Бөйөк Устюгта Ҡыш бабай биләмәһе

Бөйөк Устюгта Ҡыш бабай биләмәһе (рус. Вотчина Деда Мороза в Великом Устюге) — «Бөйөк Устюг — Ҡыш бабайҙың тыуған төйәге» тип аталған ҙур туристик комплекс. 1999 йылда барлыҡҡа килә[1].

Бөйөк Устюгта Ҡыш бабай йорто

Бөйөк Устюг — бай мәҙәни мираҫҡа эйә булған ҡурсаулыҡ-ҡала, Рус Төньяғында тарихи Вологодчинаның иң боронғо ҡалаларының береһе. Тәүге торамалар был урындарҙа ХII быуатта уҡ барлыҡҡа килгән. Бында әле лә халыҡ кәсептәре йолаларын — көмөш ҡарайтыуҙы, ҡайын һәм ағас һырлауҙы, селтәр үреүҙе һаҡлайҙар. Хәҙер ул Яңы йыл байрамдары, Ҡыш бабай һәм ҡышҡы ял менән ассоциациялана. Рус халыҡ әкиәттәрендәге һымаҡ пейзаждары менән тап ошо боронғо ҡала Яңы йыл тылсымсыһының йорто өсөн шәп вариант була. 1999 йылда Мәскәү мэры Юрий Лужков һәм Вологда өлкәһе губернаторы Вячеслав Позгалев инициативаһы менән Рәсәйҙең тарихи милли традицияларын пропагандалау маҡсатында Бөйөк Устюгта Ҡыш бабай биләмәһе барлыҡҡа килә[2].

Бында Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу Яңы йыл менән осрашыуға әҙерләнә һәм донъяның төрлө мөйөштәренән килгән ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн үҙ ишектәрен аса. Йыл һайын меңәрләгән турист, шул иҫәптән кескәй балалар ҙа, өлкәндәр ҙә, йыл һайын әкиәт донъяһына сорналып, үҙҙәренә саҡ ҡына тылсым бүләк итергә килә.

Бөйөк Устюг рәсми рәүештә урыҫ Ҡыш бабайының тыуған төйәге итеп тәғәйенләнә[3].

Биләмәһе

үҙгәртергә

Ҡыш бабай резиденцияһы Вологда өлкәһенең Сухона йылғаһы яры буйындғы Бөйөк Устюг ҡалаһынан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Комплекс Ҡыш бабайҙың резиденцияһы һәм ҡала сите биләмәһенән тора. Йорт ҡарағай урманындағы аҡланда урынлашҡан. Ҡыш бабайҙың торлағы — баҫҡыстары, һикәлтәләре һәм галереялары менән бейек һәм семәрле ҙур ағас йорт. Уны ғәжәйеп манаралар менән иҫ киткес төньяҡ рус һырлығы биҙәй. Йорт алдында һәр ваҡыт биҙәлгән ҙур шыршы тора. Фойела, аудиенция көткән ҡунаҡтарға, бүләктәр һәм сувенирҙар һатып алыу мөмкинлеге бар. Резиденцияла төрлө һәм ҡыҙыҡлы биҙәлгән зиннәтле палаталар күп. Шулай уҡ балалар өсөн бүләктәр әҙерләгән оҫтаханалар ҙа бар[4]. Хужа ҡунаҡтаҙы Тәхет залында, байрамса биҙәлгән шыршы янында ҡабул итә.

Бынан тыш биләмәлә Ҡыш бабай Почтаһы — йорттан һуң икенсе төп бина эшләй, тап бында Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан һәм хатта күрше илдәрҙән меңәрләгән хаттар килә. Почта бүлексәһе Биләмәнең үҙәк Аллеяһында урынлашҡан. Әкиәт Почтаһы Ҡышҡы бабайға килгән бөтә хаттарға ла яуап яҙа, бигерәк тә изге һәм ихлас мөрәжәғәттәргә яуаптар ҙур ҡыуаныс менән әҙерләнә.

