Булдаков усадьбаһы

: Мәҡәләлә Вологда өлкәһе Бөйөк Устюг ҡалаһында урынлашҡан Булдаков усадьбаһы тураһында һүҙ бара

Булдаков усадьбаһы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бөйөк Устюг
Входит в состав списка памятников культурного наследия Список объектов культурного наследия Великого Устюга[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Набережная улица, 45, 46, 47
Карта
 Булдаков усадьбаһы Викимилектә


Булдаков усадьбаһы — дворяндар усадьбаһы. Вологда өлкәһе Бөйөк Устюг ҡалаһындағы XIX быуат башында ампир стилендә төҙөлгән усадьба. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы. Төп йортта ирҙәр гимназияһы, халыҡ мәғарифы институты, Пуховичский пехота училищеһы, Бөйөк Устюг уҡытыусылар инситуты эшләгән. Әлеге ваҡытта бында педагогия колледжының уҡыу кластары урынлашҡан.

Булдаков усадьбаһы — Бөйөк Устюгтағы эре тарихи-архитектура ансамбленең XIX быуаттағы провинциаль усадьба мәҙәниәте өлгөһө булып тора. Усадьба XIX быуаттың башында төҙөлгән, ул төп йорт һәм ике флигелдән ғибәрәт, флигелдәр ҡойма һәм ҡапҡа менән төп йорт менән тоташып тора. Был комплекстың төп йорто ҡасандыр Бөйөк Устюг ҡалаһындағы иң ҙур бина була, ул сауҙагәр Булдаков Михаил Матвеевич (1768—1830) заказы буйынса төҙөлгән, йорт хужаһы — Рәсәй-Америка компанияһының баш директоры[2][3].

1804 йылдың ноябрендә сауҙагәр ҡала ситендәге ошо ер участкаһын һатып ала һәм ҙур таш йортто 1806 йылдың аҙағына төҙөп бөтөрә. Бер йылдан һуң уның ике флигеле (төкәтмәләре) төҙөлгән, уларҙа ярҙамсы бүлмәләр була. 1818 йылдың көҙөндә төҙөлөш тулыһынса тамамлана. Участкала ҙур баҡса булдырыла, яһалма күл төҙөлә: кесе һыу ятҡылығы — Ильинский урамы яғынан — аҡҡоштар йәшәр өсөн, оло һыу ятҡылығы — Преображенский урамы яғынан — кәмәлә йөҙөү өсөн. Күл тирәләй эскәмйәләр һәм беседкалар ҡуйылған парк урынлашҡан. Беседкаларҙың береһе ике ҡатлы — ул өҫтәл уйындары, китап уҡыу һәм сәй эсеү өсөн төҙөлгән.

3 гектар майҙандағы ер участкаһын сауҙагәр ихтирам йөҙөнән ҡала халҡына тапшырған, 1824 йылда унда ҡаланың тәүге йәмәғәт баҡсаһы булдырылған.

1837 йылдың февралендә сауҙагәрҙең улы усадьбаны сауҙагәр Илья Яковлевич Грибановҡа һатҡан, ул үлгәндән һуң, усадьба уның улына — Петербургта йәшәгән Грибанов Владимир Ильичҡа — күсә. Бушап ҡалған усадьбаны ҡала думаһы һатып ала һәм 1901 йылда бинала ирҙәр гимназияһын урынлаштыра. Йортто яңынан төҙөгәндәр. Бинаны реконструкциялау оҙаҡ ваҡыт дауам итә, ун йыл буйына бара, уның проектының авторы — архитектор В. Н. Курицын[4].

Усадьба 1918 йылда Төньяҡ Двина губернаһының үҙәге булып тора. Губернаға элекке Вологда губернаһының биш төньяҡ-көнсығыш райондары инә. Ошо усадьбала Төньяҡ Двина губернаһы делегаттарының Беренсе съезы үтә, ул 1918 йылдың 15 — 20 июнендә була. Гимназия ябыла.

