Бөйөкдөрө проспекты
Бөйөкдөрө проспекты (төр. Büyükdere Caddesi) — Европа өлөшөндәге Төркиәнең Истанбул ҡалаһы үҙәк урамы, Шишли (Эсентеп кварталы), Бешикташ (Левент кварталы) һәм Сарыер (Макслак кварталын) райондары аша үтә.
Бөйөкдөрө проспекты | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Бөйөкдөрө проспекты Викимилектә |
Ул Шишли мәсете янында башланған һәм көнсығыш йүнәлештә һуҙылған.: өлөшөләтә O-1 эске ҡала автомагистралендәге виадук аҫтынан, Меджидиекей, Эсентепе аша үтеп, Зинджирликий кварталына етә. Унда Бөйөкдөрө Барбарос бульвары менән тоташҡан һәм төньяҡҡа табан боролған, артабан Левент, Санайя Махаллеся, Маслак һәм Фәтих урманы аша үтеп Сарыер районындағы Хаджиосман битләүендә тамамланған. Проспекттың дөйөм оҙонлоғо 14 километр тәшкил итә. Зинджирликийҙан алып Маслакҡа тиклем проспект көнсығыш яҡтанКягытхан районының, көнбайыштан Бешикташ районының сиге булып тора. Бөйөкдөрө проспекты үҙенең исемен үҙе терәлеп торған шул уҡ исемдәге квартал исеменән алған.
Истанбул метрополитенының 2-се линияһы Шишли прсопектына тиклем һуҙылған, уның туғыҙ станцияһы Бөйөкдөрө янында урынлашҡан. Күпселек банктарҙың штаб-фатирҙары, бизнес-үҙәктәр, сауҙа үҙәктәре, ҡунаҡханалар, күп ҡатлы бейек йорттар бында һуңғы йылдарҙа төҙөлгән һәм Бөйөкдөрө проспекты буйлап урынлашҡан, был хәл уны Истанбулдың мөһим финанс үҙәге булыуына булышлыҡ иткән.
Уҡыу йорттарынан проспектта Халич Университеты, төҙөлөш профессиональ училищеһы (ISOV), Маслак Истанбул техник университеты кампусы, Ишик техник университеты һәм Йылдыз профессиональ техник университеты бар.
-
Бөйөкдөрө проспекты янында Истанбул метрополитены станцияһы
-
Бююкдере районы проспектынан күренеш. Левент районынан бөйөкдөрө проспектының күренеше
-
Левент районынан Бөйөкдөрө проспекты күренеше
-
Левент районынан Бөйөкдөрө проспекты күренеше