Брянск дәүләт техник университеты

Рәсәй Федерацияһының юғары уҡыу йорты

Брянск дәүләт техник университеты — Брянскиҙың юғары уҡыу йорто. Төп йүнәлеше — машиналар төҙөү һөнәрҙәре инженерҙары һәм төрлө йүнәлештәге ижади кадрҙар сығарыу, машиналар төҙөүҙең төрлө өлкәләренндә ғилми тикшеренеүҙәр. Шулай уҡ белгестәрҙе иҡтисади, компьютер һәм дөйөм техник һөнәрҙәр буйынса уҡытыу тормошҡа ашырыла.

Брянск дәүләт техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1929
Рәсем
Рәсми атамаһы Бежицкий машиностроительный институт, Орджоникидзеградский машиностроительный институт, Бежицкий механико-машиностроительный институт, Бежицкий институт транспортного машиностроения, Брянский институт транспортного машиностроения, Брянский государственный технический университет һәм Арджанікідзэградскі машынабудаўнічы інстытут
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Брянск
Урын Брянск
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены
Диапазон IPv4 82.179.88.0/24[2]
Диапазон IPv6 2001:6d0:fff9::/48[3]
Рәсми сайт tu-bryansk.ru
Карта
 Брянск дәүләт техник университеты Викимилектә

Юғары уҡыу йортоноң Рәсәй университеттары араһында рейтингы
Рейтинг Урын
БДИ-ла уртаса балл буйынса (2010 й.) 230[4]
Техник һәм технологик юғары уҡыу йорттары рейтингы (2005 й.) 136[5]
Студенттарҙы әҙерләү буйынса юғары уҡыу йорттары рейтингы (2010 й.) 164[6]
Ғилми һәм хеҙмәттәр баҫтырып сығарыу әүҙемлеге интеграль күрһәткесе 2,64[7]

1922 — «Ҡыҙыл Профинтерн» заводы (хәҙерге ЯАЙ «БМЗ») эргәһендә Бежица эшселәр факультеты ойошторола.

1929 — эшселәр факультеты базаһында машиналар төҙөү буйынса инженерҙар әҙерләү өсөн Бежица машиналар төҙөү институты ойошторола. Металдарҙы һалҡын һәм эҫе эшкәртеү, ҡойоу эштәре, локомобилдәр төҙөү, станоктар төҙөү, һыуытҡыс ҡоролмалар, күтәргес-транспорт ҡоролмалар, вагондар төҙөү һөнәрҙәре буйынса уҡыусылар ҡабул ителә.

1932 — Яңы һөнәрҙәр раҫлана: «Вагондар төҙөү», «баҫым менән металл эшкәртеү», «металдарҙы ҡырҡып һалҡын эшкәртеү», «ҡойоу производствоһы», бер аҙ һуңыраҡ — «Паровоздар төҙөү».

1934 — инженерҙарҙың беренсе сығарылышы.

1934 йылдың 5 ноябре — Институтҡа «иң яҡшы пролетар кадрҙар әҙерләү урыны» булараҡ удар Ҡыҙыл байраҡ тапшырыла

1935 — аспирантура ойошторола.

1936 — Бежица ҡалаһы Орджоникидзеград тип үҙгәртелеү менән бәйле институт Орджоникидзеград машиналар төҙөү институты тип үҙгәртелә.

1941 йылдың 24 авгусында юғары уҡыу йортоноң беренсе эшелонын Уралға Свердловк өлкәһенең Түбәнге Тагил ҡалаһына эвакуациялау тураһында бойороҡ сыға.

1944 — Бежица механика-машиналар төҙөү институты.

1945 — Бежица транспорт машиналары эшләү институты .

1956 — Бежица ҡалаһының Брянск составына инеүе менән бәйле институт Брянск транспорт машиналары эшләү институты, йәки БИТМ исеме ала, институт әле лә шулай атала.

1962 — уҡыу срогы 6 йыл булған ситтән тороп уҡыу бүлеге ойошторола.

1967 — БИТМ-ға беренсе тапҡыр кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлауға ҡабул итергә һәм фән кандидаты ғилми дәрәжәһе бирергә хоҡуҡ бирелә. Тәүге диссертацион советы ойошторола.

1970 — 2-се уҡыу корпусы сафҡа инә.

1979 йылдың 19 июндә — БИТМ нәшриәте ойоштора.

