Булатова Сәғдиә Хәсән ҡыҙы
Булатова Сәғдиә Хәсән ҡыҙы (татар. Сәгъдия Булатова; 1884-1950гг.) — күренекле татар йәмәғәт эшмәкәре, мөғәллим, ВКП(б) ағзаһы (1920).
Булатова Сәғдиә Хәсән ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 1884 |
Тыуған урыны | Ҡасим[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Үлем сәбәбе | Оло террор |
Һөнәр төрө | мөхәррир, уҡытыусы |
Әүҙемлек урыны | Татарские Юнки[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Биографияһы
үҙгәртергәБулатова Сәғдиә Хәсән ҡыҙы 1882 йылда Ҡасим ҡалаһында тыуған. Уның атаһы Ҡасим ҡалаһында уҡытыусы булып эшләй. Атаһы бик иртә үлә, ул ваҡытта уғы ни бары һигеҙ йәш була. Туғандары һәм таныштары ғаиләгә ярҙам итә. 16 йәшендә уҡытыусы булып эшләгән, атаһының элекке уҡыусыһы Булат Хәсәновҡа кейәүгә сыға. Сәғдиә белемде өйҙә ала һәм мөғәлимә булып китә. Ул Ҡасим мәҙрәсәһе тормошонда ҙур роль уйнай, ҡыҙҙар өсөн беренсе мәктәп аса. [1]
191011912 йылдарҙа уҡыусы йәштәр менән театр түңәрәге ойоштора. Ул ваҡытта татар йәшәренә театрҙа ҡатнашыу тыйылған булған, шулай ҙа ҡайһы бер йәштәр йәшерен рәүештә ҡатнашҡан. Ул ауылдар буйлап йөрөп кулак һәм капиталистарҙы мыҫҡыл итә торған пьессалар ҡуя. Барлыҡ спектакльдәҙә ул үҙе һәм уның Зәкиә һәм Нажия исемле ҡыҙҙары ҡатнаша.Театр өсөн бөтә кәрәк-яраҡты үҙҙәре эшләй: сценарий яҙалар, костюмдар тегәләр.[2]
Постановкалар бик уңышлы килеп сыға, Октябрь революцияһынан һуң труппа Ҡасим мәҙрәсәһендә «Сулпан» татар драма театры исеме менән эшләй башлай.
1917-1921 йылдарҙа татар мәктәптәре, изба-читальнялар, «Салғы» татар гәзитен асыуҙа ҡатнаша.
1924 йылда Мәскәүгә эшкә күсерелә.
1939 йылда низахҡа репрессиялана, 1955 йылда аҡлана.[3]
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Татарский энциклопедический словарь. -Казань. Институт татарской энциклопедии АН РТ. - 703с. илл.ISBN 0-9530650-3-0