1919 йылдың аҙағынан алып 1921 йылға тиклем был бинала Халыҡ мәғарифы институты (аҙаҡтан Төньяҡ Двина дәүләт университетының педагогика факультеты, ә һуңынан Халыҡ мәғарифының ғәмәли институты) урынлашҡан. 1920 йылдың мартынан 1923 йылдың сентябренә тиклем А. И. Герцен исемендәге мәктәптең икенсе баҫҡыс уҡыу кластары урынлашҡан. Һуңыраҡ бина педагогия техникумына күсә, хәҙер — педагогия колледжы.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бинала Пуховичский хәрби пехота училищеһы урынлашҡан.

1949 йылдың июненән алып 1955 йылдың авгусына тиклем бинала Бөйөк Устюг уҡытыусылар институты эшләй[5].

1995 йылда Рәсәй Федерацияһы Президентының 20 февралдә сыҡҡан № 176 Указына ярашлы Булдаков усадьбаһына федераль әһәмиәткә эйә булған тарихи һәм мәҙәни ҡомартҡы статусы бирелә.

Архитектура

үҙгәртергә
 
Көньяҡ флигель
 
Төп йорт

Булдаков усадьбаһы ансамбле Сухона йылғаһы яр буйын биҙәп тора. Ике ҡатлы ике төкәтмә төп йорттоң архитектураһына симметриялы яраштырылған. Улар тимер ҡапҡалы рәшәткә ҡоймалар һәм ерҙә ятҡан суйын арыҫландар менән биҙәлгән пилонлы ике ҡапҡа менән тоташтырылған. Усадьба паркы ихатала урынлашҡан.

Төп йорт ампир стилендә төҙөлә. Ул өс ҡатлы, кирбесе штукатурланған. Төп фасады һәм бина мөйөштәре рустлы ҡалаҡтар менән биҙәлгән. Беренсе ҡат өҫтөндә кәрниз урынлашҡан. Ослаусы кәрниз парлы консолдәргә таянып тора, улары сухариктар менән сиратлашҡан. П- образлы ҡапланған биҙәге икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙың тәҙрәләре аҫтында урынлашҡан. Интерьерында өлөшләтә филенкалы ишектәр, баҫҡыстар, кафель менән көпләнгән мейестәр һаҡланған[6].

Ваҡыт үтеү менән төп йорт һиҙелерлек үҙгәртеп ҡорола. Башта бина ике ҡатлы була, уның тик урта бер өлөшө генә өс ҡатлы була, фасадын балконлы портик биҙәгән. XХ быуат башында бина реконструкциялана. Мезонины һүтелә һәм өсөнсө ҡат төҙөлә. Портик та һүтелеп, ихата яғынан өс ҡатлы ҡанат төкәтеп төҙөлә. Эске интерьеры һәм ундағы бүлкәләре лә үҙгәртелә[7].

Документ

үҙгәртергә

Указ Президента Российской Федерации от 20.02.1995 г. № 176 г. Москва. «Об утверждении Перечня объектов исторического и культурного наследия федерального (общероссийского) значения".

  • Бобровский Р. В. Имена вологжане в науке и технике. — Вологда, 1968. С. 185—189;
  • Добвня Е. Г. Здание бывшtq мужской гимназии, в которой в 1900—1907 гг. учился советский ботаник А. П. Шенников — Москва, 1979. С. 117—119;
  • Перепеченко П. К., Соколов Г. И. М. К. Ветошкин Имена вологжане в науке и технике. — Вологда, 1968. С.32-34;
  • Коновалов Ф. Я. Ветошкин Михаил Кузьмич. Вологодская энциклопедия. — Вологда, 2006. С. 103.
  1. Указ Президента РФ № 176 от 20.02.1995
  2. Кудрин Н. М. Устюгской земли Михайло Булдаков. Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  3. COM_MTREE_OPENGRAPH_TITLE_VIEWLINK. Дата обращения: 6 декабрь 2020.(недоступная ссылка)
  4. Ведомственная информация.
  5. Архитектура. Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  6. Усадьба Булдакова | Великий Устюг (рус.). Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  7. Усадьба Булдакова.(недоступная ссылка)

Һылтанмалар

үҙгәртергә