Бөйө (лат. Lycosa singoriensis) — бүре-үрмәкселәр (Lycosidae) ғаиләһендәге үрмәкес. Сүл, дала һәм урман-дала зоналарында таралған. Кәүҙәһенең оҙонлоғо 25-35 мм. Төҫө көрәндән алып ҡараға тиклем. Ерҙә 50 см-ға ҡәҙәр тирәнлектә, вертикаль оя яһап тереклек итә. Дымлы тупраҡты өҫтөн күрә. Ҡышҡа ояһын тирәнәйтә һәм кереү юлын ер менән ҡаплай. Үрмәкес ағыулы, уның тешләүе ҡаты ауырттыра һәм шеш сығара; ағуы кеше өсөн ҡурҡыныс түгел.
Күберәк бөжәктәр менән туҡлана, шуның менән файҙалы. Табышын төндә - ояһыннан сығып, көнөҙ кереү юлы янында һағалап торып аулай. Парлашу йәй аҙағында үтә. Йәш һәм аталанған инә заттар ҡышлайҙар. Йәй башында инә үрмәксе күкәй һала һәм уны бик тырышып һаклай. Күкәйҙән сыҡҡан йәш үрмәкселәр бер нисә көн инә үрмәкес арҡаһына йәбешып йөрөй.