1979 йылдың 2 ноябрендә «Халыҡ хужалығы өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләүҙә, фән һәм техника үҫешендә ҡаҙаныштары өсөн» СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы указы менән Брянск транспорт машиналары эшләү институты «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1988 — Юғары уҡыу йорто структураһында Калуга өлкәһенең Людиново ҡалаһында производствонан айырылмайынса уҡыу буйынса киске һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре булған факультет булдырыла.

1992 —БИТМ АСУ (автоматлаштырылған идара итеү системаһы) базаһында Брянск өлкәһе яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәге булдырыла.

1995 — Юғары уҡыу йорто Рәсәй техник университеттары ассоциацияһы эксперт комиссияһында аттестация үтә һәм Госкомвуз бойороғо менән (28.12.1995) Брянск дәүләт техник университеты итеп үҙгәртелә.

4 апрель 2006 й — БДТУ инициативаһы буйынса Рәсәй һәм Беларусь сик буйы өлкәләре юғары уҡыу йорттарының Халыҡ-ара ассоциацияһы булдырыла.

25 июнь 2008 й. — БДТУ составына юғары уҡыу йорто структур бүлексәһе сифатында ФГОУ СПО «. Н. А. Кубяк исемендәге Брянск политехник колледжы» индерелә.

2009 йылда Брянск дәүләт техник университетының Йәштәр фәнни-техник йәмғиәте ойошторола.

Юғары уҡыу йорто эшләгән йылдарҙа 40 меңгә яҡын төрлө һөнәр буйынса инженерҙар уҡып сыға.

Факультеттары

үҙгәртергә

- УНТИ — Уҡыу-фәнни технологиялар институты

- ФЭЭ — Электроника һәм энергетика факультеты

- МТФ — Механика-технология факультеты

- УНИТ — Уҡытыу-ғилми транспорт институты

- ФИТА — Информацион технологиялар факультеты

- ФОЦЭ — Тармаҡ һәм цифрлы иҡтисад факультеты

- ФДП — Әҙерлек факультеты

- БРЦПК — төбәк кадрҙар әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү Брянск үҙәге

- БДТУ-ның политехник колледжы .

Кадрҙар составы[8]

үҙгәртергә

БДТУ-ла хеҙмәткәрҙәр һәм профессор-уҡытыусылар составында бөтәһе 820 кеше эшләй. БДТУ-ла белем биреү процессын квалификациялы белгестәр тормошҡа ашыра. Штаттағы профессор-уҡытыусылар составының дөйөм һаны 443-тән ашыу кеше, уларҙың 65,5%-ы ғилми исем һәм дәрәжәләргә эйә. Университетта 47 фән докторы уҡыта.

БДТУ етәкселеге

- БГТУ ректоры — техник фәндәр докторы, доцент Олег Николаевич Федонин

- Беренсе уҡыу эштәре буйынса проректор — техник фәндәр кандидаты, доцент Шкаберин Виталий Александрович

- Фәнни эштәр буйынса проректоры — техник фәндәр кандидаты, доцент Сканец Виталий Михайлович

- Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм инновациялы эш буйынса проректоры — техник фәндәр кандидаты, доцент Альберт Зиновьевич Симкин

- Проректоры буйынса административ-хужалыҡ эше — Андрей Павлович Штепа

- Ректораты ҡарамағындағы Советник — техник фәндәр кандидаты, профессор Попков Владимир Иванович

Университта уҡытыусы булып эшләүселәр араһында:

- төрлө академияларҙың 4 академигы, 11 ағзаһы һәм ағза-корреспонденты,

- 4 Рәсәйҙең атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре,

- 7 атҡаҙанған машиналар төҙөүсеһе,

- 6 юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре,

- 1 атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре,

- 13 юғары һөнәри белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре,

- 6 газ сәнәғәте хеҙмәткәе,

- 5 спорт мастеры.

Атаҡлы тамамлаусылары

үҙгәртергә
  • Городецкий, Владимир Филиппович (Новосибирсктың 2-се мэры)
  • Лагерев, Александр Валерьевич (БДТУ ректоры, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты)
  • Молдавер, Владимир Ильич (Мәскәү тимер юлының 5-се начальнигы)
  • Новиков, Лев Дмитриевич (Ленин (1991 й.) һәм Дәүләт (1982 й.) премиялары лауреаты)
  • Фролов Константин Васильевич (РФА академигы, 1975—2007 йылдарҙа РФА-ның машиналарҙы өйрәнеү институты директоры)
  • Ящерицын, Петр Иванович (Беларусь Республикаһы Милли фәндәр академияһы академигы)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә