Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет плакаттары
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет плакаттары— аңлайышлы рәүештә билдәле мәсьәләне еткергән күргәҙмә әсбабы, мәҫәлән, совет власының фронттағы ағымдағы ваҡиғаларға мөнәсәбәтен күрһәтеү. Һуғыш ваҡытында радио һәм гәзит менән берлектә кешеләрҙең аңына һәм кәйефенә сәйәси, хеҙмәт йәки башҡа эшмәкәрлегенә әйҙәү маҡсатында йоғонто яһаған агитация һәм пропаганда саралары булып тора.
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет плакаттары | |
Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет плакаттары Викимилектә |
Характеристикаһы
үҙгәртергәПлакат Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы совет һынлы сәнғәтенең иң мөһим жанрҙарының береһе булып тора[1]. Шулай уҡ, Граждандар һуғышы йылдарында үҫеш кисерә; бынан тыш, яңы һуғыш осоро рәссамдары 1917—1921 йылдар осоро традицияларын ҡуллана, өҫтәүенә, уларҙың күбеһе ике осорҙа ла эшләп өлгөрәләр.
Хәрби плакаттар башҡарыу сифаты һәм формаһы буйынса бер-береһенән айырылып тора. Уларҙың ҡайһы берҙәре тупаҫ карикатуралар булһа, икенселәре ваҡиғалар тураһында аңлатма йәки шиғри комментарийҙар менән хәрби тематикаһына һүрәттәр йәки билдәлелек алған фотографиялар.
Билдәле авторҙар
үҙгәртергәГраждандар һуғышы осорондағы плакаттарға өлөш индергән элекке оҫталар Бөйөк Ватан һуығышы осоронда ла ижад итә:
- Дмитрий Моор
- Виктор Дени
- Михаил Черемных
Әммә артабанғы быуын оҫталарының өлөшө күпкә мөһимерәк була:
- Тоидзе Ираклий Моисеевич — уның данлыҡлы «Ватан-әсә саҡыра!» плакаты туранан-тура Моорҙың ҡабаттан «Ә һин доброволец булып яҙылдыңмы ?» плакатына ауаздаш була.
- Кокорекин Алексей Алексеевич — уның иң әһәмиәтле «Ватан өсөн!» плакаты (1942), плакаттағы граната ташлаған яралы матростың фигураһы шартлы һәм дөйөмләштерелеп һүрәтләнеүенә ҡарамаҫтан, станковый һынлы сәнғәт әҫәренә яҡын.
- Иванов Виктор Семенович — плакат "Нисек Днепрҙан һыу эсәбеҙ, Пруттан, Немандан һәм Бугтан эсәсәкбеҙ! " (1943) оптимистик тойғо, еңеүгә ышаныс менән һуғарылған. Касканан һу эсеп торған йәш кеше фигураһыялҡынлы һауа фонында аныҡ силуэт булып төшөрөлгән.
- Корецкий Виктор Борисович үҙенең плакаттарында 1920-се йылдарға ҡараған фотомонтаж алымдарын ҡулланған. ҡ Плакат «Ҡыҙыл Армия яугиры, ҡотҡар!» плакаты (1942) —шул осорҙоң иң таң ҡалдырған плакат әҫәре.
- Кукрыниксы (КУприянов—КРЫлов—НИКолай Соколов)
Һуғыш ваҡытында плакаттар Мәскәүҙә, блокадалағы Ленинградта, Горький, Иванов, Красноярск, Мурманск, Пенза, Ростов, Һарытау, Свердловск, Куйбышев, Төмән, Хабаровск, Томск, Силәбе һәм башҡа ҡалаларҙа сығарыла. Плпкаттар шулай уҡ республикаларҙа ла эшләнә, айырыуса Грузия һәм Әрмәнстанда. 1944 йылда Мәскәүҙә әрмән плакаты күргәҙмәһе үтә[1], унда Мариам Коджоян, Акоп Коджоян, Василий Сурьянинов, Гахирян кеүек ижадсыларҙың исемдәре айырыуса билдәләнә. Грузиндар «Штык һәм ҡәләм менән» ҙур плакаттар серияһын сығаралар (Р. Самерджиев, Ш. Бериташвили), плакаттарҙы сығарыуҙа шулай уҡ Мәскәү рәссамдары Кукрыниксы, Борис Ефимов, Юлия Ганф ҡатнашалар. Плакаттар Ҡаҙағстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда сыҡарыла.
ТАСС тәҙрәләре
үҙгәртергәБөйөк ватан һуғышы осороноң агитацион плакаттарының бер өлөшө бер совет рәссамдары төркөмө тарафынан Граждандар һуғышы осоронда сығарылған "РОСТ тәҙрәләре"нең реинкарнацияһы булған «ТАСС тәҙрәләре» проекты сиктәрендә эшләнә[2]. Бындай һүрәттәр трафарет ярҙамында тиражлана һәм махсус стендтарҙа Мәскәүҙә һәм башҡа ҡалаларҙа эленә. Был плакат аҙ тиражлы алакаттың махсус төрө булып тора, ул баҫтырылып сығарылмай, ә ҡулдан, трафарет аша, эшләнә. Шуға күрә нәшер ителгән плакат менән сағыштырғанда был плакат буяу сағыулығы менән айырылып тора. Икенсе мөһим үҙенсәлек — мобиллек, теге йәки был ваҡиғаға йәшен тиҙлегендәге реакция мөмкинлеге.
Популяр мотивтар
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы осоронда плакаттар бик күп һандарҙа сығарыла, әммә ҡайһы бер мотивтар айырыуса популяр була:
- Һуңғы патронға тиклем! Артҡы планда билдәле плакат — «Ҡыҙыл Армия һалдаты, ҠОТҠАР!»
- Атакаға! Бик киң таралған мотив. Бик күп плакаттарҙа ҡулланыла. Бындай плакаттарҙа йыш ҡына төрлө техника һүрәтләнә. «Ватан өсөн! Сталин өсөн!» плакатында рәссамдар араһында популяр булған Т-35 күренә, икенсе плакатта — Пе-2. Ҡайһы берҙә самолеттар урынында артҡы планда элекке күренекле геройҙар йәки полководецтар, шулай уҡ Ленин йәки Сталин фигуралары һүрәтләнә. Һуғыш башында «Артта- Мәскәү» төрөндәге плакаттар осрай. Бындай плакаттарҙа яурынға-яурын торған, «артҡа бер аҙым» эшләмәгән, ғүмерҙәрен Ватан биреү өсөн әҙер булған яугирҙар һүрәтләнә.
- Яугир дошманды ҡул һуғышында еңә. Йыш ҡына бындай плакаттарҙа яугир- ҡыҙыл төҫтә, ә дошман ҡурҡыныс һоро төҫтә һүрәтләнә. Дошман йыш ҡына карикатуралы итеп төшөрөлә.
- Карикатура. Бында Гитлер йыш ҡына Наполеон осорондағы баш кейесмендәге маймыл булып һүрәтләнә. Гитлерҙы Наполеон менән сағыштырыу бер нисә тапҡыр осрай.
- Балалар үлтереүселәргә — үлем!
- Күп һөйләмә! Һиҙгерлеккә өндәгән был тема менән плакаттар СССР-ҙа ғына түгел, Көнбайышта ла була (авт. Нина Ватолина).
- Коллаж: булғанға тиклем һәм һуңынан. Бындай типтағы плакаттар халыҡты аныҡ ғәмәлдәргә өндәй, мәҫәлән, һыу металлолом йыйыуға.
- Байраҡтар аҫтына! СССР-ҙан айырмалы рәүештә «Байраҡтар аҫтына» темаһы «күсәр» илдәрендә күпкә йышыраҡ осрай.
- Динамик портрет. Бындай плакаттарҙа, «Байраҡтар аҫтына» һәм «Һуңғы патронға тиклем» плакаттарындағы кеүек, яугир фигураһы композицияның төп темаһы булып тора. Шулай уҡ «күсәр» илдәрендә популяр була.
- Ватан-әсә саҡыра!
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Трамвай искусств. Частная коллекция. Советский плакат
- Советские плакаты(недоступная ссылка) разбитые на эпохи
- Военные плакаты разных стран 2019 йыл 23 сентябрь архивланған.
- SovMusic.ru — Советские плакаты
- Плакаты Великой Отечественной войны в высоком разрешении 2019 йыл 23 сентябрь архивланған.