Валькирия
Валькирия (боронғо исланд телендә valkyrja — «үлтерелгәндәрҙе һайлаусы») — скандинав мифологияһында яугир ҡыҙ. Ул алыш яланында ҡанатлы атта осоп йөрөй һәм һуғышта һәләк булған ҡайһы яугирҙың күк һарайы Вальхаллаға эләгергә тейешлеген хәл итә. Вальхалла — «Үлеләр һарайы»[1]) — герман-норвег мифологияһында Асгардтағы күк һарайы, унда яуҙа һәләк булған яугирҙар эләгә, һәм улар элекке героик тормошон дауам итә.
Скандинав мифологияһында
үҙгәртергәЯугир ҡыҙҙар хәрби кейемдә, ҡанатлы шлемда[2], ҡалҡандары һәм һөңгөләре менән һүрәтләнә. Скандинавтарҙың ышаныуҙарына ярашлы, уларҙың хәрби кейеме һәм ҡоралдары ялтырауынан, күктә һаҙағай хасил була.
Валькирийҙарҙың миссияһы — һәләк булған геройҙарҙы Вальхаллаға оҙатыу. Бынан тыш, Вальхаллала валькириялар яугирҙарға хеҙмәт итә, уларға бал тарата[3]. Ҡайһы берҙә уларға һуғыш һөҙөмтәһен хәл итеү хоҡуғы бирелә, ә ҡайһы берҙә улар тик Одиндың бойороҡтарын үтәй. Мифтарҙа валькириялар Одиндың ҡыҙҙары булараҡ һүрәтләнә.
«Өлкән Эдда» героик йырҙарында валькирийҙар яугир ҡатын-ҡыҙ һыҙаттары ала. Улар — Хельг һәм Велундтың һөйгән йәрҙәре. Валькирия Сигрдрива Одинды тыңламай, шуның өсөн язаға тарттырыла һәм тәрән йоҡоға ебәрелә (ул башҡаса һуғыштарҙа ҡатнашмаясаҡ һәм кейәүгә сығасаҡ), сөнки Сигрдрива конунгылар араһындағы алышта Хьяльм-Гуннарға (уларға Один еңеү вәғәҙә итә) түгел, ә Агнарға еңеү бирә; бөйөк герой Зигфрид уның хистәрен уята.
Түбәндәге валькирийҙарҙың исемдәре киң билдәле:
- Гель («Саҡырыусы»)
- Гейр («Һөңгө»)
- Гейрахёд
- Гейрскёгуль
- Гёндуль
- Гондукк («Инә бүре»)
- Гунн («Жертвенная»)
- Мист («Томанлы»)
- Рандгрид («Ҡалҡандарҙы емереүсе»)
- Регинлейв («Дауыл һыбайлыһы»)
- Рота («Ығы-зығы тыуҙырыусы»)
- Свава
- Сигрдрива
- Сигрюн («Йәшерен еңеү»)
- Скеггльёльд
- Скёгуль («Ҡотороусы»)
- Скульд («Бурыс»)
- Труд («Көс») — аллалар Тора һәи Сифтың ҡыҙы
- Хильд («Алыш»)
- Хлекк («Һуғыш тауышы»)
- Хьертримуль
- Христ
- Хьерфьетур
- Лиод — баһадир Гримнирҙың ҡыҙы
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Алайсиаги — рим империяһы осорондағы германдар хөрмәт иткән ҡатын-ҡыҙ һуғыш рухтары.
- Валькирия (опера)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Валг., 1891, с. 399
- ↑ Эзотерический справочник . Дата обращения: 26 май 2009. Архивировано из оригинала 7 июль 2009 года.
- ↑ Валгалла, в мифологии // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)