Вәлиев Ильяс Иштуған улы

(Валеев, Ильяс Иштуганович битенән йүнәлтелде)

Вәлиев Ильяс Иштуған улы (25 ғинуар 1949 йыл) — педагогия фәндәре докторы (1999), профессор (2010), Педагогия һәм социаль фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1995), Халыҡ-ара педагогия академияһының мөхбир ағзаһы (1996), Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2009), Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы (1998).

Вәлиев Ильяс Иштуған улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 25 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Тайыш ауылы, Йонос ауыл советы, Мәсетле районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туған тел башҡортса‎
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
К. Д. Ушинский миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ильяс Иштуған улы Вәлиев 1949 йылдың 25 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Тайыш ауылында тыуған. Гурьев дәүләт педагогия институтын (Ҡаҙағстан) тамамлай, тарих уҡытыусыһы.

  • 1969—1973 — Гурьев дәүләт педагогия институты студенты;
  • 1972—1973 — Гурьев өлкәһе Макат районы Досорский һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең география уҡытыусыһы;
  • 1973—1975 — Макат район «Белем» йәмғиәтенең яуаплы сәркәтибе;
  • 1975—1978 — Ҡаҙаҡ ССР-ы Гурьев өлкәһенең Макат район партия комитетының сәйәси ағартыу кабинеты мөдире;
  • 1978—1982 — Өфө ҡалаһының 5-се урта мәктәбе директоры;
  • 1982—1984 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге инструкторы;
  • 1984—1991 — Өфө ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернат директоры;
  • 1991—2000 — 124-се урта мәктәп директоры;
  • 2001 йыл — Башҡорт дәүләт аграр университетының тарих һәм культурология кафедраһы профессоры.
  • 2002—2004 — фәнни-педагогик кадрҙары әҙерләү һәм ҡайтанан әҙерләү буйынса проректор, Башҡорт дәүләт аграр университеты лицейы директоры.
  • 2005—2009 — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының (УГАЭС) педагогика һәм психология кафедраһы мөдире.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • СССР-ҙың мәғариф отличнигы;
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы;
  • ГДР-ҙың мәғариф алдынғыһы;
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы;
  • СССР Мәғариф министрлығының рәхмәт хаты.
  • Педагогия фәне ҡаҙаныштары өсөн ул К. Д. Ушинский миҙалы
  • Этнопедагогик тикшеренеүҙәр циклы өсөн ул академик Г. Н. Волков исемендәге Халыҡ-ара премияһы
  • Йәштәрҙе патриотик тәрбиәләү буйынса хеҙмәте өсөн М. М. Йәлил миҙалы
  • «XX быуатта Рәсәй ауылы» монографияһы өсөн Т. С. Мальцев миҙалы
  • «Патриотизм һәм халыҡтар» монографияһы өсөн Степан Злобин исемендәге премия

300 ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәттәр авторы.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Милли һәм дөйөм кешелек: тарихи-педагогик аспект. -Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2003. — 224 с.
  • Мостай Кәрим: яугир, шағир, граждан. — М.: Ватан Геройҙары, 2004. С −584
  • Йәмғиәт һәм инновацион мәктәп. — М.: Наука, 2005. — С. 217
  • XX быуатта Рәсәй ауылы.- Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2006. — С. 312
  • Мостай Кәрим — донъя мәҙәниәте күренеше: ике томда. Т.I —Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2007. С −480
  • Мостай Кәрим — донъя мәҙәниәте күренеше: ике томда. Т.II. — Өфө: Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Ғилем» нәшриәте, 2007. — 528 б.