Бүретау
Бүретау (рус. Волчья гора) — Үрге Өпәйле ҡалаһының көнсығыш яғында урынлашҡан тау. Урындағы халыҡтың әйтеүе буйынса Үрге Өпәйле ҡалаһының визит карточкаһы.
Бүретау | |
---|---|
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 507,9 м |
Урынлашыуы | |
56°03′ с. ш. 60°15′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
РФ субъекты | Силәбе өлкәһе |
Тау системаһы | Урта Урал |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБуретау үҫемлекһеҙ ҙур булмаған убаны хәтерләтә. Шулай ҙа был тау һәр ваҡыт яланғас булмаған, 80 йыл элек кенә бында йәмле урман шаулап үҫкән булған. Тауҙағы урмандың бөтөүенең урындағы халыҡта ике версияһы бар тиҙәр. Беренсе буйынса, был түбәлә заманында ныҡ бүреләр үрсеп киткән һәм шуларҙы бөтөрөр өсөн халыҡ урманды ҡырҡып бөтөргән. Икенсе версия буйынса, урмандың бөтөүенә янындағы заводтан сыҡҡан ағыулы ташландыҡтар сәбәпсе булған тиҙәр. Буретау түбәһенең тау тоҡомдарында ҡиммәтле минерал—серпентинит табылған. Был таш төҙөлөштә, биҙәүестәр эшләү өсөн ҡулланыла. [1]
Этимологияһы
үҙгәртергәБыл тауҙа борондандан ҡалған легендалар буйынса элек бүреләр күп булған, шуға ла Бүретау тигәндәр. Заманында бындағы бүре өйөрҙәре кешеләргә лә ташланған булғандар. Әле ваҡытта йыртҡыстар тауҙа юҡ. [2]
Мистика
үҙгәртергәБүретау уфологтарҙа һәм мистика менән ҡыҙыҡһынған һәүәҫкәрҙәрҙә популярлыҡ менән файҙалана. Шаһиттар һөйләүенсә, 1990 йылдың апрелендә, кискә ҡарай ҡала өҫтөндә ҙур ғына яҡтыртҡыс шар осоп үткән. Ул тиҙ генә 30 метр бейеклектә хәрәкәт иткән. Яҡтыртыу шул тиклем көслө булған, хатта күҙҙәрҙе асыуы ауыр булған. Шар Бүретау түбәһенә осоп барып еткәндә, туҡтаған һәм юҡҡа сыҡҡан. Шулай уҡ был тауҙа нисә йылдар инде халыҡ ағас ултыртып ҡарайҙар, әммә улар үҫмәй ҡороп бөтәләр. 2010 йылда мәктәп уҡыусылары 400 ағас үҫентеләре ултырта. Йәй бик ҡоро була, күп үҫентеләр ҡороп бөтәләр, тик ун бише генә тере ҡала. Шул уҡ йылдың көҙөндә уҡыусылар, ә килә йылдың яҙында студенттар 2500 тағы ла ағас үҫентеләре ултыртта. Әммә тағы ҡоролоҡ булып, тауҙа янғын сыға һәм барлыҡ сәскән үҫентеләр янып бөтә. Тик 250 төп кенә тороп ҡала.[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ туристический портал Челябинской области 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Шувалов Н. И. Караси // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ геокэшинг