Усадьба эргәһендә тау менән ҡышҡы уйындар комплексы бар, төп ҡапҡа төбөндә тағы ла бер уйын ҡаласығы урынлашҡан. Тылсымлы тимерлек, Емеля тураһындағы әкиәттән урыҫ мейесе, хикмәтле фигуралар менән боҙлоҡ, төньяҡ боландары һәм егелгән эттәр ҡунаҡтарҙы көтә[5]. Ә инде уйындарҙан һәм саф һауала йөрөгәндән һуң Урман аптекаһында шифалы үләндәрҙән хуш еҫле сәй тәҡдим итәләр[6].

Шулай уҡ бында Ҡышҡы баҡсаны күрергә мөмкин. Баҡса үҙенең матурлығы һәм тропик үҫемлектәре менән менән хайран ҡалдыра. Ҡышҡы һалҡындарҙа оранжереяла быяланан көмбәҙ аҫтында төрлө сәскләр күҙҙең яуын ала. 400 самаһы йәнлек йәшәгән зообаҡса балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә йәлеп итә. Хайуандар бәләкәй ситлектәрҙә түгел, ә ағас кәртәләр менән ҙур вольерҙарҙа йәшәй. Бында килеүселәр мөғжизәле боландар һәм башҡа төньяҡ йән эйәләре менән таныша ала[7]. Биләмәлә шулай уҡ кафе, ресторандар һәм ҡунаҡханалар, килгән ҡунаҡтар өсөн шулай уҡ айырым йорттар төҙөлгән.

Ҡышҡы урмандың әкиәт персонаждары һәм тылсымлы йән эйәләре йәшәшәгән төп йортҡа сәйәхәт Әкиәт һуҡмағынан башлана. Беренсе булып ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабайҙың ярҙамсыһы — Ваҡыт һаҡсыһы ҡабул итә. Ул байрамдың тарихын һөйләй һәм яңы йыл серҙәренең бер өлөшөн асып бирә.

Биләмәнең төп ҡапҡаһынан урман аша барған Әкиәт һуҡмағы буйлап мажаралар башлана. Сәйәхәт ваҡытында ҡунаҡтар Убырлы ҡарсыҡтың хәлен белешергә, серле табышмаҡтарҙы сисергә, егетлекте күрһәтергә, Ҡыш бабай яратҡан уйында уйнарға, Юлбаҫар Һандуғасты еңеп сығырға һәм төп тылсымлы серҙәрҙең ҡайҙа һаҡланыуын белергә тейеш[8].

Һуңынан Кыш бабай йорто буйлап экскурсия башлана. Бында ҡунаҡтар тылсымлы олатайҙың нисек йәшәүен, ниндәй матур кейемдәр кейенеүен белә, уның эш кабинетын ҡарай ала. Кабинетта ҡыҙыҡлы сәғәтте күрәсәктәр: ул ваҡытты күрһәтмәй, ә кирегә Яңы йылға тиклем иҫәп алып бара. Йортта йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн обсерватория һәм иремәй торған ҡар бөртөктәре булдырыу өсөн машина менән лаборатория бар.

Ә һуңынан сәйәхәт аҙағында, бейек шыршы менән биҙәлгән Тәхет залында, килеүселәрһе Ҡыш бабай үҙе ҡаршылай[9]. Нәҡ бында, Яңы йыл һылыуҡайы янында, балалар һәм өлкәндәр үҙҙәренең күңеленә яҡын теләктәрен юллай, Ҡыш бабай иһә уларға күптән көтөлгән бүләктәрен тапшыра.

Любовь Николаевна Данилова «Бөйөк Устюг. Ҡыш бабай төйәге» китабынан «Иремәүсе йондоҙҙар» әкиәтендә йәш уҡыусыларҙың ҡышҡы тылсымсының мөғжизәле еренә барып, уның халҡы һәм ҡунаҡтары менән танышыуы һәм мажаралары тураһында мауыҡтырғыс итеп яҙа[10].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә