Бәҙер (исем)
Бәҙер (ғәр. بدر — тулы Ай) — ғәрәп сығышлы ирҙәр исеме, урыҫ теленә «тулы Ай» тип тәржемә ителә. Матурлыҡ һәм камиллыҡ символы.
Бәҙер | |
Badr | |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
---|---|
Яҙыу | Латин алфавиты |
Soundex | B360 |
Кёльнская фонетика | 127 |
Caverphone | PT1111 |
Фамилия с идентичным написанием | Badr[d] |
Бәҙер Викимилектә |
Икенсе рәүештәре
үҙгәртергә- Бәҙретдин (ғәр. بدر الدين — диндең тулы айы) — ике ғәрәп һүҙенән торған ирҙәр исеме: «Бәҙерун» (тулы ай; матурлыҡ мәғәнәһендә) һәм «әд-дин» (дин, иман). Дингә тулы инаныс, диндең матурлығы мәғәнәһендә ҡулланыла. Шулай уҡ башҡорт телендә Бәҙри тигән исем дә бар.
- Башҡорт халҡында был һүҙ менән өс ҡатын-ҡыҙ исеме бар: Бәҙрия, Бәҙәр, Бәҙриямал (ғәр. بدرية — һылыуғай). Һылыуҡай, тулы айға оҡшаш, айҙай матур мәғәнәһендә ҡулланыла[1]
Билдәле кешеләр
үҙгәртергәФамилияла
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Бәҙер (Сәғүд Ғәрәбстаны) (ғәр. بدر), тулы атамаһы: Бәҙер Хүнәйн (ғәр. بدر حنین) — Мәҙинә административ округындағы ҙур балмаған ҡала.
- Бәҙер һуғышы (ғәр. غزوة بدر) — мосолмандар һәм мәжүси ҡорайыштар араһындағы һуғыш.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова. Башҡорт исемдәре. — Өфө, 2005. — 34-се бит
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |