«Бүре́ Ояһы́», «Вольфсшанце» (нем. Wolfsschanze) — Икенсе Донъя Һуғышында Адольф Һитлерҙың ставкаһы. Был етәкселек пункт Көнсығыш Пруссияла Растенбург (хәҙерге Кентшин, Ләхстан) ҡала эргәһендә урынлашҡан.

Өсөнсө рейхтың «Вольфсшанце» һәм башҡа етәкселек пункттары
«Вольфсшанце» хәҙерге замандағы сәйәси картаһында

«Вольфсшанце» комплексы 1941 йылдың 21 июненән 1944 йылдың 20 ноябренә тиклем файҙаланылған. Һитлер бында 800 көндән күберәк була. Нәҡ шул урындан Советтар Союзға ҡаршы һөжүм менән идара итә.

Бөгөнгө көндә «Вольфсшанце» йыл буйы эшләгән музей.

Иң ҙур бункерҙың емереклектәре. Түбәндәге ишек уйымы буйынса бункерҙың бейеклеген белергә була.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Нәфис фильм "Операция «Валькирия» (рус.)