Бәләкәй ҡыуаҡлыҡтар — ағас һымаҡ үҫемлектәр йәшәү формаһының береһе. Был тәбәшәк буйлы (бейеклеге бер нисә тиҫтә сантиметрҙан артмай), төп олоно булмаған тармаҡлы һабаҡлы күп йыллыҡ үҫемлектәр.

Бәләкәй ҡыуаҡлыҡ
Рәсем
Асыусы йәки уйлап табыусы Иван Григорьевич Серебряков[d]
 Бәләкәй ҡыуаҡлыҡ Викимилектә

Ғәҙәттә был үҫемлектәр ергә ятып, йәйелеп үҫә.

Һабаҡтары 5-12 йылдан артыҡ йәшәмәй, ләкин тамырҙары күпкә оҙағыраҡ йәшәй ала (көртмәленеке — ике йөҙ йылға тиклем). Тамырҙары ер өҫтөндәге өлөшөнән күпкә ҡеүәтлерәк булыусан, мәҫәлән, ҡара көртмәле тамырҙарының оҙонлоғо өс метрға етә.

Ҡыуаҡ һабаҡтарында йыллыҡ үҫеш күренеп тора — ҡойолған япраҡтарҙан бөрө төйөндәре ҡала (ҡыҙыл көртмәле, ҡара көртмәле, мүк еләге).

Бәләкәй ҡыуаҡлыҡтар тундраларҙа, һаҙлыҡтарҙа, ылыҫлы урмандарҙа, бейек таулыҡтарҙа таралған.

Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге урта һыҙатта осраған ваҡ ҡыуаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «кустарничек» мәҡәләһе бар

Кустарничек — статья на сайте «Экосистема»