Василий Кушнарёвтың табыш йорто

Василий Кушнарёвтың табыш йорто — Дондағы Ростов ҡалаһында Пушкин урамындағы 51-се йорт. Айырым йорт 1900-сө йылдар башында[1] төҙөлгән. Ул Ростовтың билдәле фабриканты Яков Кушнарёвтың[2] бер туғаны Василий Семенович Кушнаревтың йорто була. Әлеге ваҡытта бина Көньяҡ хәрби округ ҡарамағында. В. С. Кушнарёвтың табыш йорто төбәк әһәмиәтендәге[3] мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.

Иҫтәлекле урын
Кушнарёвтың табыш йорто
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов, Пушкин урамы, 51

Табыш йорто 1900-сө йылдар башында Яков Семёнович Кушнарёвтың тәмәке фабрикаһына яҡын урында төҙөлә. Айырым йорт уның өлкән ағайы Василий Кушнаревтыҡы була. Табыш йортоноң ихатаһынан абруйлы «Буфф» йәйге театр-баҡсаға сығыу урыны була. Кушнарев йортонда ихата яғынан асыҡ верандалы ресторан урынлашҡан.

1920-се йылдарҙа бина дәүләт ҡарамағына күсә һәм Төньяҡ-Кавказ хәрби округы штабына тапшырыла. Кушнарёвтарҙың элекке йортонда ашхана урынлаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинаның ҡыйығы емерелә, һуңынан уны ҡайһы бер үҙгәрештәр менән киренән эшләп ҡуялар. 2012 йылда Көньяҡ хәрби округ (ЮВО) штабы бинаға реконструкция үткәрә, уның барышында фасад[4] үҙгәртелә һәм ҡыйыҡ яңынан эшләнә.

Архитектураһы

үҙгәртергә

Табыш йортоноң фасады, шул осорҙағы клуб биналарына хас булғанса, көнсығыш стилендә биҙәлгән. Ике ҡатлы йорттоң цоколе бейек. Өҫкө ҡаттағы тәҙрә уйымдары өҫтән ярым түңәрәк менән тамамлана. Тәҙрәләрҙең аркалы уйымдарының тирәсе парлы византия колонналарына таянған. Фасад бейек кәрниз һәм тәпәш парапет менән тамамлана. Бинаны бик күп көнсығыш орнаментлы һылап яһалған биҙәктәрҙән торған декоратив элементтар биҙәй. Тәүҙә бинаның ҡыйығы өҫтөндә көмбәҙ күтәрелеп тора, ә йорттоң көнсығыш өлөшөндә мәрмәр баҫҡыс була.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Доходный дом В.С. Кушнарева. voopiik-don.ru. Дата обращения: 5 ноябрь 2013.
  2. Волошинова Л. Ф. Пушкинская улица. — Ростов-на-Дону: «Донской издательский дом», 2000. — С. 23—27. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87688-250-X.
  3. Ростов-на-Дону (объекты культурного наследия регионального значения). Официальный портал Правительства Ростовской области. Дата обращения: 23 сентябрь 2013.
  4. Елена Слепцова. Армия воюет с культурой? Наше Время (6 июнь 2012). Дата обращения: 6 ноябрь 2013.