Бровина Флора
Бровина Флора (алб. Flora Brovina; 1949 йыл) — Косово-албан журналисы, шағир[1] һәм йәмәғәт эшмәкәре[2].
Бровина Флора | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Косово |
Тыуған көнө | 30 сентябрь 1949 (75 йәш) |
Тыуған урыны | Србица[d] |
Һөнәр төрө | журналист, активист, шағир, яҙыусы, сәйәсмән, педиатр |
Эшмәкәрлек төрө | педиатр[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Демократическая партия Косово[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бровина Флора Викимилектә |
Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Фотография Бровиной |
Биографияһы
үҙгәртергәБровина Флора 1949 йылдың 30 сентябрендә Косовола тыуа. Илир (ингл. Ilir Brovina) исемле ағаһы бар.
Приштинала медицина институтын тамамлағандан һуң, уҡыуын Загребта дауам итә, педиатрия буйынса махсуслаша. Косовоға ҡайтып, Флора Rilindja көндәлек гәзитендә журналист булып эшләй башлай. Һуңынан Приштин дауаханаһына табип-педиатр булып урынлаша. 1990 йылдарҙа сәйәси хәл-ваҡиғалар киҫкенләшкәс, ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай һәм көс ҡулланыу акттары тураһында мәғлүмәт туплай, гуманитар эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, етем-балаларға психологик реабилитация үҙәген етәкләп, балаларға ярҙам ойоштора башлай.
Косово һуғышы ваҡытында, 1999 йылдың 20 апрелендә, Бровинаны битлек кейгән ир-аттар урлап билдәһеҙ йүнәлештә алып китә. Һуңыраҡ асыҡланыуынса, ул серб әсирлегендә була, халыҡ-ара ойошмалар ҡыҫылғанға тиклем[3], йыл ярым Сербия төрмәдәрендә үткәрә[4].
Флора Бровина сәйәси эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 2001 йылда Косово демократик партияһы исемлеге буйынса Косово президенты вазифаһын дәғүә итә. 2004 йылдан шул уҡ партия ағзаһы булараҡ Косово парламентына һайлана. Шулай уҡ Косово албандарының ҡатын-ҡыҙҙар лигаһына етәкселек итә.
Бер нисә шиғри йыйынтыҡ авторы булып тора:[5]
- «Vërma emrin tim» (1973),
- «Bimë e zë» (1979),
- «Luleborë» (1988),
- «Mat e çmat» (1995),
- «Thirrje e Kosovë» (1999).
2001 йылда уның шиғырҙары Роберт Элси тәржемәһендә Нью-Йоркта баҫылып сыға.
Наградалары
үҙгәртергә1999 йылда Флора Бровина швед ПЕН-клубы наградадаһын ала һәм PEN Center American үҙәгенең Barbara Goldsmith Freedom to WriteAward премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ кеше хоҡуҡтары буйынса Генрих Белль фонды премияһы лауреаты.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Flora Brovina (инг.)
- ↑ List of the Deputies of the Kosovo Assembly (инг.)
- ↑ Освобождение косовской правозащитницы Флоры Бровины
- ↑ Paediatrician Flora Brovina remains imprisoned in Kosovo (инг.)
- ↑ Flora Brovina 2016 йыл 15 апрель архивланған. (алб.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Flora Brovina (инг.)
- Flora Brovina | WISE Muslim Women (инг.)
- Kosovo’s first lady (инг.)