө бейек булмаған һырттар менәнбүлгеләнгән һәм көнсығышҡа табан һөҙәкләнеп тора. Территорияның тупраҡ өҫтө һыу-боҙ ултырмалары менән ҡапланған. Киң таралған тупрағы - уртаса көллө ҡом ҡатыш тупраҡ..
Флора
үҙгәртергәТерритория урмандар менән ҡапланған, улар тәбиғәт һәйкәле майҙанының төп өлөшөн биләп тора; урманһыҙ ерҙәрен юлдар һәм һаҙлыҡтар биләй.
Урмандары төрлө йәштәге йәшел мүкле ҡара ҡарағайлыҡтан ғибәрәт, шулай уҡ бында ҡайын һәм шыршы ағастары ла үҫә. Мүк-лишайник ярусының тығыҙлығы 60 %-ҡа етә.
Тәбиғәт ҡомартҡыһы биләмәләрендә Рәсәй Федерацияһының һәм Вологда өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәр үҫә, улар араһында ысын башмачок, гроздовник, Дортман лобелияһы, япраҡһыҙ надбородник, сәәнскеле споралы полушник , шлем башлы ятрышник , йәшел сәскәле грушанка бар.
Һаҡлау
үҙгәртергәТәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау бурысы булып урындағы ҡарағайлыҡ берләшмәләрен, Рәсәй Федерацияһының һәм Вологда өлкәһенең Ҡыҙыл китабына индерелгән үҫемлектәрҙе һаҡлау, шулай уҡ ойошторолған туризм һәм рекреациялар өсөн шарттар булдырыу тора.
Айырыуса һаҡлау аҫтында торған территорияһында кешеләрҙең туғыҙ археологик ултраҡтары, улар неолит осоронан алып һуңғы урта быуаттарға ҡарай, шулай уҡ уларҙы һаҡлау һәм өйрәнеү мотлаҡ.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Сохранение ценных природных территорий Северо-Запада России. Анализ репрезентативности сети ООПТ Архангельской, Вологодской, Ленинградской и Мурманской областей, Республики Карелии, Санкт-Петербурга / Коллектив авторов. Под ред. Кобякова К. Н.. — СПб., 2011. — 504 с. — 3500 экз. — ISBN 978-5-902643-15-9.