Булавин йорто
Булавин Кондратий йорто — тарихи бина, Староческасский майҙанынан алыҫ түгел, Петропавловск сиркәү ҡаршыһында тиерлек урынлашҡан.
Булавин йорто | |
Кем хөрмәтенә аталған | Кондратий Афанасьевич Булавин[d] |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Старочеркасская станицаһы |
Ҡат һаны | 2 |
Мираҫ статусы | объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәБыл йортта 1707—1709 йылдарҙағы крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Кондратий Булавин йәшәгән һәм вафат булған тип иҫәпләнә. Йорт уның милке булмаған. Ул уны 1708 йылда Черкасскты алғас биләгән һәм үҙен атаман тип иғлан иткән.
Йорт XVIII быуаттың беренсе яртыһының таш торлаҡ архитектура ҡомартҡыһы була. Бина квадрат формала, стенаның ҡалынлығы яҡынса бер метр, түшәме көмбәҙле, рәшәткәле тәҙрәләр, тимер ишектәр — бөтә был йорт-ҡәлғәнең билдәләре[1].
Октябрь революцияһы ваҡыттарынан бина яйлап ташландыҡ хәлгә килә, уның тәүге йөҙөн боҙоусы төкәтмәләр төҙөйҙәр.
1970 йылдарҙа бина Старочеркасск тарихи-архитектура музей - ҡурсаулығының өлөшө була, тергеҙеү һәм реставрация эштәре үткәрелә. Әммә өлгө өсөн тәүге ҡиәфәте түгел, ә XIX быуат уртаһы күренеше алына.
Булавин осоронда — XVII һәм XVIII быуаттар араһында уның тышҡы күтәрмәһе һәм икенсе ҡаттағы һикәлтәһе, шулай уҡ икенсе ҡат периметры буйынса металл конструкцияһы булмай. Ул фасад төкәтмәләре һөжүм итеүселәргә был ҡәлғә-йортто ҡамауҙа ярҙам ғына итәсәктәр. Шул ваҡытта стеналары бер ниндәй төкәтмәһеҙ тигеҙ була, ә бер ҡаттан икенсеһенә күсеү өсөн эске баҫҡыстар ҡулланыла.
Әлеге көндә бинала музей экспозицияһы урынлашҡан[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Дом Кондратия Булавина 2018 йыл 29 май архивланған.
- ↑ Дом Булавина